Тормоштоң онотолмаҫ, матур хәтирәләр һаҡлап ҡалған иң сағыу мәле — ул баласаҡ. Ағайым Йәүҙәт (хәҙер мәрхүм инде), ҡустым Һиммәт, һеңлем Хөснә — дүртебеҙ әсәйһеҙ үҫтек. Миңә алты йәш ине. Әсәйем Нурикамал ауырыуҙан үлеп китте. Ул ваҡытта буранлы ҡыш ине. Ҡәҙерле кешебеҙҙең мәңгегә беҙҙе ташлап киткәнен ағайым белһә лә, беҙ бәләкәйҙәр аңламаныҡ та.
Күпмелер ваҡыт үткәс, атайым Хөббөтдин өйгә бер ҡатынды алып ҡайтты ла: «Балалар, бына был апайығыҙ һеҙгә әсәй урынына булыр, тыңлап ҡына йөрөгөҙ», — тине. Иҫемдә, бер көндө Ғәҙилә апай ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шунда ҡунаҡтарҙың үгәй әсәйебеҙгә биргән кәңәштәрен ишеттем. Ғәҙилә апай: «Әстәғәфирулла, юҡ-юҡ, детдомға бирмәйбеҙ, үҙебеҙ аяҡҡа баҫтырырбыҙ әле», — тине. «Детдом» тигән һүҙҙең мәғәнәһен мин үҫә төшкәс кенә аңланым.
Атайым колхоздың алыштырғыһыҙ йылҡы көтөүсеһе булды. Өйҙә һирәк кенә була торғайны. Ул йылдарҙа ҡыштар буранлы, ҡарлы ине. Атайым Сабирйән апа менән йылҡы көттө, төнгөлөккә улар алмашлап, көрттө соҡоп, тунға уранып ял иткән. Атайһыҙ өйҙә ҡалыуы ҡайһы саҡта ҡурҡынысыраҡ та ине. Иҫләйем, бер төндә апай мине уятты. «Милләт, тор әле... Кәртә башында бер кеше ултыра...» — тине ул. Мин кейенеп тышҡа сыҡтым, ҡулыма таяҡ алдым. Арттан апай ҡарап тора, мин тауыш бирәм. Ә теге ҡарасҡы өндәшмәй ҙә, ҡыбырламай ҙа. Тегене таяғым менән йыға төртһәм, күркә булып сыҡты. Өйгә ингәс, туйғансы көлөштөк.
Элек ауылда төп, иң кәрәкле транспорт ат булды. Хужалыҡтың бар ауырлығын улар күтәрҙе. Атайыбыҙ ат менән ҡайҙарға ғына йөрөмәне, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да йөк ташыны. Халыҡ бер-береһенә ярҙамсыл, эшсән булды: ҡайғыны ла, шатлығын да бергә кисерҙе. Бер ваҡыт күршебеҙ Нуритдин апа Дауытовтың өйө янып китте. Шундай түҙемле хужа ҡойолоп ҡалманы. Донъяһын яңыртты. Уға һәр кем ярҙам итергә тырышты. Тормош ауыр булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр татыу йәшәне, талаш, ғәйбәт һөйләүҙәр булманы. Ҡапҡалар асыҡ, өйҙәрҙәге ишектәрҙә йоҙаҡ тигән нәмә юҡ, һәр йортта кәмендә биш-алты бала үҫте. Атай-әсәйҙәр иртәнән кискә тиклем колхоз эшенән бушаманы. Ҡул аҫтына инә башлаған беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бесән саптыҡ, күбә күбәләнек, мал көттөк. Ҡыйын булды, әлбиттә, шулай ҙа эш беҙҙе тормош ҡәҙерен белеп үҫергә өйрәтте.
Әсәйһеҙ ҡалһаҡ та, етемлекте тойманыҡ. Йомшаҡ күңелле Ғәҙилә апай беҙҙе үҙ балалары кеүек тәрбиәләне. Ауыр һүҙ ишетмәнек беҙ унан. Ауыл халҡы ла уны тырышлығы, алсаҡ булғанлығы өсөн хөрмәт итте.
Атайымдың атаһы Хисаметдин олатайым менән бергә йөрөп, бар эшкә оҫтарып киттем. Ул саҡта Ҡыҙылда балыҡ күп булды. Сос булғанмындыр, өлкән ағайҙар, апалар үҙҙәре менән Ҡыҙылға балыҡҡа алып йөрөнө. Бер ҡышты боҙҙа сәкән уйнап йөрөгәндә, Мәхмүт ауылынан дүрт ағай мине эҙләп тапты. Тегеләргә ауылдыҡылар балыҡ ятыуҙарын мин генә яҡшы белгәнемде әйткән икән. Мин уларға ҡайҙа ау һалырға кәрәклеген күрһәтеп йөрөнөм. Ағайҙар өс тапҡыр боҙ уйып, балыҡ ауланы. Уларға ау һөйрәшеп арып бөттөм. Аҙаҡ ағайҙар тотолған балыҡты бер тигеҙ бүлеште. Минең өлөш көс етмәҫлек: ҙур-ҙур суртандар, беләк йыуанлыҡ оптолар, бурыштар. Көс-хәл менән тоҡто, боҙ буйлап күпергә тиклем һөйрәтеп алып килдем. Балығымды күреп, эсәк йыуған еңгәйҙәр, апайҙар хайран ҡалды. Тоғомдо улар янына ҡалдырып, йүгереп ҡайтып Йәүҙәт ағайымды алып килдем. Ғәҙилә апай бик ҡыуанды, арҡамдан ҡат-ҡат һөйөп алды. Ике көн туйындыҡ балыҡҡа, хатта Рәжәп һәм Харрас ағайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ, эй ҡыуандылар.
Бала ғына көйө атайым күбә тарттырыуға алып йөрөнө. Майка бүләк иткәйнеләр, миңә ҙур ҡыуаныс булды. Ярышып күбә тарттырып, кәбән ҡойоуҙа таһыллы апа-ағайҙарҙың тырышып эшләүе әле лә күҙ алдымда — Вара һәм Радмир Мостафиндар, Исмәғил һәм Ғәли Заһитовтар, Фәйезйән Мортазин, Рәйес Мусин, Әҡсән Хәсәнов, Вәли Рәхмәтуллин, Шәрифулла Шәрипов, Фәтих Хәлилов, Хабрахман Шахморатов, Азамат Түлебаев, Рәйес Малыбаев, Арслан Вәлиев, күбәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙар Гөлсирә Әхмәҙиева, Мәүлиха Сафиуллина, Гөлсирә Мусина, Фәйрүзә Саниева, Тәнзилә Шәкирйәнова, Заһира Дауытова, Илүзә Мостафина, Райхан Шәрипова, Мөбинә Рәхмәтуллина, Зәлифә һәм Разифа Саниевалар, Рәшиҙә һәм Фәйрүзә Хәлиловалар, Фәғилә Айытбаеваларҙың хеҙмәте онотолмай. Был яҙып киткән ағай-апаларҙың береһе лә иҫән түгел, әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе әле лә гөрләтеп донъя көтә.
Бына хәҙер үҙем етмеште ҡыуалайым. Атай менән Ғәҙилә апай был донъяла юҡтар... Ғәҙилә апай менән атайым беҙ дүртәүҙән башҡа, йәнә бишәүгә: Мәүлит, Рәйлә, Нәзирә, Тәлғәт һәм Зиләгә ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Туғыҙ бала татыу үҫтек бер ғаиләлә. Аллаға шөкөр, тоҡомобоҙ ишәйгәндән-ишәйә. Бөтәбеҙ бергә осрашып, ҡәҙерлеләребеҙ өсөн аяттар уҡытып торабыҙ. Атайым һәм икенсе әсәйем — Ғәҙилә апайҙы, һәр ваҡыт беҙҙең янда кеүек тоябыҙ. Мең рәхмәт уларға.
Мин өләсәйҙәргә бай булдым. Хисам олатайымдың әсәһе Хөбиямал им-томға шәп булды. Атайымдың әсәһе Бибес өләсәйем шундай сос, Мәғниткә көнөнә барып әйләнеп ҡайтыр ине. Таҡһырҙан әсәйем Нурикамалдың әсәһе Ғәбәйлә, Ғәҙилә апайҙың әсәһе Хәлимә өләсәй бик яҡшы булдылар. Яҡшы күршеләр менән ғүмер кисерҙек — Нуритдин һәм Бәҙретдин Дауытовтар, Ғәли Заһитов, Харрас Шахморатов, Шәрифйән Һағынбаевтар беребеҙгә лә үгәйһетеп ҡараманы, ипле һүҙле булдылар. Хөбиямал өләсәйемдең: «Изге күңеллеһең, рәнйеш алмай үҫ, рәхмәтле бул кешегә», — тигәне иҫемдә ҡалған. Иншалла, шулай булды ла, бер кем тураһында күңелемдә насар уй юҡ. Сөнки мин татыу, изге күңелле атай-әсәй ҡулында үҫтем.
Милләт НИЗАМОВ.
Тәпән ауылы.