+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
13 Октябрь 2020, 11:54

Ил инәһе, милләт әсәһе

Таштимер ауылында ғүмер кисергән Әҡлимә Хызырова «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ойошмаһы булдырған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал менән бүләкләнде.

Таштимер ауылында ғүмер кисергән Әҡлимә Хызырова «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ойошмаһы булдырған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Йәшәү рәүеше менән күптәргә өлгө, донъя тотҡаһы булып, заманға яраҡлашып йәшәй белгән, күңелендәге сикһеҙ хазинаны быуындан-быуынға тапшырыусы ролен үтәгән, тормош дилбегәһен дөрөҫ тотоп, балаларына ғына түгел, ейәндәренә лә лайыҡлы тәрбиә биргән әсәнең «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән исемде йөрөтөүгә тулыһынса хаҡы бар.
Эшкә әрһеҙ, сос булыуы менән ауырлыҡтарға бирешмәй, тырышып эшләүе, башҡаларҙан ҡалышмай, йәбешеп ятып донъя көтөүе һөҙөмтәһендә өлгәшкән ул бөгөнгөһөнә.
Йәлембәт ауылында донъяға килгән Әҡлимәнең атаһы һуғыш башланыу менән фронтҡа китә һәм 1942 йылда ил азатлығы өсөн барған алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Ҡыҙыҡай ауылда башланғыс кластарҙы тамамлап, бишенсегә Таштимер мәктәбенә уҡырға килә.
— Етенсе класҡа барғас, Һамар ауылына картуф алышырға киттем. Эшемә күрә аҡса түләнеләр. Етешмәгән саҡ, аҡса эшләүҙе уйлап, башҡаса мәктәпкә барманым да ҡуйҙым. Ә үҙем киләсәктә әртис булырға хыяллана инем, — тип баласаҡ хәтирәләрен барлай Әҡлимә апай. – Бер мәл Магнитогорскиҙан ҡайтып килгәндә, мәктәп директорын күреп ҡалдым да, уҡырға барғым килеп, илайым бит. Уның янына барһам, уҡырға саҡырмаҫмы икән, тип тә уйланым, шулай ҙа ҡыйыулығым етеп, уға һүҙ ҡуша алманым.
14 йәше тулғас, Әҡлимә апайҙы колхоз етәкселеге Ҡырҡты аръяғында ятҡан башмаҡтарҙы ҡарарға ебәрә.
— Башмаҡ көткәндәр барыһы ла минән 4-5 йәшкә өлкәндәр ине. Уның ҡарауы уларҙан эшкә өйрәндем, — тип дауам итә ул. — Унан һуң фермала оҙаҡ ҡына һыйыр ҙа һауҙым.
Ауыл ерендә шулай инде, колхоз ҡайҙа ҡуша, шунда эшләйҙәр. 1957 йылдың май айында Йәлембәттән өс ҡыҙҙы, улар араһында Әҡлимә апай ҙа була, Салауат-совхоз утарына ағас ултыртыу эшенә ебәрәләр. Ауылға килеп етеү менән, бер ғаиләгә фатирға индерәләр.
Байтаҡ алыҫ урынлашҡан диләнкәгә, алдан әҙерләнгән һыҙаттарға ағас ултыртыуға йөрөйҙәр. Эштән ҡайтыу менән Әҡлимә апай хужабикәгә һыйырын да һауыша, башҡа йорт эштәрендә булыша.
Үҙенең буласаҡ ире — Ғәлебай ағайҙы ла ошонда осрата Әҡлимә апай. Ул саҡтарҙа Салауат утары ҙур ғына ауыл була. Йәштәр кистәрен уйынға йөрөй. Таштимер ауылынан өй буратырға килгән Ғәлебай ҡыҙҙар төшкән өйҙөң күршеһендә фатирҙа йәшәй.
— Күрше ауылдан булғас, туғаныбыҙҙай ҡабул иттек уны. Өсөбөҙҙө лә тиң күреп, «ҡарындаштар» тип ҡурсалап уйынға алып бара, унан инде өйгә тиклем оҙатып ҡуя ине, — тип яҡты хәтирәләр ебен һүтә апай.
Егерме көн тигәндә ҡыҙҙар эштәрен теүәлләй, йәғни үҙҙәренә еткерелгән ағас ултыртыу заданиеһын үтәп, ҡайтырға булалар. Улар менән бергә Ғәлебай ҙа юлға йыйына.
Хужабикәнең өйөн таҙалап йөрөгәндә келәтендә өр-яңы сөгөндәр күреп ҡала ҡыҙ. Ҡыҙҙары күп ине, уларға бирнәлек итеп әҙерләгәндер инде, тип эстән уйлаһа ла, берәүһен һорарға батырсылыҡ итә. Хужабикә риза була, ағас ултыртҡан өсөн алған аҡсаһынан хаҡын түләп, көршәкте яулыҡҡа бәйләп алып, ҡайтырға сығалар.
Ҡайҙа инде ул мәлдә транспорт, оҙон юлды күмәкләшеп йәйәү үтәләр. Ғәлебай ағай ҡайтып еткәнсе, Әҡлимә апайҙың шул төйөнсөгөн тотоп ҡайта.
— Ҡайтҡас, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булғанбыҙҙыр, Ғәлебай менән һабантуйҙа ғына яңынан күрештек. Артабан инде осраша башланыҡ һәм ноябрь айында ижәп уҡыттыҡ. Таштимергә килен булып төшөүемә 63 йыл ғүмер үтеп киткән. Барыһы ла әле генә булған кеүек, бабайым менән матур, татыу йәшәнек, — тип шатлығын йәшермәй ул.
Кейәү йортона оҙатылып барғас, бер бүлмәле бәләкәй генә өйҙә ике ҡәйнәһе, ҡайынһеңлеһе, ҡәйнеше бергәләп көн күрәләр. Салауат утарында буратҡан өйҙө алып ҡайтып, күтәреп, ике йылдан башҡа сыға йәштәр.
Таштимергә килеү менән ул саҡта гөрләп эшләп торған май заводына эшкә бара йәш килен.
— Төрлө эштә йөрөнөм, ҡаймаҡты һыуытыу өсөн бер туҡтауһыҙ боҙ индереп һалабыҙ, һөттө ҡайнатыу өсөн утын ташып яғаһың, башҡа төрлө эштәр ҙә сығып ҡына тора. Иртәнге һигеҙҙә киләм, ҡайтҡансы төнгө сәғәт 12, хатта 2 булып китә. Арманһыҙ булып ҡайтып, йоҡлап өлгөрәһеңме, юҡмы — һыйыр һауырға торорға кәрәк, сөнки таңғы сәғәт биштә киткән көтөүгә һуңлатырға ярамай. Унан башҡа эштәрҙе теүлләйһең дә тағы эшкә йүгерәһең... — нисек кенә ауыр булһа ла кеше араһында һыр бирергә тырышмай.
Бер аҙҙан Таштимер фермаһына сусҡа килтерелгәс, Әҡлимә апайҙы шунда эшкә күсерәләр. Күп тә тормай һыйырҙар ҡайтарыла һәм уға быҙау ҡарарға ҡушыла. Ошо эштә утыҙ йыл алһыҙ-ялһыҙ эшләп, хаҡлы ялға сыға ул. Һәр эште урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккән Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы гел алдынғылар рәтендә була, тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән бер ҡосаҡ маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай ул. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән дә наградланған Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы. «Яҡташтар» проектында — Башҡортостан райондары тарихын билдәле шәхестәр йөҙөндә булдырыуҙа ҡатнашҡан өсөн республика Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Тормош иптәше улар өйләнгән саҡта комбайнер булып эшләй. Ғаиләлә дүртенсе балалары тыуғас, Ғәлебай Хызыровты колхоз етәкселеге Йылайырҙағы ауыл хужалығы техникумының ветеринарҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрә. Көндөҙгө бүлектә теүәл бер йыл уҡып ҡайтып, ҡалған ғүмерен мал табибы булып эшләүгә арнай Ғәлебай Мырҙабай улы.
— Элек колхоздың баҫыуҙары ҙур майҙандарҙы биләне, игендең дә уңышы мул булды. Шуға ла ураҡ мәле етһә, Ғәлебайҙы комбайнға ултыртырҙар ине. Эшкә әрһеҙ булды үҙе, — тип маҡтап бөтә алмай апай хәләл ефетен. Ул саҡтағы республика Президенты Мортаза Рәхимовтан ҡотлау хаты алып, алтын туйҙарын ололап үткәрергә яҙа бәхетле парға. Ғәлебай ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә биш йыл ваҡыт үткән.
Хызыровтар алты балаға ғүмер бирә. Ул-ҡыҙҙарының барыһын да лайыҡлы тәрбиәләп, бөтәһе лә яратҡан һөнәрҙәренә эйә булһын өсөн күп көс һала ата менән әсә:
— Бер-бер артлы мәктәпте бөтөп, дүртәүһе бер юлы уҡыу йорттарында уҡый башланы. Балаларҙы уҡытыу өсөн аҡса кәрәк. Көндөҙ фермала эшләһәм, төндәрен кешеләргә кейем тектем, шәлдәр, кофта, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләнем. Һөт-ҡаймағын, майын, итен һатып та аҡса эшләнек, бының өсөн 5-6 һыйырҙан өҙөлмәнек, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны булманы...
Уның ҡарауы, бөгөн балалары — әсәнең оло ғорурлығы, һәр береһе районда ғына түгел, тотош республикала билдәле кешеләр: Сәғит, Фәриҙә, Рәйфә, Вәхит, Зөфәр, Фәһимә тормошта үҙ урындарын тапҡан — үҙ иштәре менән бәхетле ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтергәндәр, намыҫлы хеҙмәт итәләр. Әле килеп ейән-ейәнсәрҙәренең дә яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, тиңдәрен табыуына ҡыуана өләсәй.
Бөгөн инде ҙур, иркен, бөтә уңайлыҡтар булдырылған заманса йортонда матур ғүмер кисерә бәхетле әсә. Мал көтмәһә лә, яҙҙан күпләп себеш алып, ҡош-ҡорт үҫтерә. Йәй көндәре баҡсанан бушамай. Сәселгәнде һәйбәт итеп тәрбиәләү үҙ һөҙөмтәһен бирә — баҡсаһы мул уңышы менән һөйөндөрә хужабикәне. Өйөн уратып үҫкән сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, уларҙың сағыу төҫтәренән хатта күҙҙәр ҡамаша.
— Аяҡтар йөрөгәндә өйҙә нисек сыҙап ултырмаҡ кәрәк. Баҡсала үтә көнөм. Сәскәләр яратам, иртән тороу менән иң алда йүгереп сығып, сәскәләремдең хәлен белешәм: улар менән һөйләшеп инмә-йенсә, күңелем булмай, — тип ҡәнәғәт йылмая Әҡлимә апай.
Әйткәндәй, Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы күптән дин юлында. Әйтеүенсә, 50 йәше тулғас ураҙа тота башлай, 55-тән намаҙға баҫа.
— Элек бит хәҙерге кеүек китаптар булманы. Әсәйем дә, ҡәйнәм дә намаҙ уҡынылар. Аяттарҙы уларҙан яҙып алып, өйрәндем. Яҙыуымды һәр саҡ үҙем менән алып йөрөп, ятлай торғайным. Бер һы-йырҙы һауам да, һөтөн ҡойорға килгәндә уҡып китәм, һауғансы шуны ҡабатлайым. Баҙарға картуф, һөт-ҡаймаҡ һатырға йөрөгәндә трамвайҙа дәфтәремде сығарып, уҡып барыр инем. Унан инде китаптар сыға башланы, әйҙә ал да уҡы ғына, — тип Хоҙайға шөкөрана ҡылып, яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй ул. — Аллаға шөкөр, ауылда аяттарҙан ҡалдырмайҙар.
Әртис булыу тураһындағы бала саҡ хыялы тормошҡа ашмаһа ла, Әҡлимә апай, үҙе әйтмәксе, йәш сағынан сәхнәләрҙән төшмәгән. Ғүмере буйына ауыл клубы янындағы түңәрәктәрҙең әүҙем ағзаһы була, спектаклдәрҙә уйнай, концерттарҙа ҡатнаша.
Ауылдаштары билдәләүенсә, Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ауылда ойошторолған сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Һәр сараға бағышлап шиғри әҫәрҙәр ижад итеүгә лә оҫта. Ул — Таштимер ауылының ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы. Төрлө байрамдарға, кисәләргә үҙ ҡулдары менән теккән сағыу башҡорт кейемендә килеп, уйындарҙа ҡатнашып, ойота баҫып бейемәйенсә ҡайтмай ул. Күптән түгел ауылды һыулаған Мунсыҡ йылғаһы буйында билдәләнгән Ололар көнөндә йәштәрсә дәрт менән бейеп йөрөүен интернет селтәрендәге «Таштимер. Айыҡ ауыл» төркөмөнә һалынған видеола ҡарарға мөмкин.
Тағы ла шуны әйтеп үтеү кәрәк: 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәрен алдырып, үҙе әйткәнсә «энәһенән ебенә тиклем» уҡыуы тик маҡтауға лайыҡ.
— Ауылымдың халҡын яратам. Бергәләшеп, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ, — тип ауылдаштарына ла оло ихтирамын, рәхмәтен еткерә ил инәһе.
Читайте нас: