+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
25 Сентябрь 2020, 13:40

Рәхмәт һеҙгә, яугирҙәр!

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйеүе бик үкенесле. Шанлы-данлы йылдарҙың тере шаһиттарын күргән, улар менән аралашҡан, күҙ йәштәре аша һөйләгән хәтирәләрен тыңлаған быуын булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйеүе бик үкенесле. Шанлы-данлы йылдарҙың тере шаһиттарын күргән, улар менән аралашҡан, күҙ йәштәре аша һөйләгән хәтирәләрен тыңлаған быуын булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең районда ни бары өс һуғыш ветераны ҡалды. Уларға тейешле ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтеү, иғтибарҙан өҙмәү — һәммәбеҙҙең изге бурысы.
Ошо көндәрҙә яугирҙәргә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан юбилей миҙалдары тапшырылды.
Ҡаҙмаш ауылының абруйлы уҙаманы, аҡһаҡал Ишҡол Мәхмүтов килеүселәрҙе һәр ваҡыттағыса йылмайып, ихлас ҡаршыланы. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев, Амангилде биләмәһе хакимиәте башлығы Марат Фәхрисламов, эштәр идарасыһы Люциә Ғатауллина, урындағы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Сабит Мортазин Ишҡол Хәмзә улын республика етәксеһенең наградаһы менән бүләкләне. 1926 йылдың 26 сентябрендә тыуған Ишҡол апа бына-бына 94 йәшенә аяҡ баҫырға тора.
Күҙ теймәһен, йорт-ихата тирәһендә иртә таңдан ваҡ-төйәк эштәрен бөтөрөп, йомош-фәлән булһа район үҙәгенә лә йөрөп килә ала. Балалары Ишдәүләт, Әнисә, Ринат аталарын яҡшы ҡарауы хуп. Күңеле көр, һаулығы шөкөр ветерандың бала сағы иҫтәлектәрен тыңлап ултырыуы үҙе бер ғүмер.
Мәхмүттә ҡыҙы Зөбәйлә Сәйфуллина ҡарамағындағы ветеран Ҡотлогилде Төхвәтулин миҙалға ысын күңелдән ҡыуанды.
— Бик ҡәҙерле бүләк. Өҫтәлгә ултыртып ҡуйырмын, етәкселәргә беҙҙе онотмауҙары өсөн ҙур рәхмәт, — тине ветеран, сувенир ҡаптағы көмөш миҙалды һыйпап.
Еңеүҙе Берлинға етмеш саҡрым етмәй, Кенигсбергта ҡаршылаған яугир тыныс тормошта ла хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә. Оҙаҡ йылдар тыуған хужалығында алдынғы тракторист булып эшләй. Ансар Ғаттар улы уҙаманға һаулыҡ, именлек теләне. Хәлил биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәнүзә Ҡусҡарова ла изге теләктәр юлланы.
Йәнгел ауылынан һуғыш ветераны Әхтәм Байгилдиндың сәләмәтлеге шәптән түгел. Түшәктә ятҡан олатаһы янында ейәне Юнир Ғәлин бар ине. Йәнгел биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров менән урындағы ветерандар советы рәйесе Сара Әпсәләмова оло кешенең хәл-әхүәлен белеште.
Читайте нас: