+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
5 Июнь 2020, 11:43

Сафиндарҙа — тимер туй

Амангилде ауылынан Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы менән Мәсғүт Муса улы Сафиндарҙың ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үтеүҙәренә бөгөн теүәл 65 йыл. Ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән инеү, балалар, ейәндәр, бүләләр рәхәтен бергәләп татыуҙан да оло бәхет юҡтыр.

Амангилде ауылынан Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы менән Мәсғүт Муса улы Сафиндарҙың ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үтеүҙәренә бөгөн теүәл 65 йыл. Ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән инеү, балалар, ейәндәр, бүләләр рәхәтен бергәләп татыуҙан да оло бәхет юҡтыр.
Ғаилә башлығы Мәсғүт ағай 1930 йылда Ҡырҙас ауылында донъяға килә. Балалыҡ йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә: аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңендә татып үҫә ул.
— Ерҙең ҡарҙан әрселә башлауына ныҡ ҡыуана торғайныҡ, сөнки һарына, балтырған, ҡымыҙлыҡ, йыуа сыҡһа, тамаҡ туйып ҡала, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Мәсғүт ағай.Тиҫтерҙәре менән хәленән килгән бөтә эштәрҙә йөрөүҙәрҙе лә оноторлоҡ түгел: үгеҙ егеп ер һөрөп, иген сәсеп, уның менән ашлыҡ ташыуҙар. Бынан тыш, был малайҙар йортта ла төп көс була, утынын ташырға, малын ҡарарға, ашарға табырға ла кәрәк. Шуға ла хөрмәтле уҙамандың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы намыҫлы хеҙмәте иҫәпкә алынып, һуғыш ветерандарына тиңләштерелеүе ауыр йылдарҙағы эшенә ҙур баһа.
Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуға зирәк егет Темәс педагогия училищеһында белем ала. Диплом алып, ил алдындағы изге бурысын үтәп, сержант званиеһында ҡайтып төшкән һалдат Таҡһыр, Ҡолоҡас, Байым ауылдарында балалар уҡыта.
Байым мәктәбендә эшләгән осорҙа 25 йәшлек егет Иҫке Балапан ауылының 18 йәшлек шаян, уңған ҡыҙына ғашиҡ була. Йәштәр 1955 йылдың 5 июнендә никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар.
Ошо уҡ йылда ғаилә башлығын Ҡолғана мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Булған мөлкәттәрен бер велосипедҡа тейәп, ошо алыҫ ауылға юлға сыға Сафиндар.
Дәрте ташып торған йәш етәксе Ҡолғанала яңы мәктәп һалдыртыуға өлгәшә, үҙенә лә йорт күтәрә. Үҙ итеп ҡабул иткән йәш ғаиләгә ауыл халҡы өйҙәрен төҙөүҙә өмәләп ярҙам итә.
Йәш булһалар ҙа, баҡсаларында төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра улар, был тәңгәлдәге тәжрибәләрен, баҡсасылыҡ серҙәрен ауылдаштары менән ихлас уртаҡлашалар. Ҡолғаналағы тәүге радио, патефон, мотоцикл да иң элек улар ғаиләһендә була.
— Кистәрен эштәрен теүәлләгәндән һуң, күптәр шәм яҡтыһында радио тыңларға беҙгә йыйылалар ине, — ти Сафиндар.
Иң грамоталы булараҡ Мәсғүт ағайҙың төрлө документтар тултырыуҙа, юллауҙа ла ярҙамы ауыл халҡына күп була. Халыҡтың, тотош ауылдың төрлө мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мәктәп етәксеһе Хәмит ауыл Советына һәм район үҙәгенә йыш йөрөй.
Үҙ бурысын намыҫлы, фиҙаҡәр үтәгән мәктәп директорын партия сафына ҡабул итәләр.
Ә 1967 йылда инде М. Сафинды Амангилдегә партия эшенә күсерәләр, ул «Заветы Ильича» колхозының урман-тау төбәгендә партия ойошмаһы секретары вазифаһына тәғәйенләнә.
Ҡатыны Зөлхизә апай бында ла бер эштән ҡалмай, ҡайҙа ҡушалар шунда баш баҫып эшләй: оҙаҡ йылдар ырҙын табағында иген таҙарта, фермала һыйыр һауа. Бер аҙҙан тырыш ҡатынды колхоз ашханаһына мөдир итеп ҡуялар һәм ул хаҡлы ялға киткәнсе ал-ял белмәй ошонда хеҙмәт итә. Ут яғып, көйәнтәләп һыу ташып, йөҙләгән игенсене ашатыу еңел булмай, әлбиттә. Уның ҡарауы, Зөлхизә апайҙың тәмле аштарын колхозсылар әле булһа онотмай, осрашҡан һайын рәхмәттәрен әйтәләр.
Пенсияға Мәсғүт ағай 47 йыллыҡ хеҙмәт стажы менән, мәғариф системаһынан китә, һуңғы йылдарҙа Амангилде урта мәктәбендә биология, хеҙмәт дәрестәрен алып бара ул. Мәктәп баҡсаһында күп төрлө йәшелсә, сәскәләр үҫтереүҙә уның һалған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Был тәңгәлдә амангилделәрҙең район буйынса алдынғы урындар алыуында ла Мәсғүт Муса улының өлөшө ҙур.
М. М. Сафин йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән билдәле, иптәштәр суды рәйесе, тәүге партия ойошмаһы секретары була.
Сафиндарҙың татыу ғаиләһендә алты бала буй еткерә. Ата менән әсә ҡыҙ-улдарына үҙ өлгөләрендә матур тәрбиә биреп, эшһөйәр итеп үҫтерә. Биш улдары һәм ҡыҙҙары бер-бер артлы мәктәп тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем алған ваҡыттарҙа аҡса етмәгән осраҡтар ҙа булғылай. Ир менән ҡатын икәүһе лә алтын ҡуллы, эшһөйәр булғас, ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға алғандар: Зөлхизә апай һатыуға шәлдәр бәйләгән, Мәсғүт ағай иһә тәҙрә рамдары, өҫтәл-ултырғыстар яһап, аҡса тапҡан.
Шулай итеп, Сафиндарҙың бар ғүмере эштә, балалар тәрбиәләүҙә үткән. Һәм әйтергә кәрәк, һалынған тырышлыҡ бушҡа китмәгән: балаларының һәм ейәндәренең бөтәһе лә юғары белемле, тормошта үҙ урындарын тапҡандар, һәр ҡайһыһы һайлаған һөнәре буйынса төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөй.
Иң оло улдары Сәғит атаһы юлынан китеп, Стәрлетамаҡ педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡырҙас ауылында укытыусы, Һамарҙа мәктәп директоры булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Әбйәлилдең мәғариф бүлеген етәкләгән Сәғит Мәсғүт улы Башҡортостандың мәғариф отличнигы исемен лайыҡлы йөрөтә. Ситтән тороп, юридик белем алып, район судында судья ла булды. Хәҙер ул — Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы судьяһы. Ҡатыны Сәғиҙә менән ике баланы үҫтереп, оло тормош юлына оҙаттылар.
Фәрит медицина институтын тамамлағас, Сиҙәм, Ташбулат, Асҡар, Өфө, Магнитогорск дауаханаларында терапевт-кардиолог булып эшләне. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды уның, 33 йәшендә фажиғәле һәләкәткә осраны. Яҡты донъяларҙан иртә китһә лә, Фәрит Мәсғүт улы табип булараҡ үҙе хаҡында тик яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. «Дөрөҫ диагноз ҡуйыуы менән әллә күпме кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалды» — уның хаҡында ошондай һүҙҙәрҙе әле булһа ишетергә тура килә. Фәриттең ике улы ла юғары белемле.
Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған Фәнил мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем ала. Ошо ваҡытта уҡ саңғы уҙышы буйынса республика йыйылма командаһы составына инде-релгән яҡташыбыҙ ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Юғары белем алыу теләге уны артабан Башҡортостан дәүләт университетына алып килә. Был уҡыу йортоноң юридик факультетын тамамлағандан һуң, Әбйәлил халыҡ судында судья, рәйес булып эшләне Фәнил Мәсғүт улы. Намыҫлы, нәтижәле хеҙмәтен юғары баһалап, республика етәкселеге уны Башҡортостан юстиция министры итеп тәғәйенләй. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Ф. М. Сафин байтаҡ йылдар республика Арбитраж суды рәйесе лә булды. Бөгөн Фәнил Мәсғүт улы юғары уҡыу йорттарында студенттарға юридик белем бирә. Ҡатыны Фирүзә менән ике ул үҫтерҙеләр.
Ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Хәлил комсомолдың район комитетында секретарь, «Урал» совхозында партком секретары булды, Дәүләттәге «Әбйәлил тәжрибә-производство хужалығы»н етәкләне. Өфөләге ғилми-тикшеренеү институтына эшкә күскәс, ул ныҡлап фән менән шөғөлләнә башланы. Бөгөн Хәлил Мәсғүт улы республикала билдәле фән эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Яҡташыбыҙҙың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, уны Башҡортостан Фәндәр академияһына академик итеп һайла-нылар. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре исемен йөрөткән Хәлил Мәсғүт улы — дүрт бала атаһы. Ҡатыны Лилиә менән Өфөлә йәшәйҙәр.
Сафиндарҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Венера бухгалтер һөнәрен үҙ иткән. Финанс университетын тамамлағас, ул Асҡарҙың төрлө ойошмаларында бухгалтер, ДРСУ-ла баш бухгалтер булып эшләне. Бөгөн Венера Мәсғүт ҡыҙы «Газпром» ойошмаһында тәжрибәле, яуаплы белгес иҫәпләнә. Йыр-моңға маһир Венера шиғырҙар ижад итә, художестволы үҙешмәкәрлек смотр-конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙы Гөлиә Өфө предприятиеларының береһендә уңышлы эшләп йөрөй.
Сафиндарҙың төпсөктәре, Асҡар ауылында йәшәгән, ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы булған Даян ауыл хужалығы университетының урман хужалығы һәм энергетика факультеттарын тамамланы. Йүнәлтмә буйынса Бөрйәндә леспромхоз директоры булып эшләгәндән һуң, оҙаҡ йылдар Белорет электр селтәрҙәренең Асҡар филиалын уңышлы етәкләй. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты булараҡ, Даян Мәсғүт улының һайлаусылары мәнфәғәтендә башҡарған эштәре бихисап. Ул ҡатыны Гөлсәсәк менән ике балаға ғүмер биреп, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иттеләр.
Зөлхизә һәм Мәсғүт Сафиндарҙың бөгөн дә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә аҡыллы кәңәштәрен биреп, уларға терәк-таяныс булып, хөрмәткә күмелеп йәшәүе үҙе ҙур бәхет.
Быйыл 90 йәшен тултырасаҡ Мәсғүт ағай менән Зөлхизә апай оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, гөрләтеп донъя көтәләр. Ихата тулы ҡош-ҡорт, йылҡы ла тоталар. Йорт-ҡуралары хатта йәштәрҙе көнләштерерлек төҙөк.
Өй янындағы баҡсаларында йәшелсә-емеше емерелеп уңа, матур сәскәләре тирә-йүнгә йәм бирә, йорт алдындағы зәңгәр шыршылар үҙенсә бер хозурлыҡ өҫтәй. Юҡҡамы ни ауылдаштары Мәсғүт ағайҙы «Мичурин бабай» тип йөрөтә!
Сафиндар йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, балалары ғына түгел, туғандары, күршеләре, таныштары ла юлды һыуытмай был ғаиләгә. Сөнки ҡасан ғына барып инһәң дә, Зөлхизә апайҙың сәйе ҡайнап ултыра, яҡты йөҙө, тәмле ризығы менән ҡаршылай ул һәр кемде.
Ныҡлы ғаилә ҡороп, 65 йыл дауамында бер-береңә тоғро ҡалыуҙы тимер менән сағыштырып, был дата «тимер туй» тип нарыҡланған. Эйе, 65 йыл ул — алтмыш биш көн түгел. Уның һәр миҙгеле Сафиндар өсөн ҡәҙерле, яҡын. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаған да, күпме бәхетле минуттар кисермәгән был йылдар арауығында ир менән ҡатын.
Иңде-иңгә ҡуйып ғүмер кисергән Сафиндарҙың алдағы көндәрҙә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, ейәндәр, бүләләр изгелеген күреп, оҙаҡ ваҡыт тиң йәшәргә яҙһын.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: