-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
10 Июль 2020, 11:26

Тыл ветераны исеменә лайыҡ

Айыуһаҙы ауылында ғүмер кисергән тыл ветераны Бәширә Әхмәткирәеваға 90 йәш тулды.

Айыуһаҙы ауылында ғүмер кисергән тыл ветераны Бәширә Әхмәткирәеваға 90 йәш тулды.
Ташбулат ауылында Зөлхиә һәм Әхмәҙиә Фәтхуллиндар ғаиләһендә донъяға килә Бәширә. Атаһы Троицк ҡалаһында мәҙрәсә тамамлап, шунан уҡ хәрби хеҙмәткә алына, унан Беренсе донъя һуғышы башланып китеп, һуғышта ла ҡатнашырға тура килә. Йәмғеһе ете йыл ситтә йөрөп, яраланып, тыуған яғына ҡайтып төшә. Ҡайтыу менән Зөлхизә исемле ҡыҙға өйләнә һәм тәүге балалары булып Бәширә тыуа.
Әммә ҡыҙыҡайға иркәләнеп кенә буй еткерергә насип булмай, уға 6 йәш тигәндә әсәһе үлеп китә һәм Бәширәгә артабанғы тормошон үгәй әсә, үгәй апайҙар ҡулында үткәрергә тура килә. Атаһының ағаһы Әхмәт ҡарттың ғаиләһе эргәлә генә йәшәгәс, уларға һыйына ҡыҙ. Асия инәһе, Бәширә илаһа, уның менән бергә һыҡтай, ҡыуанысы булһа, бергә шатланалар. Үҙ янында тотоп, инәй кеше ҡыҙға мөмкин тиклем тәрбиә бирергә тырыша.
Бәширә ҡул араһына инеү менән колхоз эшенә сыға: көлтә бәйләй, башаҡ сүпләй, бесән йыя. Тауыҡ фермаһында эшләгән апайҙарына ла ярҙамға йөрөй.
16 йәшендә ул Ташбулат балалар йортона ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан үҙ эшен яуаплы башҡарған тырыш ҡыҙҙы тәрбиәсе штатына күсерәләр.
— Тиҫтерҙәремә тәрбиәсе булыуы бигерәк ауыр булды, — тип хәтерләй Бәширә Әхмәҙиә ҡыҙы.
17 йәше еткәс тә, Бәширә әхирәттәре менән Нияҙғол руднигында асылған төҙөлөшкә эшкә ебәрелә, унда ашнаҡсы итеп ҡуялар. Нәҡ ошонда эшләгән осорҙа буласаҡ ирен, ФЗО-нан ҡайтҡан балта оҫтаһы, Айыуһаҙы егете Моратша Әхмәткирәевты тап итә ул. Йәштәр өйләнешеп, 1950 йылдар башында Айыуһаҙыға йәшәргә ҡайталар.
Артабанғы бөтә хеҙмәт юлы Бәширә инәйҙең «Путь Ленина» колхозы менән бәйле. Туғыҙ бала тәрбиәләгән Бәширә инәй бала табыу-бағыу, ғаилә мәшәҡәттәре менән бер юлы хужалыҡта эшләргә өлгөрә. Хаҡлы ялға китер алдынан клубта йыйыштырыусы була, ул мәлдәрҙә клуб утын менән йылытылғас, утынды ҡырҡып-ярыу, һыу ташып, иҙән йыйыу ҙа уның иңенә ята.
Пенсия йәшенә етеп, хаҡлы ялға сыҡһа ла, 70 йәше тулғансы яңы ойошторолған «Шишмә» колхозы эшсәндәренә аш бешерә, икмәген дә һала.
Ирле-ҡатынлы Әхмәткирәевтар ул-ҡыҙҙарын үҫтереп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ тигәндә, Моратша апа 56 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп бара. Яңғыҙ ҡалһа ла, ауырлыҡтар алдында баш эйеп ҡалмай, балалары кеше араһында кәм-хур булмаһын һәм һөнәр алып, тормошта үҙ урындарын тапһын өсөн бар тырышлығын һала яңғыҙ әсә.
Бәширә Әхмәҙиә ҡыҙы донъя мәшәҡәттәре, эше араһында ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Айыуһаҙыла, биләмә сиктәрендә үткән төрлө сараларҙы үҙенең моңло тауышы менән йәмләй ул. Дини сараларға йөрөп, Ҡөръәндән сүрә-аяттар уҡый.
Ауылда ойошторолған төрлө байрамдарға тип бешергән ҡабарып торған икмәген тәмләмәгән кеше ҡалмағандыр ул. Йортон һәр саҡ таҙа, бөхтә тотоуы менән күптәргә өлгө инәй.
Туғыҙ балаһынан өс улы һәм өс ҡыҙы төрлө сирҙәрҙән арына алмай, ваҡытһыҙ гүр эйәһе булыуҙары әсә йөрәгенә оло ҡайғы булып ятҡан. Бөгөн Бәширә инәй ике ҡыҙы һәм бер улының ҡәҙер-хөрмәтендә тыныс ҡартлыҡ кисерә. Тормошоноң бар шатлығы, йыуанысы булған 16 ейән-ейәнсәре һәм 37 бүлә-бүләсәре ярҙамынан ҡалдырмайҙар. Инәй үҙе лә ейән-бүләләренә бар хәленсә ярҙам итеп йәшәргә тырыша.
Һуғыш осоронда эшләгән йылдары, күргән ауырлыҡтары баһаланмай ҡалмаған: Бәширә Әхмәҙиә ҡыҙы — тыл ветераны исеменә лайыҡ.

Читайте нас: