+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
24 Июль 2020, 11:44

Һөйөү булһа үрҙә, бәхет булыр түрҙә

Ғаилә — ул тормош нигеҙе. Атай-әсәй уның тотҡаһы булһа, балалар иһә көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ярылмаһын тиһәң, иң элек ир менән ҡатындың бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәүе мөһим. Сиҙәм ауылында ғүмер кисергән Гөлнур һәм Рәжәп Юлдыбаевтар нәҡ ошо хәҡиҡәтте алға ҡуйып, уға таянып йәшәй ҙә инде.

Ғаилә — ул тормош нигеҙе. Атай-әсәй уның тотҡаһы булһа, балалар иһә көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ярылмаһын тиһәң, иң элек ир менән ҡатындың бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәүе мөһим. Сиҙәм ауылында ғүмер кисергән Гөлнур һәм Рәжәп Юлдыбаевтар нәҡ ошо хәҡиҡәтте алға ҡуйып, уға таянып йәшәй ҙә инде.
— Мин Ҡыҙыл районы Мартин ауылында тыуғанмын. Атай-әсәйем һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдарында шунда эшкә барған. Атайым — ферма мөдире, әсәйем һауынсы була. Мин, унан ҡустым Салауат тыуғас, был мәлгә тормош та бер аҙ рәтләнгәс, улар кире Әбйәлилгә күсеп ҡайта. Башта Хәлилдә йәшәнек, атайым шофер булды, әсәйем ырҙын табағында эшләгәндәргә ашарға бешерҙе, икмәк һалды. 1957 йылда атайҙың зат-ырыуы йәшәгән Мәхмүткә күсендек, — тип башланы үҙе менән таныштырыуҙы Рәжәп ағай. — Ғаиләлә һигеҙ бала булып киттек, беҙҙең менән тағы өләсәйебеҙ йәшәне һәм уның урыны һәр саҡ урындыҡ түрендә булыуы хәтергә уйылып ҡалған.
Башта бәләкәй генә өйҙә көн күрһәләр, тиҙҙән ғаилә башлығы үҙҙәренә йорт һалыуҙы хәстәрләй. Башланғыс белемде ауылда алған балалары, шул иҫәптән Рә-жәп ағай ҙа, өлкән кластарҙы Хәлил мәктәбендә уҡый.
— Унынсыға уҡырға барғанда, уҡыуҙы 11 класлыҡ итеп үҙгәртеп ебәрҙеләр, шунан бер йылда 10-11-се кластар программаһын уҡытып, аттестат бирҙеләр, — тип һөйләй Рәжәп Фәтхислам улы.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән Рәжәп Юлдыбаев Өфө пединститутының физика-математика факультетына ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, студент булып китә. 1972 йылда юғары белемле белгес районға ҡайта.
Район мәғариф бүлеге йәш уҡытыусыны йүнәлтмә буйынса Дәүләт мәктәбенә ебәрә. Яңы урынға Рәжәп ағай ғаиләһе менән күсеп бара: уҡыуын тамамлап ҡайтыу менән ул фермала һауынсы булып эшләп йөрөгән ауылдашы Гөлнурға өйләнеп, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Өлкән улдары Марсҡа бер ай ҙа тулмай ҡала, Рәжәп Фәтхислам улына хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында повестка килә. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтыуҙың икенсе көнөнә үк Тал Ҡусҡарындағы пионер лагеры начальнигы булып эшкә сыға кисәге һалдат.
Яңы уҡыу йылын Рәжәп Юлдыбаев Урал урта мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһы булып башлай. Был 1978 йыл була, шул мәлдән алып ошо белем усағында балаларға белем бирә ул. Физика, математиканан тыш, һыҙманан, физкультуранан да уҡыта, водителдәр әҙерләү һәм малсылыҡ буйынса курстарҙы ла алып бара. Пенсияға сыҡҡас, тағы ике йыл эшләгән уҡытыусының дөйөм хеҙмәт стажы 42 йыл.
Белем биреүҙә яңы, алдынғы алымдарҙы ҡулланыу яҡлы булған Рәжәп ағай традицион белем биреү менән бер рәттән, илдәге күп кенә новатор-уҡытыусыларҙың методикаһын өйрәнеп, балаларҙы ла шулар буйынса уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә.
Әлбиттә, яңы методиканы өйрәнеү өсөн курстарға ла йыш йөрөргә тура килә. Донецкиҙа В. Ф. Шаталов методикаһы буйынса уҡыһа, Белоретта Р. Г. Хазанкин методикаһын өйрәнә. П. М. Эрдниевтың уҡытыу алымын үҙләштереп, уның буйынса ла дәрестәр бирә.
Бала саҡтан спорт менән дуҫ Рәжәп ағай мәктәптә малайҙар өсөн бокс түңәрәге алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәй, Башҡортостан чемпиондары бар, улдары ла ошо спорт төрөндә ал бирмәгән батырҙар булып үҫә.
— Спортҡа һөйөүҙе Хәлил мәктәбендә уҡығанда Мәүлит ағай Хажин уятҡандыр тим. Интернатта йәшәгәндә уның етәкселеге аҫтында иртәнсәк йүгереп киләбеҙ ҙә, Дарыулы йылғаһында һыу ҡойона инек. Мәктәпте тамамлағас та был ғәҙәтемде ташламаным, сөнки һалҡын һыу менән ҡойоноу тәнгә әйтеп бөтмәҫлек рәхәтлек бирә, сәләмәтлекте нығыта бит, — ти ул.
Хаҡлы ялда булһа ла, Рәжәп ағай мөғәллим эшенә бөгөн дә тоғро: күптән дин юлынан киткән Рәжәп Фәтхислам улы ҡәрҙәштәренә дини дәрестәр бирә.
— Егерме йыл инде ураҙа тотам, 2008 йылдан намаҙҙамын, — ти был хаҡта Рәжәп ағай. — Бөгөн, шөкөр, ауылыбыҙҙа мәсет эшләп тора. Тәүге йылдарҙа дини йолаларҙы, намаҙҙы башта конторала, унан клубта үткәрә инек. Элекке пекарня менән магазинды берләштергән бинаны хужалыҡтан күсереп алып, ремонт эшләп бирҙеләр. Бының өсөн бар диндарҙар исеменән мәрхүм Әхмәт Ибраһимовҡа, Гөлсирә Ғәниеваға, Андрей Рахаев менән улым Рамилға рәхмәтлемен.
Үҙаллы ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп алған Рәжәп Фәтхислам улы Сибай пединституты аудиторияһында Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Белорет, Йылайыр, Әбйәлил райондары халҡы өсөн дин тәғлимәтен, ғәрәп телен өйрәнергә теләүселәр өсөн курстар алып бара. Был эште аҙаҡ Сиҙәмдә дауам иткәс тә, әбйәлилдәр менән бер рәттән күрше-тирә райондарҙан килеп уҡыусылар була. Халыҡтың һорауы буйынса Хәлилгә йөрөп тә, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан ғәрәп телен өйрәнеүселәргә белем бирә. Бөгөн үҙе имам-хатиб булған мәсеттә, теләге булғандарҙы, ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәтә.
Һәр саҡ белемен камиллаштырыуға ынтылған Рәжәп Фәтхислам улы Башҡорт дәүләт университетында уҡып, ике йыл элек ғәрәп теле уҡытыусыһы дипломын да алды.
Ауыл хужалығы тармағандағы ҡыҙыу эштәр осоронда өйҙә генә ултырып сыҙай торған кеше түгел яңыраҡ 70 йәшен билдәләгән Рәжәп ағай, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ осоронда фермер улының төп ярҙамсыһына әйләнә: ырҙын табағында килгән уңышты ҡабул итә, баҫыуҙағыларға ашарға илтә...
Рәжәп ағайҙың өлгәшкән уңыш-ҡаҙаныштарында, донъяларының һәр саҡ ҡараулы, балаларҙың тәрбиәле булып үҫеүендә иренең һәр эшен ҡеүәтләп, башланғысын хуплап торған ҡатыны Гөлнур апайҙың өлөшө ҙур, әлбиттә. Уңған килен ул табыр, бәхетлеһе ҡыҙ табыр тиһәләр ҙә, ғәйәт бәхетле ғүмер кисерә ғаилә башлығына бер-бер артлы өс ул бүләк иткән ҡатын. Әйтеүе генә рәхәт тә ул, иллә-мәгәр уға ғәмәлдә дүрт ир заты менән идара итергә, уларҙы хәстәрләргә һәм тәрбиәләргә тура килгән. Ул ғына ла түгел, ете яттарға лә әсә наҙын бүләк иткән кеше.
— Бер шулай, курстан ҡайтһам, малайҙар дүртәү булып киткән, — тип көлә Рәжәп ағай. — Бәләкәй улыбыҙҙың класташы ғаилә хәле арҡаһында беҙгә күскән булған. Улым, беҙҙең менән йәшә-һен, тигәс, ҡаршы булманыҡ, шулай итеп, Шәүкәт мәктәпте тамамлағансы, беҙҙә булды.
Бөгөн «дүртенсе» улдарының юғары уҡыу йортон тамамлап, хужалыҡтарҙың береһендә баш белгес булып эшләп йөрө-үенә һөйөнә ирле-ҡатынлы Юлдыбаевтар.
Дүрт тиҫтә йыл ғүмерен һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлнур апайҙың да бер генә көн эшһеҙ торған сағы булмағандыр. Ферманан киткәс, эшҡыуар Андрей Рахаевта ашнаҡсы булып эшләй. Улы Рамил үҙ эшен асҡас, уның игенсе-малсыларын ашатыуҙы үҙ өҫтөнә ала, ризыҡты төрлөләндереп әҙерләп, икмәгенә тиклем өйҙә һалып, баҫыуға-фермаға оҙата. Хәҙер фермер Рамил Юлдыбаев аяғына ныҡлы баҫып, ашхана асҡан. Әммә Гөлнур апай эшһеҙ ҡалды тигән һүҙ түгел был.
— Ейәнем Рәвил фермерлыҡҡа тотондо, эш башлап торған кешенең кемделер яллап, эше өсөн түләргә аҡсаһы ҡайҙан булһын тип, һарыҡтарының йөнөн үҙем ҡырҡып бирҙем, — ти хәстәрлекле өләсәй.
Йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡатын-ҡыҙ эше араһында ҡуралағы өс һыйырҙы һауып, ағын эшкәртергә лә, әллә күпме тауыҡ-ҡаҙ-өйрәк бәпкәләрен тәрбиәләп өлгөрөргә лә ваҡыт таба. Әле булһа, магазиндан икмәк һатып алмай, үҙе бешереүҙе хуп күрә. Уның араһында бер туҡтауһыҙ килеп-киткән балаларын, ейәндәрен генә түгел, күп һанлы туғандарын тәмле ашы, ҡайнар сәйе менән һыйлап, һәр береһенә йылы һүҙен таба алсаҡ ҡатын. Әйткәндәй, йорттағы бер бүлмәне тотошлайы менән биләгән ҙур өҫтәл, унда һәр саҡ шыжлап ҡайнап ултырған ҙур самауыр бында кеше өҙөлмәүен, хужаларҙың киң күңелле, туғандарға тартымһаҡ булыуы хаҡында һөйләй.
— Әле берәүһе килә, әле икенсеһе, ҡай саҡ өҫтәл янынан бөтөнләй тороп та булмай, — тип шат йылмая йәшәүенең төп мәғәнәһе итеп ирен, малайҙарын, ейәндәрен, туғандарын һанаған хужабикә.
Шулай ҙа бар ғүмерҙәрен тик эш менән генә үткәрмәгән ирле-ҡатынлы Юлдыбаевтар. Йыр-моңға ғашиҡ ир менән ҡатын элек-электән художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестивале сиктәрендә, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, сәхнәләрҙе дер һелкеткән улар. Заманында «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә составында бейегән Рәжәп Фәтхислам улының сығышын Өфө тамашасыһы яратып ҡабул иткән, конкурстың яңғыҙ башҡарыусылары араһында беренселекте алып, диплом менән билдәләнгән.
Гөлнур апай ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Мәскәү телевидениеһында сығыш яһап, бөтә Рәсәйҙә танылған кеше ул.
Былайыраҡ була ул хәл. Ҡоҙағыйы Миңнура Зарипованың юбилейында икәүләшеп ихлас һинд көйөнә бейегәнде килене Рәмилә видеоға төшөрөп, ҡыҙыҡ күреп, интернетҡа һала.
— Унан бер йыллап ваҡыт үткәс, киленгә Хәйбулла районынан таныштар шылтыратып, ролик авторҙарын Мәскәүҙән эҙләүҙәре хаҡында әйтәләр. Килен шунда уҡ Мәскәүгә шылтыратып һөйләште, — ти был хаҡта һүҙ сыҡҡас, Гөлнур апай.
Икенсе көндө уҡ таңға ике бейеүсе ҡоҙағый, видеороликта төшкән Альберт Мөхөтдинов менән Рәмилә килене оҙатыуында баш ҡалаға осалар.
— Самолеттан барып төшөү менән ҡаршы алдылар һәм «Космос» отеленә урынлаштырҙылар. Ә төштән һуң «Тура эфир» тапшырыуына төшөрөү башланды. Әкиәттәгеләй килеп сыҡты инде: беҙҙең менән билдәле кешеләр һөйләшә, ошоға тиклем телевизорҙан ғына күргән Прохор Шаляпин, Катя Лель, Согдиана, Натали... Бала саҡтан яратып ҡараған «Зита менән Гита» һинд киноһында төшкән Хема Малини үҙе генә ни тора! Уның менән осрашыу хыялда ла булманы бит. Изге күңелле, йомшаҡ һүҙле, алсаҡ Андрей Малахов! Беҙҙең роликты ҡарағандан һуң, һорауҙар бирҙеләр. Билдәле шәхестәр менән иҫтәлеккә фотоға төштөк, тик Хема Малини үҙе менән бер генә кадр эшләргә рөхсәт бирҙе, — тип һөйләй был хаҡта Гөлнур апай.
Икенсе көн «Тура эфир» тапшырыуы әбйәлилдән барған ҡунаҡтарға Мәскәү буйлап экскурсия ойоштора: Ҡыҙыл майҙан, ВДНХ, башҡа күп тарихи урындарҙа булып, бай тәьҫораттар менән ҡайтып төшә улар. Бөтә сығымдарҙы телеканал үҙе ҡаплай. Ябай ауыл ҡатындарына Мәскәүҙе күреп, билдәле кешеләр менән осрашырға насип итеүен яҙмыш бүләге тип һанай Гөлнур апай.
Шөкөр, бөгөн улдарының лайыҡлы тормош көтөүҙәре, балалар тәрбиәләүҙәре өсөн ҡыуаныстары сикһеҙ атай менән әсәйҙең. Әлбиттә, уларҙы ир ҡорона индергәнсе шуҡлыҡтар, яңылышыуҙар һуғылмай үтмәгәндер. Уның ҡарауы, бөгөн улдары ата-әсәһенең фекеренә ҡолаҡ һалып, хеҙмәттәрен баһалап, һәр эштәрендә кәңәшләшеп ғүмер кисерә.
Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем алған Марс бөгөн ғаиләһе менән Асҡарҙа йәшәй, үҙе ике улға атай. Рамил районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес, фермер. Олимпия резервын әҙерләүсе спорт мәктәбен тамамлаған Илнур — Йәнгел мәктәбендә бокс буйынса тренер.
Ейән-ейәнсәрҙәренә башҡортса мәғәнәле исемдәр ҡушып, улар менән тик туған телдә аралашыуға өҫтөнлөк бирә олатай менән өләсәй.
Рәжәп ағай ҙа, Гөлнур апай ҙа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары алдында бер-береһенең абруйын ипле генә күтәрә белә, икеһенең дә һүҙе бер, шуға ла атайҙы — атай, әсәйҙе әсәй дәрәжәһендә һаҡлауға өлгәшә алғандарҙыр ир менән ҡатын.
Читайте нас: