-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
14 Сентябрь 2020, 11:19

Һәр эшкә маһир улар

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа уларҙан һис ҡалышмай. Һәр ауылда бына тигән итеп донъяһын да көткән, балалар ҙа тәрбиәләгән, аш-һыуға, ҡул эштәренә лә оҫта, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Был яҙмала һүҙ Дәүләт ауылында ғүмер кисергән М. Х. Ишбулдина менән Н. Ш. Фәхретдинова тураһында.

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа уларҙан һис ҡалышмай. Һәр ауылда бына тигән итеп донъяһын да көткән, балалар ҙа тәрбиәләгән, аш-һыуға, ҡул эштәренә лә оҫта, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Был яҙмала һүҙ Дәүләт ауылында ғүмер кисергән
М. Х. Ишбулдина менән Н. Ш. Фәхретдинова тураһында.
— Район ғына түгел, республика кү-ләмендә ниндәй генә байрам, күргәҙмәләр ойошторолмаһын, шуларға һәр саҡ Мәрфуға апай менән Нәйрә апайҙың ҡул эштәрен алып йөрөйбеҙ. Йәшерәк саҡта-рында, бөгөн инде апайҙар икәүһе лә туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалай, үҙҙәре бер саранан да ситтә ҡалманы, самауыр-ҡаҙандарын тейәп, усаҡ янында тороп, ашын, йыуасаһын бешереп, аҡ майын бешеп, ҡоротон ыҫлап һәм башҡа боронғо ризыҡты әҙерләнеләр, кәзә-бейә һауып, ҡымыҙын бештеләр, тирмән тарттылар... Ғөмүмән, боронғо йолаларҙы тергеҙеүгә, улар менән халыҡты таныштырыуға ҙур өлөш индерҙеләр, — ти оҫтабикәләр хаҡында Дәүләт мәҙәниәт йорто етәксеһе Нәзифә Солтанова.
Оло йәштәгеләр араһында «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә дәүләттәрҙең бәйгенең иң юғары баһаһына лайыҡ булыуында ла Нәйрә Фәхретдинова менән Мәрфуға Ишбулдинаның хеҙмәте ҙур.
— Был бәйгелә сығыш яһағанда ҡумыҙҙа уйнарға кәрәк ине. Апайҙарға был хаҡта әйткәс, белмәйбеҙ тип тә торманылар: кәрәк икән өйрәнербеҙ тинеләр ҙә, «һә» тигәнсе ҡумыҙ сиртергә лә оҫтарып алдылар. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары район кимәлендә юғары баһа алып, Өфө сәхнәләрендә сығыш яһап, гран-приға лайыҡ булды, — тип дауам итә мәҙәниәт үҙәге етәксеһе. — Шулай итеп, дәүләттәрҙең сығышы тотош райондың фестивалдә гран-при яулауына килтерҙе тип әйтә алам.
Хөрмәтле апайҙар элек-электән Дәүләт ауылында эшләп килгән «Серҙәштәр» фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзалары ла була. Төрлө кимәлдә сығыш яһағас, «кейемгә ҡарап ҡаршы алалар» тигәндән сығып, төркөм ағзалары менән бергәләшеп, һәр береһе матур итеп күлдәктәр тектереп, үҙ ҡулдары менән ҡашмау, һаҡалдар эшләп ала. Кәрәк икән мөнәжәт әйтәләр, таҡмаҡ сығарыусылар ҙа нәҡ ошо апайҙар була.
Бөгөн инде ҡул эштәре менән булышыу Нәйрә Фәхретдин ҡыҙының да, Мәрфуға Хәйрулла ҡыҙының да күңел талабы, йыуанысы тиергә була. Тегеүгә лә, бәйләүгә лә оҫта ҡатындар тик ултырырға күнекмәгән шул: хәҙер инде ҡыҙҙарына, килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ нурҙарын түгеп үҙҙәре бәйләгән, теккән әйберҙәрен, эшләгән биҙәүестәрен бүләк итеп һөйөндөрә улар. Һәр эшкә маһир апайҙарҙың ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
— Ҡартым үлеп ҡалғас, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем: балаларҙың һәр кеменең үҙ донъяһы. Кеше араһына сыҡһаң, һораша башлайҙар, ҡайғы яңыра. Күңелде баҫыр өсөн ҡул эшенә тотондом. Ҡулыма бәйләм алһам, ҡайғылар таралып китә, тик яҡшы уй-ниәттәр килә, — ти Нәйрә апай.
Бар күңелен һалып эшләгәнгә лә ҡул эштәре уның зауыҡлы, матур. Нәйрә апайҙың өйөндә бар ултырғыс, диван япмалары, өҫтәл ябыуҙары төрлө биҙәктәр менән, ҡайһыһы ырғаҡ, икенсеһе энә менән сағыу ептәрҙән бәйләнгән. Ул ғына ла түгел, һарыҡ йөнөн, кәзә мамығын үҙе иләп, яҡындарының һәр береһенә инселәп ойоҡ-бейәләйҙәр ҙә, свитер-кофталар ҙа бәйләп кейҙерә.
— Ошо ауылға килеп йәшәүемә 62 йыл тулды, — ти Исхаҡта тыуып үҫкән Нәйрә Шәрәфетдин ҡыҙы. — Дауыт егете Фәйез Фәхретдиновҡа кейәүгә сыҡҡас, ул саҡтағы колхоздың үҙәге булған Дәүләткә килеп төпләндек.
Нәйрә апай ғүмере буйына ашнаҡсы булып эшләй. Төп эш урыны булған мәктәптә уҡыу йылы осоронда балаларҙы тәмле аш менән һыйлаһа, хужалыҡта ҡыҙыу эштәр осоронда баҫыу-ҡырҙарҙа эшләгән игенселәр, малсылар өсөн аш бешерә.
Фәхретдиновтар биш балаға ғүмер бирә. Уларҙың һәр ҡайһыһына бына тигән итеп йорттар һала улар. Ул ғына ла түгел, йорттары янып киткәс, үҙҙәренә лә донъяны өр-яңынан төҙөргә тура килә. Әлбиттә, тырыш, эшһөйәр итеп үҫтергән балаларының ярҙамы сикһеҙ була өй һалыуҙа.
— Әле лә нимәнелер шулай итергә ине тип планымды әйтеүем була, шунда уҡ килеп эшләп тә бирәләр балалар, — ти Нәйрә апай.
Ҡәҙерләп үҫтергән ул-ҡыҙҙарынан, әсәйҙәрсә хәстәрләгән килен-кейәүҙәренән ҡартайған көнөндә изгелек күреү — ошо үҙе бәхет түгелме ни?!
Флүрә ҡыҙы Сибайҙа йәшәй, улдары Ғәзиз менән Ғаяз тыуған ауылдарында төпләнгән. Фәүзиә бәхетен Ҡаҙмаш ауылында тапҡан. Ҡыҙы Мәүлиҙә үлеп ҡалғас, уның улы Ринатты үҙ ҡанаты аҫтына ала өләсәй менән олатай. Уны үҫтереп, белемле итеүгә күп көс һалалар, Ринатҡа ла өй һалып бирәләр. Ҙур ғаилә башлығы булған ейәне эске эштәр хеҙмәтендә тырышып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда.
Ҡул эштәре менән булышҡан арала баҡса үҫтерергә, ҡош-ҡорт тәрбиәләргә өлгөрә эшкә тилбер ҡатын.
Мәрфуға апай иһә Дауыт ауылында донъяға килә.
— Атайым үлеп ҡалғас, әсәйем ике балаһы менән Селивановка ауылына Әхтәм апаға тормошҡа сыҡты, 4 бала өҫтөнә барҙы. Ул саҡта миңә 7 йәш тулғайны. Ғәмәлдә урыҫ халҡы йәшәгән ауылда уҡытыу рус телендә алып барылғанлыҡтан, телде белмәгәс, 9 йәштә генә мәктәпкә барҙым. Шулай ҙа шәп уҡығанмындыр инде, ярты йылда беренсене тамамланым, унан йыл аҙағына икенсене лә бөтөрҙөм. Уҡыу йылы бөткәс, апамдың тыуған ауылы Ҡушыйға күсеп килгәс, дүртенсе класҡа ултырттылар, шулай итеп тиҫтерҙәрем менән уҡый башланым. Асҡарға уҡыуға төшкәс, атайым хәрби кеше булғанлыҡтан тип, ул судья вазифаһында эшләгән, мине интернатта бушлай йәшәттеләр, — тип баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты Мәрфуға апай. — Һигеҙенсе класта уҡып йөрөгәндә, ғинуар айында өйөбеҙ янып китте. Шунан инде беҙ, эреле-ваҡлы бала-саға, барыбыҙ ҙа эшкә тотондоҡ.
Уҡыуын ташлап, ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшкә сыға ул.
— Айғырбатҡан янында иген сәскәндәргә ашнаҡсылар әҙерләп биргән ризыҡты ат менән алып киттем. Етә бара ҡараһам — арбамда төйөнсәктәр юҡ. Кире киттем: бара-бара өс икмәктең икәүһен һәм һауыт-һабаны табып алдым. Кире әйләнеп, игенселәр янына килеп, аш һалып бирәйем тиһәм, арбаның кендек сөйө кәстрүлде тишкән дә, аштың һурпаһы ағып бөткән, һауыт төбөндә һалмаһы ғына ҡалған. Нимә эшләргә белмәй, илайым. Тракторсылар: «Әйҙә сәй ҡайнатып эсер», — тип мине әүрәтеп, тынысландырып алдылар. Шулай итеп, әҙер ашты эшсәндәргә теүәл еткерә алмағас, сәй ҡайнатып эсереп ҡайттым. Тәүге эш көнөмдең береһендә шундай хәлдәргә тарып бөттөм, — тип алыҫта ҡалған балалыҡ йылдарын күҙ йәштәре аша иҫкә алды Мәрфуға апай.
Колхозда, үҙе әйтмешләй, эшләмәгән эше ҡалмай: ер эшкәртеүҙә лә, иген сәсеүҙә лә йөрөй, һарыҡ та көтә, бәрәс тә ҡарай, һауынсы ла, һатыусы ла була, бесәнлеккә ташылған бесән-һалам, сенаж-силосты ла ҡабул итә.
— Трактор ярҙамсыһы булып сәскестә, культиваторҙа йөрөгәндә тракторсы ағайҙар йоҡлап китеп, ҡолап ҡалмаһындар тип беҙҙе, бала-сағаны, агрегаттың ултырғысына бәйләп ултырта торғайнылар, сөнки төнө буйы уйында йөрөйбеҙ, йоҡо туймай, — тип хәтирәләр ебен һүтеүен дауам итә Мәрфуға апай. — Алтай тәкәләрен көттөм бер мәл, ҙур мөгөҙлө тәкәләр һөҙөшә башлаһа, ҡурҡып тау башына ҡаса торғайным.
1956 йылда ауылдашы Ҡадир Ишбулдинға кейәүгә сыға.
— Ҡәйнәм ныҡ оло ине. ЗАГС-ҡа барһағыҙ, кәләше бар тип улымды әрмегә алырҙар тип, никахты теркәтмәне. Тәүге балабыҙ тыуғас ҡына яҙылыштыҡ, — ти был хаҡта апай.
Ишбулдиндар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. 1978 йылда яңы өй һалып, Дәүләткә күсенәләр. Мәрфуға апай эштә лә өлгөрә, донъяһын да көтә, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Йыр-бейеү түңәрәктәренән тыш, халыҡ театрында ла уйнай. Бөгөн дә төрлө сараларға саҡырһалар, бер ҙә юҡ тимәй, ихлас ҡатнаша.
Хаҡлы ялға киткәнендә 40 йыл хеҙмәт стажы була Мәрфуға Хәйрулла ҡыҙының. Тырыш хеҙмәте, һәр яҡтан күптәргә өлгө булған апайға ауылдаштары ышаныс белдереп,бер нисә саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар, район Советының бер саҡырылышында ла депутат була ул. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Сочи ял йорттарының берәүһенә юллама менән бүләкләнеп, ер-һыу күреп, ял итеп ҡайтырға ла форсат тейә.
Тормош иптәше күптән гүр эйәһе. Балалары һәр кем үҙ донъяһында ғүмер кисерә, үҙҙәре олатай-өләсәй. Әлфиә Таҡһырҙа йәшәһә, Зөлфиә бәхетен Ырымбур өлкәһендә тапҡан. Улдары Илдар электрик һөнәрен үҙ итһә, Хәбир комбинатта эшләй. Фажиғәғә тарып, аяҡһыҙ булһа ла, һау кешеләрҙән артыҡ тырышып йәшәргә ынтылған тракторсы улы Зөлфәрҙең ғүмере өҙөлөүе әсә йөрәгенә тынғы бирмәй.
Бер нисә йыл элек Рәсәй балеринаһы Анастасия Волочкова килгәнендә Красная Башкирияла үткән сарала Мәрфуға Ишбулдинаға ла ҡатнашыу бәхете тейә.
— Волочкова иҫе китеп тыңланы ҡумыҙҙы, үҙе лә сиртеп ҡараны һәм башҡорт милли ҡоралына һоҡланыуын йәшермәне, — ти был хаҡта ауылдың мәҙәниәт етәксеһе.
Нәйрә Фәхретдинова менән Мәрфуға Ишбулдина башҡорт кейемдәре тегеү һәм милли биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнеп, боронғо өлгөләрҙең бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итә.
— Мәрфуға апай әсәһенән ҡалған һаҡалды үҙе яңыртып эшләп алды. Унда боронғо тәңкәләр бар, уларҙың хатта йылы ла юйылып бөткән, әммә унда әбей батша һүрәте күренә. Нәҡ улар кеүек рухлы, халҡының боронғоһона битараф булмаған апайҙар барҙа башҡорт кейеменә ихтирам юғалмаҫ, милли кейемебеҙ матурлығы менән башҡа милләт вәкилдәрен һоҡландырыр, — тигән ышаныста Нәзифә Зәйнетдин ҡыҙы.
Ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанған Н. Фәхретдинова менән М. Ишбулдинаның 80 йәштәре тулыу уңайынан Дәүләт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күркәм сара ойоштороп, уларҙы тәбрикләүҙәре апайҙарҙың хеҙмәтенә, йәшәйешенә ҙур баһа, минеңсә.
Читайте нас: