-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
25 Декабрь 2020, 12:15

Парлы йәшәү — бәхет тәхетенең түре

Бер-береһенә тоғро ҡалып, тормош йөгөн икәүләп тартып, яҙмыш һынауҙарын бергә үткәргән, шатлыҡтарын уртаҡ бүлешкән Ғәлиә һәм Сабит Ғүмәровтар ғаиләһе алтын туйға ла килеп еткән.

Бер-береһенә тоғро ҡалып, тормош йөгөн икәүләп тартып, яҙмыш һынауҙарын бергә үткәргән, шатлыҡтарын уртаҡ бүлешкән Ғәлиә һәм Сабит Ғүмәровтар ғаиләһе алтын туйға ла килеп еткән. «Икебеҙҙе бер бөтөн иткән, ярты быуат бер юлдан атлатҡан йәшлектәге һөйөү хистәрен сайпылтмай, һаҡлап ҡалып, яратҡаның менән алтын туйҙы ҡаршылау үҙе оло бәхет», — ти юбилярҙар.
Ғүмәровтарҙы мәктәп осраштырған, яҙмыш ҡауыштырған тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Иҫке Балапан ауылында тыуып үҫкән Сабит, һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Ташбулат мәктәбенә килә. Шул осорҙа үҫмерҙәрҙең бер-береһенә ҡарата тоҡанған һөйөү осҡондарынан барлыҡҡа килгән ғаилә усағы оҙаҡ йылдар йылы һәм яҡты яныуын дауам итә.
Параллель кластарҙа уҡып, аттестат алғас, Ғәлиә Сибай медицина училищеһына уҡырға инә, ә Сабит һалдат бурысын үтәргә китә. Йәш йөрәктәрҙе яҙмыш бер аҙға айырһа ла, егет менән ҡыҙ араһындағы йылы хистәрҙе бәйләп, мөхәббәт хаттары өҙөлмәй.
С. Ғүмәров хәрби диңгеҙ флотына эләгеп, һыу аҫты карабында хеҙмәт итә. Өс йылдан ғына тыуған яҡтарына ҡайтыуға, уҡыуын уңышлы тамамлап, акушер дипломына эйә Ғәлиә Нәҡип ҡыҙы Ташбулат дауаханаһында эш башлаған була.
Бала саҡтан агроном булырға хыялланған Сабит Ғиниәт улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтына имтихан тота, тик конкурстан үтә алмау сәбәпле, кире Ташбулатҡа килеп, колхозға эшкә урынлаша. Йәштәр көн оҙоно эштә булһа, кистәрен бергәләп уйынға йөрөйҙәр, концерт-спектаклдәрҙә ҡатнашалар. Шулай итеп, тағы бер йыл үтә. Ныҡышмал холоҡло Сабит ағай тағы яҙмышын һынап ҡарарға теләй.
Был юлы егет менән ҡыҙ баш ҡалаға икәүләп барырға хәл итә. Ғәлиә апай имтихандарҙы уңышлы тапшырып, медицина университеты студенткаһы булып китә. Тик Сабит ағайға был юлы ла бәхет йылмаймай: уны ирекле тыңлаусы итеп алалар һәм уҡыуҙы оҡшатмай ҡайтҡан студенттар булһа, улар урынына саҡырырға вәғәҙә итәләр. Сабит ағайға ҡайтып, эшен дауам итеүҙән башҡа юл ҡалмай. Уның менән бергә Ғәлиә лә уҡыуын ташлап, ҡайтырға ҡарар итә.
Ғәлиә апай дауаханалағы эшенә кире урынлаша, Сабит ағайға колхозда эш табыла. Бер-береһен өҙөлөп яратҡан, береһе өсөн береһе йән атып торған йәштәр шулай итеп, теүәл илле йыл элек, Яңы йылды ҡаршылап, туй үткәрергә була. Ә бер нисә көндән Өфөнән Сабит Ғиниәт улын аграр институтҡа саҡырған хәбәр килеп төшә.
— Һөйләштек тә, Сабитты көндөҙгө бүлеккә уҡырға оҙаттым, мин атайым, әсәйем янында ҡалдым. Сөнки уны уҡытыр өсөн аҡсаһы ла кәрәк бит, бер ғаилә булғас, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алдым, — тип хәтерләй Ғәлиә апай.
Биш йыл буйына көндөҙгө бүлектә уҡып, агроном дипломы менән ҡайтып төшә Сабит Ғиниәт улы. Был мәлгә инде ғаилә ишәйә, улдары Илнур тыуа.
Юғары белемле йәш белгес Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге хужалыҡта комсомол ойошмаһы секретары булып эш башлай. Йәш, дәртле, һәр кем менән тиҙ уртаҡ тел таба алған комсоргты ике йылдан Ташбулат ауыл Советына рәйес итеп ҡуялар. Бынан һуң тағы ике йыл үтеүгә Сабит Ғиниәт улын партияның район комитетына инструктор итеп алалар.
Тәжрибә туплағас, кире, колхозға партком секретары булып ҡайта. Хужалыҡтың гөрләп торған мәле, колхоз иген игеүҙә лә, малсылыҡта ла алдынғылыҡты бирмәй, колхозсылар мал аҙығы әҙерләү, башҡа эштәргә өмәгә бик теләп сыға, халыҡ художество үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша.
«Йәнгел» совхозының шул саҡтағы етәксеһе Әҙеһәм Хәсәнов Сабит Ғиниәт улын хужалыҡҡа баш агроном вазифаһына эшкә саҡыра.
Шулай итеп, Ғүмәровтар ғаиләһе Йәнгел ауылына барып төпләнә.
— Туғыҙ йыл йәшәнек унда. Ә 1996 йылда ҡайтанан Ташбулат ауыл Советын етәкләргә тәҡдим иткәйнеләр, кире күсендек, — тип дауам итә С. Ғ. Ғүмәров. — Хаҡлы ялға киткәнсе тарттым был йөктө.
Энә ҡайҙа, еп шунда тигәндәй, ирен партия ҡайҙа эшкә ебәрә, уның менән бергә күсенеп йөрөй ҡатыны ла. Уның ҡарауы, медик кешегә һәр урында һөнәре буйынса эше лә табыла.
Асҡарҙа йәшәгәндә Ғәлиә Нәҡип ҡыҙы үҙәк дауахананың балалар табыу бүлексәһендә эшләй, Йәнгелдә лә акушерка була.
Көндөҙ эштә, төндәрен йыш ҡына «вызовтарға» саҡырһалар ҙа, йәмәғәт эшенән дә баш тартмай Ғәлиә апай, Йәнгелдә йәшәгән йылдарҙа ул биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек итергә ваҡыт таба.
— Ул йылдарҙа һәр эшсәнде художестволы үҙешмәкәрлеккә йәлеп итеү талап ителде. Кешеләр ҙә концерт-спектаклдәрҙә ихлас ҡатнаша ине, — ти Ғүмәровтар.
Гармунда өҙҙөрөп уйнаған, матур йырлаған Сабит ағай менән йыр-моңға ғашиҡ Ғәлиә апай сәхнәнән төшмәй. Ирле-ҡатынлы Ғүмәровтар бик күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнап та, тамашасы һөйөүен яулай.
— Халыҡ дәртле булды, клубтағы концерт-спектаклдәргә, эркелешеп килерҙәр ине, залдар һәр саҡ шығырым тулы булды. Үҙебеҙҙең ауылдарҙа ғына түгел, күрше райондарҙа ла тамашалар ҡуйҙыҡ, — тип йылы хәтирәләр һаҡлай ул йылдар хаҡында Ғүмәровтар.
Халыҡ сәләмәтлеге һағында илле йыл (әйтеүе генә анһат!) намыҫлы эшләп хаҡлы ялға китә Ғәлиә Нәҡип ҡыҙы, меңдән ашыу сабыйға кендек инәһе ул.
Ошо йылдар эсендә өс тапҡыр райондың «Иң яҡшы акушеры» исеменә лайыҡ була.
Ирле-ҡатынлы Ғүмәровтарҙың оҙайлы намыҫлы хеҙмәттәре «Хеҙмәт ветераны», «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалдары, төрлө кимәлдәге бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Сабит Ғиниәт улы шулай уҡ БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, уның күкрәген «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы ла биҙәй.
Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары бөгөн дә өйҙә генә ултырмай. Сабит Ғиниәт улы оҙаҡ йылдар дауамында биләмәнең ветерандар ойошмаһына етәкселек итә, оло йәштәгеләрҙең йәшәйешен ҡыҙыҡлыраҡ итеү, әүҙемләштереү маҡсатында төрлө саралар ойоштора, кисәләр үткәрә. Ғәлиә апай — «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. Оло йәштәгеләр араһында йыл һайын ойошторолоп килгән «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә әбйәлилдәрҙең даими рәүештә призлы урындарҙы яулауында йыр-моңға ғашиҡ Ғүмәровтарҙың да өлөшө бар.
Татыу ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ буй еткергән. Бөгөн улар икәүһе лә Сибай ҡалаһында үҙ ояларын ҡорған. Сорос фонды премияһы лауреаты, фән кандидаты, доцент дәрәжәләренә еткән Илнур Сибай институтында студенттарға белем бирә. Ҡатыны Зилә менән өс бала үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары Лариса ҡаланың Пенсия фонды идаралығында юрист вазифаһында, ул үҙе ике ҡыҙға әсәй. Әйткәндәй, сәләмәт тормошто үҙ иткән Лариса Сабит ҡыҙы тормош иптәше Александр менән «Умыртҡа һөйәге — ағас олоно кеүек» исемле китап сығарғандар, унда балаларҙа сколиоз булмаһын өсөн һәм ололар өсөн бик файҙалы йөҙ күнекмә бирелгән.
— Йәшәүебеҙҙең дауамы булған ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һәр саҡ һағынып көтөп алабыҙ. Йәй көндәре уларҙы көн дә тиерлек күлгә һыу инергә йөрөтәбеҙ, тау саңғыһында шыуырға яраталар, һыбай йөрөргә лә өйрәнделәр, — тип ҡыуаныстары булған бәләкәстәре хаҡында һөйләп һүҙҙәре бөтмәй олатай менән өләсәйҙең.
Ауылда бөгөн ололар ғына түгел, йәштәр ҙә мал тоторға ынтылып бармай. Ә Ғүмәровтар ихатаһында һыйыры ла, һарыҡтар ҙа бар. Баҡса тултырып йәшелсә-еләген дә үҫтерәләр.
Юбилярҙар әйтеүенсә, 50 йыл ғүмер тиҙ арала үтеп тә киткән, уларҙың күңелендә иң матур иҫтәлектәр генә һаҡланған. «Ғүмер тиҙ үтә, ул үкенесле булмаһын. Һәр парға бер-береһен ҡәҙерләп, яҡлап, һаҡлап йәшәргә яҙһын! Барыһы ла беҙҙең кеүек татыулыҡта, бәхеткә, мөхәббәткә сорналып ғүмер кисерһен», — тип гәзит уҡыусыларыбыҙға изге теләктәрен еткерҙе Ғүмәровтар. — Йәшлектә осратҡан йәрең менән парлы йәшәү — ғүмер көҙөнөң алтындарға биргеһеҙ, бәхет тәхетенең түре, фани донъя рәхәте!»
Ысынлап та, Ғүмәровтарҙың тормош-йәшәйеше күптәргә өлгө булырлыҡ, атҡарған эштәре һоҡланырлыҡ, балалары, ейәндәре — күҙ ҡыуанысы, бергәлектәре — илгә ҡот, милләткә бәҫ.
Читайте нас: