+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
13 Ноябрь 2020, 13:01

Аҡ күңелле ағинәй

Ағинәйҙең рухы — изге бетеү,Ят күҙҙәрҙән һаҡлар ил ҡотон.Ил тип доға ҡылыр ил инәһе барҙаЙәшәр әле, йәшәр, башҡортом.

Өләсәйҙәрҙең мөғжизәле һандыҡтарына элек-электән битараф түгелмен. Семәрле һандыҡ төбөндә иҫ китмәле хазина, ниндәйҙер сер һаҡлана кеүек. Иҙәш Ҡусҡары ауылында йәшәүсе хөрмәтле ағинәй Зәйтүнә Шәрипованың селтәр-түшелдеректәр яһауын күптән белә инем, шуға уның йорт түренә ҡунаҡлаған, өҫтөнә ҡупшы ғына итеп ҡаралтылар өйөп ҡуйылған зауыҡлы һандығын астырырға сәбәп эҙләйем үҙемсә. Зәйтүнә инәй: «Ҡорамалар ҙа тегәм ул мин», — тигәс, әһә, тимәк биҙәкле түшәктәр, моғайын да һандыҡ төбөндә яталыр тип, әңгәмәсемде ҡорамаларын теҙеп фотоға төшөрөргә өгөтләйем. «Юҡ, мин хәҙер олоғайҙым, фотоға элекке кеүек һылыу сыҡмайым», — тип әҙерәк инәлтеп алһа ла, һорауымды кире ҡаға алмай. Ниһайәт, асыла мөғжизәле һандыҡ!
Ниндәй генә байлыҡ юҡ унда! Ҡорамалар үҙҙәре генә тиҫтәнән ашыу — ялтыр уҡа һалып эшләнгәне лә, ситтәре сигелеп, һырылғаны ла, зәңгәрһыу, ҡыҙғылт, йәшел төҫтәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Хатта «Билайн» операторы символына оҡшатып, һары-ҡара төҫтәге бал ҡорто ишеһе лә бар. Бына йәш киленде ҡәйнә йортона оҙатыуға тип әҙерләгән һарауыс, янсыҡ, түшелдеректәр, ебәк яулыҡтар, ырғаҡ менән бәйләнгән шәлдәр, ваҡ ҡына мәрйен, ҡортбаш, сыңлап торған тәңкәләр теҙеп яһалған төрлө төҫтәге селтәрҙәр... Их, матурлыҡҡа һыуһаған күңелем тулып, ниндәйҙер сихри кинәнескә сумып ултыраммы ни...
Зәйтүнә Мөхәмәҙиә ҡыҙы үҙе лә — ошо һандыҡ кеүек шау хазина, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң сағыу өлгөһө ул. Уға ҡарап, «Бына гүзәл зат ниндәй булырға тейеш» тигән фекер уяна.
Теүәл 70 йыл элек, Юлдаш ауылында йәшәгән ғаиләлә ете бала араһында дүртенсе булып донъяға килә ул. Фин һуғышында ҡатнашҡан атаһы Мөхәмәҙиә олатай алдынғы механизатор, комбайнсы булғанлыҡтан, уны Бөйөк Ватан һуғышына ебәрмәй, фронтҡа ла, илдәге халыҡҡа ла иген игеүсе кәрәк тип, бронь менән алып ҡала хужалыҡ етәкселеге. Әсәһе лә күмәк бала тәрбиәләү араһында, колхоз ҡайҙа ҡуша, шунда баш баҫып эшләй. Эшһөйәр ғаиләлә үҫкән Зәйтүнә иртә ҡул араһына инә. Юлдашта башланғыс мәктәпте тамамлаған һеңлеһен, Урал мәктәбендә эшләгән Рәйсә апайы, артабан уҡытыу өсөн үҙе янына алып ҡайтып китә. 1968 йылда Урал урта мәктәбенең 10-сы класын тик «бишле»гә тамамлаған ҡыҙҙың артабан белемен арттырырға иҫәбе булһа ла, ул осор мөғәллимдәр етешмәгәнлектән Иҙәштәге башланғыс мәктәпкә эшкә саҡыралар. Шул рәүешле, әле генә 18-е тулған, үҙе парта артынан яңы сыҡҡан Зәйтүнә уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Бар белемен башланғыс класс ҡыҙ-малайҙарына түкмәй-сәсмәй еткерергә тырышып, ихлас эшләй ул. Бер йылдан Магнитогорск ҡалаһындағы педучилищеға ситтән тороп уҡырға инә.
«Училищеның көндөҙгө бүлегенә лә инергә булыр ине, тик был мәлдә ағайым медуниверситет студенты, минән бәләкәй тағы өс бала — атай-әсәйгә ауыр булмаһын тип, мин уҡытыусылыҡ эшемде дауам иттем, — ти инәй. — Бер йыл эсендә уҡыусыларыма ла эҫенеп өлгөргәйнем, уларҙы ҡалдырып киткем килмәне».
Күрәһең, яҙмыш еле уны юҡҡа ғына Иҙәшкә алып килмәгәндер. Ауылда йәш, сибәр генә ҡыҙ эшләп йөрөүе тураһында хат-хәбәр был мәлдә хәрби хеҙмәттә булған Иҙәш Ҡусҡары егете Дәрис Шәриповҡа ла барып ишетелә. Дуҫтарының хаттарын уҡып, «Эх, ҡайтып өлгөрһәм генә ярар ине, мин ҡайтҡансы берәйһенә кейәүгә сығып ҡуймаһын йәш уҡытыусы», — тип, ҡыҙҙы күрмәйенсә уға ғашиҡ була Зәйтүнәнең буласаҡ тормош иптәше.
Ҡупшы һалдат кейемендә ҡайтып төшкән егетте ҡыҙ үҙе лә оҡшата һәм йәштәр оҙаҡламай, 1970 йылда туй үткәреп, татыу ғына йәшәп китә. Дүрт балаға — ике ул, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Зәйтүнә Мөхәмәҙиә ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡала. Белем биреүҙә халыҡ педагогикаһына таянып эш итә ул. Районда тәүгеләрҙән булып башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн семинар уҙғара, уның асыҡ дәрестәре йәш уҡытыусылар өсөн ҙур тормош тәжрибәһе була. Балаларҙы ныҡ яратҡан, шул уҡ ваҡытта талапсан да, ғәҙел дә педагог уларҙа атай-әсәйгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, тоғролоҡҡа өйрәтә, тәртип ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен күҙәтә. Уҡыусыларының күбеһе үҙҙәре лә һуңынан мәғариф өлкәһен һайлай. Иҙәш мәктәбендә иң матур һәм мауыҡтырғыс итеп йыһазландырылған кабинеттарҙың береһе Зәйтүнә Мөхәмәҙиә ҡыҙыныҡы була. Ул оҙаҡ йылдар «Оҫта ҡулдар» түңәрәген алып бара, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә етди иғтибар бүлә. Ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, улар менән берлектә мәктәптә музей итеп эшләнгән «Башҡорт өйө»н булдырыуға өлгәшә. Уның араһында йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, һайлау кампанияларынан да ситтә ҡалмай. Дөйөм педагогик стажы 40 йылға тулған уҡытыусының мәғариф тармағындағы фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.
Башлы-күҙле булған улдары Заһит менән Фәриттең уңыштарына һөйөнөп, ҡыҙҙарын уҡытып, иңгә-иң терәшеп йәшәр сағында ҡапыл ғына тол ҡала Зәйтүнә инәй — һөйөклөһө, Дәрисе, 55 йәшендә генә кинәт мәрхүм була. Ауылдаштарына үрнәк булып, 32 йыл татыу ғүмер кисерә улар.
Ҡайғыһын эшенә, балаларына баҫып, күндәм генә йәшәгән ҡатындың, «Хеҙмәт ветераны» исемен алып, хаҡлы ялға сыҡҡас, икенсе тормош һулышы асыла тиһәм, моғайын да үпкәләтмәҫмен Зәйтүнә инәйҙе. Мәшәҡәтле мәктәп эшенән арыныу уға күптән хыялланған, тик йыш ҡына ваҡыты етмәгән ҡул эштәренә, ҡорамаларына, сигеү-бәйләмдәренә тотонорға мөмкинлек бирә. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы, фольклор төркөмө ағзаһы булған З. Шәрипова милли кейемдәрҙе — итәкле башҡорт күлдәктәрен, камзул-еләндәрен дә үҙе тегеп кейә. Ағинәйҙәр менән берлектә, ауылдаштарын туплап, үткәргән сараларҙың иҫәбе юҡ — «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Теләк теләү», «Бәпес туйы», «Ҡорбан ашы» — уларҙың күбеһе Зәйтүнә Мөхәмәҙиә ҡыҙы яҙған сценарийҙар буйынса бара. Ауылға төшкән йәш килендәргә һыу юлы күрһәтеү ҙә уның башланғысы, тырышлығы менән боронғо йолаларға таянып, бер ниндәй хәмерһеҙ, мәғәнәле, фәһемле итеп ойошторола. 2018 йылда «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауға өлгәшә иҙәштәр. Бында ла, һис шикһеҙ, З. М. Шәрипованың роле баһалап бөткөһөҙ.
Оҫта ҡуллы ағинәйҙең сағыу ҡорама-түшәктәренән тыш, телде йоторлоҡ буҙаһы, хуш еҫле мейес икмәге, яңы бешкән аҡ майы, ҡыҙыл эремсеге, талҡаны һәм башҡаһы — район һабантуйы яланында ҡуйылған тирмәләге күргәҙмәлә төп урынды биләй.
Үҙе кеүек булдыҡлы, эшһөйәр улдары Заһит менән Фәрит, өйләнеп, Иҙәштә төпләнһә, ҡыҙҙары Гөлсәсәк менән Алсәсәк, ғаиләләре менән Асҡарҙа йәшәй. Өлгөлө донъя көткән балалары-ның һәр береһенең тормош юлы үҙе айырым мәҡәләгә торошло. Вәсилә менән Заһит Шәриповтар Урал аръяғы райондары араһында үткән конкурста еңеүсе булып, «Дан ғаиләләр» китабына ла индерелде.
Зәйтүнә инәй бына инде 19 йыл Фәриттең ғаиләһе менән төп йортта, килене Айгөл менән бер һүҙҙән булып, килешеп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп, ғүмер итә. Ҡәйнә менән килен икәүләшеп милли кейем тегә, селтәр-ҡашмауҙар яһай. Өфөлә уҙған «Селтәр» республика конкурсында ла икәү ҡатнаша һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы дипломына лайыҡ була улар.
Көрәшсе Шәриповтар ауылдаштар осрашыуҙарында милли көрәш ярышын ойоштороуҙы ла, батырҙарҙы бүләкләүҙе лә үҙ иңдәренә алыуҙарын иҙәштәр хәҙер ғәҙәти хәл тип ҡабул итә, буғай. Дини байрамдар һайын өлгөлө ғаилә мотлаҡ ҡорбан салдырып, ауылдаштарын йыя.
Бынан тыш, Шәриповтар иң көслө ир-егеттәрҙе асыҡлаған «Ирәндек айыуы» конкурсын район һабантуйында дүрт йыл рәттән ойоштороп, Әбйәлил генә түгел, күрше өлкә бәһлеүәндәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Еңеүсене улар йыл һайын шәхси хужалыҡтарында аҫралған һарыҡ тәкәһе менән бүләкләне.
— Шөкөр, улдарымдан да, ҡыҙҙарымдан да, кейәү-килендәремдән дә уңдым, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, бына тигән итеп донъя көтә, — ти «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» булдырған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булған Зәйтүнә Шәрипова. — 13 ейән-ейәнсәргә өләсәймен. Өлкән ейәндәрем Мирза менән Арсен да егет ҡорона етте, уларға ҡарап, улдарымдың бала сағын күрәм, тағы йәшәреп киткәндәй булам.
70 йәште һис бирмәҫһең уға, хәрәкәттәре һалмаҡланһа ла, йәштәрсә дәрте, рухы һүрелмәгән бер ҙә. Етенсе тиҫтәне ваҡлайым тип тормаған теремек ағинәй, быйыл Йәнгелдә үткәрелгән «Супер-өләсәй» район конкурсында гран-при яулап ҡайтҡан.
Читайте нас: