Заманы шулаймы, атай арҡаһын тоймай үҫкән балалар күбәйә. Тыумыштан атайһыҙ мөһөрөн күтәреүселәр ҙә, төрлө сәбәптәр арҡаһында ғәзиз атаҡайын иртә юғалтыусылар ҙа, хатта тере атайлы көйө атайһыҙ булыусылар ҙа... Үкенесле. Яҙмышҡа һылтанабыҙ. Ә бит һәр кем яҙмышының хужаһы. Беҙҙең бәхеткә үҙенә ғүмерлек йәр итеп аңлы, айыҡ аҡыллы атай һайлаған әсәйебеҙ. Беҙгә бер ҡасан да уның өсөн оялырға, уның тураһында насар һүҙ ишетергә тура килмәне. Киреһенсә, һаман уның ныҡлы арҡаһын, рухи терәген тойоп тормош юлынан ышаныслы атлайбыҙ.
Атайым Ирәндек итәгендәге күп балалы ғаиләләрҙән торған бәләкәй генә Хөсәйен ауылында донъяға килгән. Ишле ғаиләлә биш ул һәм өс ҡыҙ үҫәләр. Атлылар дивизияһында утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан яугир олатайым тыныс тормоштоң ҡәҙерен яҡшы белә. Шәхси миҫалында ул-ҡыҙҙарын эшһөйәр, тәртипле, туған йәнле итеп тәрбиәләй. Балалар ыҙаламай белем алһын өсөн иң тәүгеләрҙән булып Хәлилгә күсергә ҡарар ҡылған алдынғы ҡарашлы атай була. Уландары менән бергәләп йорт күтәреп 60-сы йылдар аҙағында күрше ауылға күсәләр. Ул дәүерҙә иң мөһабәт өй, моғайын, уларҙыҡы булғандыр, ярты быуаттан һуң әле лә ныҡ, бейек, ҙур ул. Был юҫыҡҡа һүҙҙе бороуым бушҡа түгел: олатай-өләсәйҙең изге маҡсат менән нигеҙ ҡуҙғатыуҙары һөҙөмтәһен бирә. Балалары төплө белем алып, тормошта үҙ урындарын таба. Атайым армияға тиклем Белоретта ДОСААФ-та уҡый һәм Польша ерендә хәрби хеҙмәтен водитель сифатында уҙа. Ҡайтҡас, Магнитогорск педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1976 йылда Хәлил урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай һәм 2010 йылда ошонан хаҡлы ялға сыҡты.
Мин иҫ белгәндән атайым завуч ине. Был яуаплы вазифаһын тиҫтә йылдан ашыу тартты. Мәктәп эшенә булмышы менән бирелгән уҡытыу-сы булды. 1990 йылда уҡ РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исемен алды. Ә иң ҙур наградаһы уҡыусылар һөйөүе булғандыр. Атайым нисек бала йәнле булһа, уҡыусылар ҙа күҙгә күренмәгән ошо йылылыҡты тоя, уны хөрмәт итә ине. Хәҙер ҙә йыл һайын олпат остаз мәктәптә үткән осрашыу кисәләрендә рәхмәттәргә ҡойоноп, йылдар үлсәмендә алыҫ, ә күңел түрендә кисәгеләй яҡын хәтирәләрен яңыртып ҡыуанып ҡайта.
Атайға эйәреп колхоздың Ҡыҙыл буйындағы хеҙмәт лагерына барыу бала сағымдың иң яҡты иҫтәлектәренең береһе. Өлкән кластарҙың хеҙмәт менән ялды күңелле аралаштырыуҙары «Их, ҡасан ҙураям инде!» — тигән татлы хыялдарға сумдыра ине. Атайым алып йөрөгән сәйәхәттәрҙе, моғайын, уҡыусылары ла онотмайҙыр. Нисә класс сығарһа, һәр ҡайһыһын Шүлгәнташҡа алып барҙы — велосипедтарҙа! Мин бәләкәй инем әле: ике-өс көндө һанайым да иҫәпте юғалтам, атай ҡайтмай тип илаулай башлайым. Аҙнаны уҙҙырып, хатта ун көнгә еткереп, арып-йонсоһалар ҙа, тәьҫораттарҙан балҡып ҡайтыуҙары иҫемдә. Әлеге ике тәгәрмәсле «тимер ат»тарында Ғәҙелша шарлауығы, Сибай, Талҡаҫ маршруты буйынса тотош әйләнеш биреп, Ирәндек аша артылып ҡайтыуҙары ла бер нисә тапҡыр ҡабатланды. 1984 йылда уҡыусыларын поезда Киевҡа сәйәхәткә алып барҙы. Бер яҙғы каникулда поезд менән Өфөгә барып ҡайтыуҙары ла иҫемдә. Хәйер, оноторлоҡмо ни: сумаҙан тулы бүләктәр, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр! Атай курстарға уҡырға барғанында ла бер ҡасан күстәнәсһеҙ, бүләкһеҙ ҡайтманы. Дефицит йылдарҙа беҙгә күлдәктәр ҙә алып ҡайта торғайны. Хатта эш буйынса Асҡарға барып урағанда ла буш ҡул менән ҡайтып инмәне. Ҡышҡыһын саңғыла йөрөп килгәнендә лә, «ҡуян күстәнәс биреп ебәрҙе», — тип мут йылмайып, кеҫәһенән туң энәлек емештәрен сығарыр ине...
Тәүге компьютерҙар — ЭВМ-дар мәктәптәргә килгән, информатика буйынса белгестәр юҡ дәүерҙә — 90-сы йылдарҙа атайым был фәнде уҡытырға тәүәккәллек тапты. Компьютерҙы тиҙ үҙләштерҙе, хаҡлы ялға киткәнсе белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләне.
Әүҙем йәмәғәтсе булды. Беҙҙең өйҙөң ҡапҡаһынан «Депутат йорто», «Агитатор йорто» тигән яҙыулы алтаҡталар төшмәне. Атай менән әсәй алмашлап, хатта парлашып ошо бурыстарҙы тартты. Байтаҡ йылдар атай ауыл биләмәһе депутаты булды. Иҫәптә генә тормай, ғәмәлдә лә файҙалы эштәр башҡарҙы. Ғүмере буйы тыуған ауылы Хөсәйендең ерһөйәр тоғро улы булып ҡалды. 2015 йылда «Һаумы-һығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуында уға «Хөсәйен ауылының почетлы гражданы» маҡтаулы исеме бирелде. Әле лә хаҡлы ялды донъя мәшәҡәттәренә генә күмелеп өйҙә үткәрмәй, әсәй менән икәүләп Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы эшендә лә ҡайнап йәшәйҙәр. Ветерандар хоры, «Малайҙар» вокал ансамбле «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең иң юғары наградаларына лайыҡ булып тора.
Атайым менән әсәйем кеүек пар килгәндәр, үҙемдең күҙәтеүҙәрем тәжрибәһенән сығып әйтәм, бик һирәк. Тормош юлынан 43 йыл инде йәнәш, бер маҡсат менән атлай улар. Хоҙай ғүмерҙәрен, тиңлектәрен бирһен ғәзиздәребеҙгә. Етмешкә еткәндә лә йәштәрсә дәрт менән донъя көтөүҙәре, бер һүҙҙән булыуҙары һоҡланыу уята, беҙҙең өсөн үрнәк тә улар.
Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Беребеҙ ҙә атай өсөн артыҡ булманыҡ. Сикһеҙ һөйөүөнә сорнап, ел-ямғыр тейҙермәй яҡлап, ҡурсалап ҡына торҙо ул. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышымы, класта ремонтмы — гелән атай йөрөнө. Башланғыс кластарҙа уҡығанда бер мәл 8 мартта әсәй дауаханала булғас, байрам иртәлегенә лә атай килде. Студент ятағына ла көс еткеһеҙ йөк менән тәүге тапҡыр атай оҙатып алып барҙы...
Ҡыҙҙар атаһы булыу анһат түгелдер. Тормош көткәндә ярҙам итер терәгең, алмашсың булһа, барыбер еңелерәктер. Ә беҙҙең атай был хаҡта бер ҡасан да зарланманы, ир-егет иңенә төшкән ауыр эштәрҙе һис һүҙһеҙ, оло сабырлыҡ менән үҙе күтәрҙе, күтәрә. Ҡыҙҙар атаһы булыу, ирмен тигән ирҙәрҙе лә иретеп, хисле йөрәкле итәлер. Иллә-мәгәр беҙҙең атай шулай — үтә лә нескә күңелле.
Атайҙың: «Өс ҡыҙым ун малайға алыштырғыһыҙ», — тип беҙҙең менән ғорурланып йәшәүенән күңелде шатлыҡ һыҙа. Ышаныслы таянысыбыҙ, арҡа-ланыр арҡабыҙ булып оҙаҡ йәшә, атаҡайыбыҙ!