+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
20 Ноябрь 2020, 13:00

Етмеш йыл бергә

Үтәгән ауылында йәшәүсе Өмөкамал һәм Сабирйән Ғиниәтовтарҙың тормош юлы һоҡланырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та. Уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә — 70 йыл. Таж туйҙарын билдәләгән һоҡланғыс пар республика Башлығының ҡотлау сәләмен һәм иҫтәлекле бүләген алды.

Үтәгән ауылында йәшәүсе Өмөкамал һәм Сабирйән Ғиниәтовтарҙың тормош юлы һоҡланырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та. Уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә — 70 йыл. Таж туйҙарын билдәләгән һоҡланғыс пар республика Башлығының ҡотлау сәләмен һәм иҫтәлекле бүләген алды.
Сабирйән Мостафа улы бынан 90 йыл элек Үтәгән ауылында донъяға килә. Бөгөн ул ауылда иң оло кешеләрҙең береһе. 9 сентябрҙә аҡһаҡал үҙенең олпат юбилейын ҡаршылаған. 1939 йылда башланғыс мәктәпкә уҡырға төшә. Ул отҡорлоғо, яҡшы хәтере, уҡыуға сослоғо, көр тауышы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. 1941 йылда ҡаты ауырыуҙан атаһы үлеп киткәс, ғаилә һәм ике бәләкәй һеңлеһе тураһында хәстәрлек әсәһе менән 11 йәшлек малайҙың иңдәренә ята. Әсәһе Хөббиямал, һуғыш осоронда ни тиклем ауыр булмаһын, балаларым аталарының нигеҙендә үҫһен, тип, үҙенең тыуған ауылы Әбделғәзегә ҡайтып китмәй, килен булып төшкән ерендә йәшәргә ҡала.
13 йәшлек Сабирйән колхоздың төрлө эш-йомоштарына ярай башлай. Иҫәп-хисапҡа сос малайҙы ололар ер үлсәү, һанау, яҙыу эштәренә лә йәлеп итә. Үтәгән менән Ҡаҙмаш араһын көн дә йәйәүләй торғас, ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай. Үҫмерҙе колхоз баҫыуҙарына ҡарауылсы итеп тәғәйенләйҙәр.
1948 йылда һуғыш емереклектәрен төҙәтеү өсөн Әбйәлилдән Амур өлкәһенең Райчиха ҡалаһына ФЗО-ға ебәрелгән 80 кеше араһында Үтәгәндән Сабирйән Ғиниәтов та була. Төҙөлөш ауыр шарттарҙа бара. Буранғол егете Мәүлит Фәсхетдинов менән яҡын дуҫтар булып китәләр. Мәүлит дуҫына ауылдаш һеңлеһенең адресын тоттора. Шулай итеп, Райчиха ҡалаһынан Буранғолда йәшәүсе Гөлъямал һәм Вәлиулла Әхмәтйәновтарҙың кинйә ҡыҙы Өмөкамалға хат килеп төшә. Ике йыл буйына йәштәр араһында хат бәйләнеше өҙөлмәй.
Буранғол мәктәбенең 7-се класын тамамлаған Өмөкамал 1950 йылдың көҙөндә Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ебәрелә. Шул мәлдә ФЗО хеҙмәтен тултырып, Сабирйән тыуған ауылына ҡайтып төшә һәм, оҙаҡҡа һуҙмай, ике туған ағаларын алып, Буранғолға кәләш әйттерергә бара. Әүжәндә ағас ҡырҡып йөрөгән ҡыҙға атаһынан ашығыс сәләм килә: «Ҡыҙым, әсәйең ауырып китте, ҡайт!». Өмөкамал йәһәтләп ҡайтыуҙы хәстәрләй. Ни күрә: әсәһе өйҙә һин дә мин йөрөп ята. Баҡтиһәң, унһыҙ ғына ижәп уҡытҡандар, тик һине кейәүгә бирҙек, тип сәләм ебәрергә ҡыймағандар. Шуныһы ҡыҙыҡ — ижәп уҡытылған 1950 йылдың 7 ноябре шишәмбегә тура килгән. «Ныҡлы никахты ҡоро көн тигән ырым-хөрәфәт ҡаҡшата алмай икән», — тип йылмая тормош юлында күпте күргән инәй менән апа.
11 ноябрҙә йәштәр никах мөнәсәбәтен ЗАГС ҡағыҙы менән нығыта, кәләш ҡәйнә йортона оҙатыла. 17 йәше саҡ тулған ҡыҙын кейәүгә биргәне өсөн Вәлиулла Әхмәтйәнов ауыл Советына саҡыртыла, сөнки секретарға райсовет тарафынан шелтә бирелә. Ә йәштәр татыу ғына йәшәп алып китә.
Өс йыл бергә йәшәгәс, 1953 йылдың аҙағында ғаилә башлығы армия сафына алына. Йәш кәләш ҡәйнәһе менән донъя көтөп ҡала. Хабаровск ҡалаһында хәрби уҡыу үтеп, икенсе категориялы радиотелеграфист һөнәре алған Сабирйән Ғиниәтов отделение командиры, взвод командиры ярҙамсыһы, һуңынан радиостанция етәксеһе дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Өлкән сержанттың рәсеме почет таҡтаһынан төшмәй. 1954 йылдың йәмле майында тыуған ауылынан «Малайың тыуҙы!» тигән телеграмманы алғас, ҡыуанысының иге-сиге булмай, иптәштәре лә уның шатлығын ихлас уртаҡлаша, ә командирҙары өс көнгә увольнениеға ебәрә. Хәрби бурысын, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп, уңышлы тамамлай. Өс йыл да ике ай хеҙмәт итеп, 1956 йылдың көҙөндә өйөнә ҡайтып инеүенә, ҡаршы йүгереп сыҡҡан бер мәртәбә лә күрмәгән ике йәш ярымлыҡ улының: «Әсәй, беҙгә урыҫ инеп килә!» – тип ҡысҡырып ебәреүен апа хәҙер ҙә көлөп иҫкә ала.
Армиянан ҡайтҡас, Үтәгән ауылына бригадир ярҙамсыһы итеп ҡуйыла. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп уҡып, агроном һөнәренә эйә була. Һуңынан Сабирйән Мостафа улы колхозда комсомол секретары, Амангилде ауыл Советы секретары, унан рәйесе, «Заветы Ильича» колхозында партия комитеты секретары, бригадир, агроном, иҫәпсе-бухгалтер вазифаларын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙен яуаплы эшмәкәр, ышаныслы кеше итеп күрһәтә. С. Ғиниәтовтың тырыш хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәләнгән. Улар араһында БАССР Өлкә комитетының Почет грамотаһы, «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары ла бар. Өс тапҡыр район Советына, туғыҙ рәт ауыл Советына депутат итеп һайлана. «Амангилде» совхозы ойошторолғас, 1987 йылдан пенсияға киткәнсе кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй. 1993–1997 йылдарҙа совхозда ревизия комиссияһы ағзаһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара.
Ныҡлы тылы, ышаныслы терәге булмаһа, Сабирйән Мостафа улы, бәлки, эшендә уңыштарға өлгәшә алмаған булыр ине. Сөнки иртә таңдан ҡара төнгәсә ғаилә башлығы эштә булғанда ете баланы көтөп, аяҡҡа баҫтырыу, мал-тыуар ҡарау, йорт-ҡуралағы мәшәҡәттәр күберәк Өмөкамал Вәлиулла ҡыҙының иңенә ята. Тормош иптәше тәүлектең ҡайһы ғына ваҡытында ҡайтып инмәһен, ҡатынының аш-һыуы әҙер, йөҙө яҡты була. Ул саҡта йыйылыштар, партия уҡыуҙары төндә лә үткәрелә. Балаларын да аталарына ҡарата ихтирамлы итеп тәрбиәләй ул.
Сабыр холоҡло, түҙемле, эшһөйәр ҡатын бесән әҙерләү, һарыҡ ҡырҡыу, сөгөлдөр үҫтереү, миндек бәйләү һымаҡ колхоз эштәренең береһенән дә ситтә ҡалмай. Аш-һыуға оҫта хужабикәнең өйө лә ялт итеп тора. Ихата тултырып ҡош-ҡортон үҫтерә, баҡсаһында ҡыяр-помидоры, картуфы йыл һайын уңа, балаҫ һуға, кейеҙ баҫа, күҙ яуын алырлыҡ яҫтыҡ-юрғандар эшләй, матур-матур күлдәктәр тегә. Ул бәйләгән дебет шәлдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ә улары Мәғнит баҙарында һәр ваҡыт үтемле була. Күп балалы әсә ауылда еңел ҡуллы кендек инәһе булып та таныла.
Олоғайған ҡәйнәһен һәм әсәһен тәрбиәләү ҙә Өмөкамал инәйҙең өлөшөнә төшә. Әйткәндәй, ул ҡәйнәһе менән 42 йыл, бер өйҙә, татыу ғүмер итә, әсәһе яңғыҙ ҡалғас, уны ла үҙенең эргәһенә һыйындыра.
Ғиниәтовтарҙың иң ҙур байлығы — балалары. Иң ҙур ҡаҙанышы — уларҙа хеҙмәткә һөйөү, белемгә ынтылыш уятып, яҡшы тәрбиә биреүҙәре. Хәҙер инде балалары барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан белемле һәм абруйлы кешеләр, һәммәһе лә ғаиләле. Амангилделә йәшәүсе улдары Ғәлләм механик һөнәренә эйә, оҙаҡ йылдар «Тиҙ ярҙам» машинаһында водитель булып эшләгән. Ҡаҙмашта һәм Йәнгелдә донъя ҡорған Зөләйха менән Ғәҙилә тегенсе һөнәрен һайлаған. Зөһрә, Рәмилә һәм Рәмзиә яҙмыштарын мәғариф менән бәйләгән. Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбендә юғары категориялы математика уҡытыусыһы булған Зөһрәләренең хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм республика Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары менән билдәләнгән, Сибай ҡалаһы буйынса иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен йөрөткән Зөлфирәләре үҙәк район дауаханаһында эшләй, уның Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы грамотаһы менән билдәләнеүенә лә ҙур ғорурлыҡ кисерәләр. Үтәгәндә төпләнгән Рәмиләләренә күҙ төбәп тора оло Ғиниәтовтар. Төпсөк ҡыҙҙары Рәмзиә Амангилде мәктәбендә уҡыта.
Өмөкамал инәй менән Сабирйән апа әле лә тик ултырмай, хәлдәренән килгәнсә донъя көтәләр, балаларына ярҙам итергә тырышалар. Туҡһанға етһәләр ҙә мал тоталар, балаларына, башлы-күҙле булған ейәндәренә ауыл күстәнәсе — һөт йә ҡаймаҡ ебәрә алыуҙарынан ҙур ҡәнәғәтлек кисерәләр. 16 ейән-ейәнсәргә һәм 19 бүлә-бүләсәргә олатай-өләсәй улар. Әлеге ваҡытта иң өлкән бүләләре әрме сафында хеҙмәт итә. Барыһын да теүәлләп, кеҫә телефоны аша хәлдәрен белешеп, именлек теләп ултыра ололар. Әйткәндәй, икеһенең дә йәштәренә күрә теремек, теүәл зиһенле булып, яҡшы һаҡланыуҙары талаш-ыҙғышһыҙ татыу, тыныс тормош кисереүҙәренә, ғаилә башлығының бер ҡасан да насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәүенә бәйле. Әле лә бер-береһе өсөн борсолоп, сәләмәтлектәрен хәстәрләп, матур ҡартлыҡ кисерәләр.
Иҫ киткес яҡшы хәтергә эйә Сабирйән Мостафа улы тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр өсөн тере хазина инде. Мәрхүмә Рәйсә Аҫылғужина Үтәгән ауылы тарихы буйынса китап яҙғанында күп тапҡыр уға мөрәжәғәт итә. Рим Яхин Әбделғәзе ауылы тарихы буйынса ҡиммәтле мәғлүмәттәр яҙып ала. Ауылдаштары Хабрахман Фәхрисламов, Шәмсиә Мофаззалова (хәҙер мәрхүмдәр инде), уҡытыусы Таһир Сафин менән бергәләп Үтәгән ауылының Ҡаймаҡтар араһы шәжәрәһен төҙөүгә ҙур өлөш индерәләр. Ауыл биләмәһе хакимиәтенән дә, апаға шылтыратып, элекке дәүерҙәргә бәйле мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлаталар.
Ғиниәтовтар донъя хәлдәре менән дә хәбәрҙар. Үҙҡурсаланыуға етди ҡарайҙар. Үҙҙәренең оло ғаилә тантанаһының пандемия ваҡытына тура килеүен аңлап ҡабул иткәндәр. Шулай ҙа биләмә башлығы булып эшләгән ут күршеләре М. Х. Фәхрисламовтың, санитар талаптарҙы күҙәтеп, БР Башлығы бүләген тапшырып сығыуынан бик ҡәнәғәт ҡалғандар. «Күршеләребеҙҙән уңдыҡ, байрам һайын ҡотлап торалар. Ауырып китһәк, көн-төн тип тормай, фельдшерыбыҙ Лиза килен ярҙамға йүгереп килә», — тип ҡыуанышалар.
Ғүмер бүләк иткән, үҙҙәренең миҫалында яҡшы тәрбиә биреп, ҙур тормошҡа оҙатҡан ҡәҙерлеләрен таж туйҙары менән тәбрикләргә тыуған йортҡа фәҡәт балалары ғына йыйылған. Ә төрлө яҡта йәшәүсе ейән-бүләләр быуындары олатай-өләсәйҙәрен ауырыуҙан ҡурсалап, видео аша ҡотлаған.
Читайте нас: