Ошо көндәрҙә район Советы секретары Булат Исламбаев менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәзинә Әғзәмова Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына барҙы. Сәфәрҙәренең маҡсаты — оло уҙамандарҙың хәл-әхүәлен белешеү һәм бүләк тапшырыу ине. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тарихи хәтер» программаһына ярашлы, илдәге һуғыш ветерандарына 300 мең телефон бирелгән. Оло кешеләргә файҙаланыуға уңайлы булһын өсөн кнопкалы телефонда төрлө ашығыс хеҙмәттәр номерҙары бирелгән, симка бушлай хеҙмәтләндереләсәк.
Йәнгел ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхтәм Байгилдинға партияның бүләген тапшырып, именлек-сәләмәтлек теләнеләр. Ауырыҡһынып торған апа район етәкселегенә иғтибарҙары өсөн рәхмәт теләп ҡалды.
Ҡотлогилде Төхвәтуллин Мәхмүттә ҡыҙы менән ғүмер итә. Һуғышта пулеметсы булған яугирҙең иҫе шәп. «Беҙ һуғышҡа райондан өс йөҙҙән ашыу кеше бергә киттек. Ә хәҙер бик аҙ ҡалдыҡ. Тән һәм күңел яраларынан йәшләй генә китеп бөттөләр шул фронтташтар...» — тип әсенде. Үҙе лә ауыр йәрәхәттәр алғанға, сәләмәтлеге шәптән түгел, аяҡтары һыҙлай. Шулай ҙа оло уҙаман донъя, ил яңылыҡтарына хәбәрҙар, көндәр буйы «Юлдаш» радиоһын тыңлай.
Ҡаҙмаштан Ишҡол Мәхмүтов (һүрәттә) район вәкилдәрен ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә көтөп ултыра ине. «Үәт, юбилейлы Еңеү йылы булғанғамы, киләгеҙ ҙә етәгеҙ», — тип шаяртып, көр кәйефтә ҡаршыланы ул. Булат Юныс улы менән Рәзинә Миҙхәт ҡыҙы һуғыш ветеранына тыныс, бәхетле ҡартлыҡ теләп, телефонды тапшырҙы.
— Ил, республика, район етәкселегенә рәхмәт, оло яугирҙәрҙе үҙегеҙҙең иғтибарҙан өҙмәйһегеҙ. Урындағы хакимиәт, мәктәп тә әйҙәнгән һайын хәл белешеп, ярҙамлашып тора, — тине Ишҡол Хәмзә улы. — Илдәге үҙгәрештәр ыңғай булһын, иң мөһиме донъялар имен генә торһон.
Ташбулаттан Сабур Хөшшәмовҡа ла ошо арала партия бүләге тапшырыласаҡ.