+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
9 Июнь 2020, 11:26

Күңел йылыһын биҙәктәргә һалып

Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас булған йомшаҡлыҡ, сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сифаттары Зәйтүнә Көмөшбаевала тулыһынса сағылған.

Ҡатын-ҡыҙ — серле йомғаҡ, үҙендә һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизә һаҡлай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас булған йомшаҡлыҡ, сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сифаттары Зәйтүнә Көмөшбаевала тулыһынса сағылған. Оло йәштәге инәй тормош йәмен күрә, ҡәҙерләй белә һәм бар матурлыҡты ҡул эштәре аша күрһәтә. Һәр бер эшенә күңел йылылығын һала, уға оҫталыҡ нәҫеленән күскән, ул сиккән әйберҙәр айырылып тора, һоҡландыра.
Зәйтүнә Хәсән ҡыҙы 1946 йылда хозур тәбиғәтле Айыуһаҙы ауылында тыуа. Ҙур, татыу ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә, атаһы комбайнда эшләһә, әсәһе лә колхозда көс түгә. Зәйтүнә апай баш бала булараҡ, ҡусты-һеңлеләренә һәр саҡ өлгө була. Башланғыс класты тыуған ауылында, етенсе класҡа тиклем Ташбулат урта мәктәбендә уҡый. Артабан йәш ҡыҙҙы Һамар ауылына колхоз эштәренә, һауынсы итеп ебәрәләр.
Яҙмышы уны Ҡушый ауылына алып килә — ул 1964 йылдың ноябрендә Көмөшбаевтар ғаиләһенә килен булып төшә. Тормош иптәше Рафиҡ Алтынбай улы менән матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр, йорт һалалар. Тормош иптәше шофер булып эшләй, ғаиләһе өсөн ныҡлы ҡалҡан була. Иңгә-иң терәп, биш балаға атай-әсәй булып, берҙәмлектә ғүмер итәләр. Өлкән улдары Ришат атаһы кеүек шофер һөнәрен һайлай, Сәлиха — бухгалтер, Салауат — Магнит ҡалаһында слесарь, Сәғит — иретеп йәбештереүсе, кесе улдары Азат «Йондоҙ» гәзите мөхәррире. Балаларҙан уңып, ҡәҙер-хөрмәт күргән Зәйтүнә апай тыныс ҡартлыҡ кисерә.
Күңеле мәрхәмәтле, изге инәй һәр бер көнгә рәхмәтле. Йөрәк йылыһын һалып башҡарғанға ла, сиккән, теккән әйберҙәре ғәжәйеп матур килеп сыға. Дебет йөнөн үҙе эшкәртә, шуны иләп шәл, ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләп, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен ҡыуандыра. Ә инде ваҡ мәрйендәрҙән һаҡал, ҡашмауҙары күҙ яуын алырлыҡ, балаларына ла тәжрибә уртаҡлаша ул.
— Ҡул эштәренә әсәйемдән өйрәндем. Ул ҡорама, ҙур юрғандар, кейемдәр тегә торғайны. Миңә лә тегеү машинкаһы алып бирҙе. Яратып эшкә тотонһаң барыһы ла килеп сыға, бер ҙә ялҡытмай, — ти ул.
Ысынлап та, күңеленән сыҡҡан эштең йәме бар донъяға һибелә, гүзәл матурлыҡ өҫтәй. Уның эштәре башҡорт халҡына ғына хас булған орнаменттарҙы, төҫтәрҙе сағылдыра, был йәш быуын өсөн алыштырғыһыҙ хазина. Милли биҙәүестәр донъяһының сере бик ябай — ул күңел байлығында. Оло быуын вәкиле Зәйтүнә Хәсән ҡыҙы — ҡатын-ҡыҙ серен, асылын һаҡлай белгән шәхестәрҙең береһе булып ҡала.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: