+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
29 Сентябрь 2020, 11:47

Күргән-кисергәндәр осҡон булып, янып тора уйсан күҙҙәрҙә

Ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр генә кисермәгән оло быуын кешеләре! Һуғыш осоро михнәттәре, аслы-туҡлы көнитмеш, көс етмәҫлек эштәрҙе башҡарыу — барыһы ла баштарынан үткән.

Ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр генә кисермәгән оло быуын кешеләре! Һуғыш осоро михнәттәре, аслы-туҡлы көнитмеш, көс етмәҫлек эштәрҙе башҡарыу — барыһы ла баштарынан үткән. Шулай ҙа ғүмер юлында осраған бындай ауырлыҡтар уларҙы һындырмаған, киреһенсә, сыныҡтырған, рухтарын нығытҡан, кеше араһында кәм-хур булмай, намыҫлы эшләргә һәм лайыҡлы йәшәргә өйрәткән. Һәм бөгөн улар тормоштоң ҡәҙерен белеп, күптәргә өлгө булырлыҡ, һоҡланғыс ғүмер кисерә.
Таштимер ауылының хөрмәтле ағинәйе Л. В. Алсынбаеваның ғүмер юлы ла тотош китапҡа торошло.
Лидия Скурлатова Асҡарҙа донъяға килә. Ҡыҙыҡайға биш йәш тулғанда, әсәһе үлеп ҡала һәм уны үгәй әсәй тәрбиәләй. Атаһын — Александр Васильевичты Таштимерҙәге МТС-ҡа эшкә ебәргәс, ғаилә шунда күсә.
— Ғаиләлә балалар күп булды, етешмәйбеҙ, шуға ата-әсәйгә ярҙам итер өсөн дүртенсе класты бөтөү менән эшкә сығырға тура килде, сөнки эшләгән кешеләргә — 500, уларҙың ҡарамағында булғандарға 200 грамм иҫәбенән икмәк бирәләр ине, — тип яҙмыш ебен һүтә инәй. — Иптәш ҡыҙым Нюра Заматева менән контораға утын ташыныҡ. Ат егеп, көнөнә өс тапҡыр утынға барабыҙ, шуның икәүһен конторға бушатабыҙ, өсөнсө йөктө алмашлап бер көн Нюралараға булһа, икенсе көнөнә беҙгә алып ҡайтабыҙ.
Бер мәл ошо ике бәләкәй генә ҡыҙыҡай цистернанан биҙрәләп кәрәсин дә бушата.
— Әсәй нефтебазала эшләне, көндөҙ эшселәргә аш бешерҙе. Бер мәл ул: «Ҡорманаева апайға ярҙам итегеҙ, цистернаның эсендәге кәрәсинде бушатырға кәрәк, краны эшләмәй» тигәс, әлеге лә баяғы Нюра менән заправкаға киттек. Цистернаға баҫҡыс төшөрөп ҡуйҙыҡ, уның эсендә тын алырлыҡ та түгел, тышта һауа һулайбыҙ ҙа, тиҙ генә төшөп арҡанға бәйләнгән биҙрәне тултырып өҫкә күтәрәбеҙ. Шулайтып 200 литр тирәһе кәрәсинде сығарып бирҙек, — ти ул был осраҡты хәтерләп.Төрлө эштә йөрөй торғас, атаһы директор менән һөйләшеп, Лидияны май заводына эшкә алып бара.
— Бәләкәй булғанға инде, балалар баҡсаһы ойошторағыҙ тиһәләр ҙә, етәкселәр, мине сусҡа ҡарарға алдылар, май заводының ике сусҡаһы бар ине ул саҡта, — бынан һигеҙ тиҫтә йылға яҡын булған ваҡиғаларҙы әле генә булған кеүек итеп һөйләй ул. — Сусҡаларым ун туғыҙ башҡа еткәс, уларҙы ит комбинатына тапшырырға ебәрҙеләр. Гөлзәминә еңгәй Ялалова менән үгеҙ егелгән арбаға сусҡаларға ашарға тултырылған аҙыҡ менән һигеҙ бидон ултыртып, юлда һалып ашатыу өсөн кәритә алып, сусҡаларыбыҙҙы артыбыҙҙан эйәртеп, Мәғниткә алып киттек.
Барып етһәләр, ҡалаға инер урында ғына булған комбинаттың ишек-тәҙрәләре таҡта менән арҡырыға көпләнгән булып сыға. Һораша торғас, уның «левый»ға күскәнен асыҡлайҙар. Ул арала ҡараңғы төшә. Ҡар бөртөгө төшөп торған көҙгө һыуыҡ мәл булһа ла, сусҡаларҙы урларҙар, тип ҡалдырырға ҡурҡып, бер ҡатындың ҡапҡаһы алдында төн үткәрәләр.
— Изге күңелле кешеләр күп бит, шул йорттоң хужабикәһе беҙгә сәй сығарып эсерҙе, — тип, бөгөн булһа уға рәхмәтле инәй. — Икенсе көн ФЗО янына үтеп барһаҡ, уҡыусы малайҙар сусҡаларҙы ҡыҙыҡ күрептер инде, тәгәрмәсебеҙгә тимер сыбыҡ ташлайҙар, уралған тимерҙе ысҡындырып киттек тигәндә тағы ташлайҙар. Уҡытыусылары килеп сығып, уларҙы тыйғас ҡына, юлды дауам иттек.
Ошондай ыҙалыҡтар менән тапшырып ҡайталар сусҡаларын. Уның ҡарауы, етәкселәр рәхмәт йөҙөнән 90 һум премия менән бүләкләйҙәр эшселәрҙе.
Сусҡаларҙы ашатып-эсереп тәрбиәләгән арала, Лидия инәй саҡ ҡына буш ваҡыты сыҡһа, лаборантҡа ярҙам итеп анализ алыуға өйрәнеп алған.
Һуғыш башлана. Лидияның атаһы фронтҡа алына һәм Орел өлкәһе өсөн барған ҡаты бәрелештәр ваҡытында батырҙарса һәләк була.
— Олатайым Василийҙың ун бер балаһы – алты улы, биш ҡыҙы була. Иң ҙуры атайым ине. Фашистар илебеҙгә баҫып ингәс, алты улы ла һуғышҡа китте, шуларҙың тик икәүһенә генә еңеү яулап ҡайтырға насип булды, — ти Лидия Александровна.
Күп тә тормай май заводы директоры Журавлев менән лаборант Каткин да һуғышҡа алына. Фронтҡа китеүҙәренә өс ай тигәндә, уларҙың батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәр килә. Каткин урынына Лидия инәйҙе лаборант итеп күсерәләр. Хәлилдән Сәйҙә Дәүләтова менән Белоретта лаборанттар әҙерләү курстарында уҡып ҡайталар.
— Фермаларҙан көнөнә өс тапҡыр һөт килә ине. Бынан тыш, Селиван, Абҙаҡ, Рәхмәт, Байым сепаратор бүлексәләре һөттө үҙҙәрендә айыртып, ҡаймағын беҙгә ташыны. Бер тапҡыр ҙа һөттө әсеткәнебеҙ булманы, продукциябыҙ һәр саҡ тик юғары сортлы булды, — ти ғорурлыҡ менән Лидия Александровна.
Ул саҡта май заводында бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Лидия Александровна һөйләүенсә, бер мең литр һыйҙырышлы барабанлы ҙур сепараторҙы ике ҡатын әйләндергән: береһе бер яҡҡа әйләндерһә, икенсеһе икенсе яҡҡа өйөрөлтә. Буйы етмәгәнлектән, ултырғыс ҡуйып булһа ла, мөмкин тиклем уларға ла ярҙам итә эшкә тилбер Лидия инәй.
— Заводта май ғына түгел, эремсек, брынза ла сығарҙыҡ. Парашюттар өсөн кәрәкле материал тип козеин да эшләнек. Эремсекте киптереү өсөн тышҡа йәйәбеҙ, ҡарап ҡына тормаһаң, уны малайҙар урлай, йә ел ауҙара һуға, — ти ул. — Ғәҙәттә продукция менән алдыҡ эш хаҡын, «тере» аҡсаны йылына ике тапҡыр — июнь һәм декабрҙә генә бирә торғайнылар. Ул саҡта эшселәргә халат, быйма, бейәләй кеүек эш кейемдәре менән тәьмин ителеш яҡшы булды, өҫтөбөҙҙә һәр саҡ махсус кейем булды.
1944 йылда май заводы буйынса һөттөң ҡуйылығын 4,5 процентҡа еткергән өсөн Лидия Скурлатова ҡиммәтле бүләккә лайыҡ була, уны Өфөнән барып алыу өсөн Магнитогорск ҡалаһына юллана. Матур күлдәк кейеп барырға уйлап, магазинда кейем һайлап йөрөгәнендә, булған аҡсаһын урлата. Тағы бер нисә ынтыла Өфөгә барырға, әммә билет булмау сәбәпле, кире борола.
— Кемдәндер аша биреп ебәрелгән ул бүләк — 5 метр плащлыҡ туҡыма һәм 4 метр таҫтамал ине. Плащ, жилет тектереп алып, билде һыға быуып, әллә кем булып йөрөлдө инде, — тип ҡәнәғәт йылмая Лидия Александровна. — Бәхетлемен, һәр саҡ тырышып эшләнем, эшем дә маҡтаулы булды.
Таштимер май заводын Асҡарға ҡушалар, бухгалтерҙы эштән алалар.
— Йыллыҡ отчет биреү мәле еткән. Бухгалтер булмағас, Ҡаҙмаштан бухгалтер ярҙамсыһы Мәрзиә Ғәниева һәм миңә отчет менән барырға ҡушылды. Ике йәшник документ тейәп, вокзалға алып барып, поезға ултыртып ебәрҙеләр. Юлға һөт, эремсек туңдырып алдыҡ. Вагонда икенсе ҡатта китеп барабыҙ, нәмәләребеҙ ҙә шунда инде, бер мәл һөтөбөҙ иреп, тамсылай башланы. Беҙҙе аҫҡы полкаға күсереп һалдылар. Элек юл Силәбе аша булды бит, бында килеп төштөк, артабан китергә билет юҡ. Санобработка үтмәйенсә вокзалға индермәйҙәр. 1 һум 50 тин түләп, мунсаға инеп, йыуынып, кейемдәрҙе ыҫлатып сығаһың, шунан ғына вокзал эсенә үтергә мөмкин ине, — тип дауам итә.
Артабан китеү өсөн билет булмағанлыҡтан, өс көн һайын санобработка үтеп, ике аҙна йәшәйҙәр Силәбе вокзалында. Ашарҙарына ризыҡтары бөтә, шунан вокзал начальнигына инеп хәлдәрен аңлата ҡыҙҙар.
— Тротуарҙағы боҙҙо таҙартырға ҡушты ул беҙгә. Байтаҡ майҙандың боҙон лом менән ярып сыҡҡас, Дәүләкәнгә билет бирҙеләр. Унда мин бер ай курс үттем. Йоҡларға урын юҡ, өҫтәлдәге счетты баш аҫтына һалып йоҡлайбыҙ, иртән йыйыштырыусы килеп мейес яҡһа, уның янында йыйылып китеп, йылынабыҙ, тамаҡ яғы наҡыҫ. Бер ай уҡығандан һуң, ул мәлгә Мәрзиәгә мин дә ярҙам итешеп, отчетты ла тапшырып бөттөк, ҡайтырға йыйындыҡ, — тип бәйән итә ул.
Әммә поезға билет ала алмайҙар, шулай тағы 15 көн үтеп китә. Ҡыҙҙар нисек поезға эләгергә мөмкин булыуы хаҡында көн дә баш вата торғас, поезд туҡтаған арала ике вагон араһына ултырып китергә хәл итә.
— Отчеттар һалынған берәр йәшникте ботобоҙ араһына ҡыҫтырҙыҡ та йәтешләп ултырып та алдыҡ, поезд ҡуҙғалып та китте. Ул тиҙлеген шәбәйтһә, ныҡ йәбешеп ултырабыҙ, юғиһә осоп төшһәң, бөттөң инде, — ти ул.
Өсөнсө туҡталышта Мәрзиә проводникка барып һөйләшә, уға аҡса биреп, вагон эсенә инеп, ҡалған юлды тамбурҙа үтәләр. Өфөгә килеп етәләр, әммә артабан ҡайтыу өсөн тағы билет юҡ. Бында ла вокзал начальнигы менән һөйләшеп, ул ҡушҡан эштәрҙе эшләгәндән һуң ҡайтырға мөмкинлек тыуа. Әллә күпме ыҙалыҡтар менән имен-аман отчетты тапшырып, документтарҙы теүәл алып ҡайтҡан өсөн директор ҡыҙҙарҙы премия менән бүләкләй.
— 1947 йылда завод директоры, Райхана менән икебеҙгә, Сталин башлы миҙал («1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн») тапшырғастар, тағы ла дәртләнеберәк эшләйбеҙ, арыу ҙа юҡ, — тип хәтирәләрен дауам итә Лидия Александровна.
Биш баланы үҫтереүе еңел булмағандыр инде, әсәһе Лиданы кейәүгә бирергә була. Хәҙерге Әбйәлил ауылынан алыҫ түгел урында руда ҡаҙыу бара, шунда инженер булып эшләгән Рудольфҡа бирергә килешеп бөтә.
— Иптәштәрем, уға бирмәйбеҙ тип, һабантуйҙан мине һәр яҡлап ҡамаулап алып ҡайтып киттеләр. Шунан Райхана менән Таштимерҙә йәшәй башланым. Көн дә ауылдан ҡыҙ-малайҙар Салауатҡа мәктәпкә китә, улар артынан беҙ эшкә барабыҙ. Шунда малайҙар араһында ыҫпай кейенгән берәүгә иғтибар итә инем. Ул минең буласаҡ бабайым булған. Уның менән танышып, дуҫлашып, 1949 йылда шуға кейәүгә сыҡтым, — тип көлә Лидия инәй. — Алсынбаевтарҙың яңғыҙ бөртөк малайы ине, ҡәйнәм-ҡайным менән бер бүлмәле өйҙә йәшәйбеҙ. Эшкә лә йөрөйөм, өйҙәге бөтә эште теүәл башҡарырға тырышам. Ҡәйнәмдәр менән үҙ-ара шул тиклем татыу йәшәнек.
Уңған килен ҡайныһынан баҡса кәртәләтеп, ауылда тәүгеләрҙән булып йәшелсә үҫтерә башлай, алмағастар ултырталар. Йылға алыҫ булғанлыҡтан, унан һыу ташып һибеүе анһат түгел. Шуға ла килен кеше ихата эсендә үҙе ҡоҙоҡ ҡаҙырға була. Ҡайны-ҡәйнәһе йәйләүҙә булған мәлдә, улар ҡайтыуға Лида инәй соҡорҙо ике метр тәрәнлеккә ҡаҙып төшә. Ҡайныһына был эште аҙағына еткереп ҡуйырға ғына ҡала. Әйткәндәй, был ҡоҙоҡ әле лә хужабикәһенә тоғро хеҙмәт итә: 92 йәшкә еткән Лидия Александровна түтәлдәргә һыуҙы бөгөн дә ошо ҡоҙоҡтан алып һибә. Баҡсаһында бер бөртөк ҡый үләне юҡлығына хайран ҡалырлыҡ.
— Ҡайным уҡытайыҡ тигәс, иремде Темәскә педучилищеға ебәрҙек, мин донъя көтөп ҡалдым, — ти инәй.
Уҡып, дипломлы белгес булып ҡайтҡан Әнүәр Алсынбаевты комсомолдың район комитетына беренсе секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Был мәлгә ғаиләлә Таһир, Таяр исемле малайҙар үҫә. Олатай-өләсәй өлкәнен үҙҙәрендә алып ҡала, Таярҙы алып, Алсынбаевтар Асҡарға күсенә. Лидия Александровна район-техник предприятиеһында автотранспорт буйынса бухгалтер булып эшләй башлай.
Ике йыл ярым эшләй ул бында. Ире Өфөгә, партия мәктәбенә уҡырға ингәс, Таштимергә күсеп ҡайтып, һатыусы булып эшкә урынлаша. Артабан Әнүәр Сафуан улы Свердловск юғары партия мәктәбен дә тамамлай.
Эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Лидия Александровнаға 1962 йылда Башпотребсоюздың алтынсы съезында ҡатнашыу бәхете тейә, унда алдынғы һатыусы ведомствоның грамотаһы менән бүләкләнә. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең етенсе съезына ла делегат итеп һайлана Л. А. Алсынбаева.
— Көн дә Таштимерҙән Михайловкаға йөрөп эшләгәс, мине ауылда асыласаҡ тирмәнгә эшкә күсерҙеләр. Ун туғыҙ йыл дауамында эшләнем. Ҡартым да һуңғы көндәренә тиклем ошонда тир түкте, — бында эшләү осоро ла еңел бирелмәгән уға.
Ауылдаштары араһында ҙур абруй менән файҙаланған Лидия Алсынбаева өс тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Оҙаҡ йылдар халыҡ заседателе булараҡ судтарҙа ҡатнаша, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй.
Алсынбаевтар өс балаға ғүмер бирә.
— Таһирыбыҙ мәктәптән һуң, Таштимер һөнәрселек училищеһын тамамлап, Магнитогорск төҙөлөш институтына инде, тик бер йылдан ашыу уҡығас, был һөнәр минеке түгел тип, ситтән тороп Өфөгә ауыл хужалығы институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы. Курсанттар менән Ҡаҙағстанда уңыш йыйыуҙа йөрөп, сессияға һуңлаған өсөн уҡыуынан сығарҙылар. Әммә уҡырға ынтылышы булғас, Магнитогорск педагогия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡып, диплом алды. Оҙаҡ йылдар училищела мастер булып эшләп, Почет билдәһе орденына лайыҡ булды. Тик ҡаты ауырыу иртә алып китте улымды был донъянан, — ти ҡайғы-бәләләрҙе сабыр үткәргән ҡатын.
Республикала билдәле балалар хирургы булған Таяр улының үлеме лә йөрәген телгеләй әсәнең. Хоккейсы булырға хыялланған улын инәй медицина йүнәлеше буйынса китергә өгөтләп күндерә.
— Студент йылдарында ҡайтып китергә ваҡыты булмаһа, ашарына күберәк үҙем ташыным Өфөгә. Уҡыған мәлдәренән үк төрлө ҡалаларҙа үткән конференцияларҙа йыш сығыш яһаны. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡҡа эшкә китте. Унда 46 йыл ҡала дауаханаһының балалар хирургияһы бүлексәһен етәкләне, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған балалар хирургы исемдәренә лайыҡ булды. Кешенең сәләмәтлеген ҡайғыртып, үҙен хәстәрләмәгән бер ҙә, — ти инәй улы хаҡында.
Ҡыҙы Сания Буранғол ауылында төпләнгән, бар ғүмерен башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда.
Таһирҙың ҡатыны үлеп ҡалғас, ейәне Салауатты аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙ иңенә ала өләсәй. Таштимер һөнәрселек училищеһын, унан Магнитогорскиҙа колледжды отличноға тамамлаған ейәнен нефть институтында уҡытып ала. Хәҙер ул башҡалала йәшәй, юл төҙөлөшө өлкәһендә етәксе.
— Таярҙың өлкән улы Ғайса атаһының юлынан китеп, ҡалала үҙенең стоматология поликлиникаһын тота, ул медицина фәндәре кандидаты. Заһирым нефть компанияларының береһендә етәксе урынбаҫары, Ғүмәр ҙә нефтяник. Санияның ике игеҙәк ҡыҙҙары художество бүлексәһен тамамланы, Ләйсәне уҡытыусылыҡҡа уҡый. Стәрлегә барғанда Салауат ейәнем етәкселегендә эшләнгән тигеҙ, матур юлдан үткәндәге ҡыуанысымды әйтеп аңлатып бөтөрлөк түгел, — тип ейәндәре өсөн ҡыуанысын йәшермәй инәй.
Һәр ейән-ейәнсәренең шатлыҡ-уңыштарын уртаҡлашып, улар өсөн оло ғорурлыҡ кисереп йәшәүе, бүләләрен һөйөүе үҙе үк бәхет түгелме ни оло кешегә?
Тормоштоң тыныс булыуына, ауылдаштарының, туғандарының етеш, бәхетле йәшәүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай Лидия Александровна.
— Ошондай имен тормош өсөн тырышып эшләнек, һынауҙарға бирешмәнек. Кәрәкмәй беҙгә һуғыш, донъялар булһын тыныс, — тигән теләктә йәшәй ағинәй.
Читайте нас: