+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
11 Ғинуар 2021, 11:51

Әбйәлил үҫешендә уның өлөшө тос

Күренекле совет һәм хужалыҡ эшмәкәре Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙинға 95 йәш тулды.

Сәғит Ғәтиәт улы 1965 - 1982 йылдарҙа Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, райондың почетлы гражданы әбйәлилдәр хәтерендә намыҫлы һәм хеҙмәт һөйөүсән етәксе булып ҡалған.
Сәғит Ишбирҙин Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Ғәтиәт Зариф улы 1930 йылға тиклем урындағы кулактарҙа батраклыҡ итә. Коллективлаштырыу осоро башланыу менән, тәүгеләрҙән булып, Молотов исемендәге колхозға инә. 1938-1942 йылдарҙа, фронтҡа алынғанға тиклем ошо хужалыҡта рәйес була. Һуғышҡа алынған йылда уҡ хәбәрһеҙ юғала.
Ғаиләлә иң ҙуры булған Сәғит, һуғыш башланғансы Иҫке Сибайҙа ете йыллыҡ мәктәпте бөтөп, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Өсөнсө курста уҡып йөрөгәнендә, йәғни 1943 йылда Совет Армияһы сафтарына алына.
I Белорус фронты составында артиллерист Сәғит Ишбирҙин Берлинды штурмлауға тиклем барып етә, Белоруссияны һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, III дәрәжә Дан ордены һәм дүрт миҙал менән наградланып, 1946 йылдың июнендә ҡайта ул.
Дүрт балаһы менән, ҙур ыҙалыҡтар күреп йәшәгән әсәһе Ғәйшә Хәйретдин ҡыҙының улы имен-һау ҡайтыуына шатлығының сиге булмай, сөнки Сәғит уның ныҡлы терәгенә әйләнә.
Иҫке Сибай мәктәбендә ике йыл балалар уҡытҡандан һуң, комсомолдар уны ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетына беренсе секретарь итеп һайлай.
Уҡытыусы булып эшләгән, өҫтәүенә хәрби сынығыу үткән Сәғит Ғәтиәт улы район комсомол ойошмаһын күп күрһәткестәр буйынса Урал аръяғында иң яҡшылар рәтенә сығара. Шәхси тормошо ла алға бара. Ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлай, өйләнә, улы, ҡыҙы тыуа. Район комитеты эшлекле, оҫта ойоштороусы булған Сәғит Ишбирҙинды партия эшенә йүнәлтә.
1959 йылда «Башзолото» тресының Байкирин руда идаралығының тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайлана, 1953 йылда КПСС-тың Баймаҡ район комитетының ойоштороу бүлеген етәкләй, унан райкомдың Сибай машина-трактор станцияһы (МТС) зонаһы буйынса секретары булып китә.
Сәғит Ғәтиәт улы хәтерләүенсә, ул саҡтағы секретарҙарҙы халыҡ шаяртып «һыуыҡ та алмай, бүре лә теймәй торған кешеләр» тип йөрөткән. «Транспортыбыҙ ҙа булманы, кейем дә ана ғына инде, ауылдан-ауылға йәйәү йөрөп, ҡайҙа етте, шунда йоҡлап, эштәрҙе теүәлләп йөрөнөк», — ти ул.
Иген етештереү һәм малсылыҡта өлгәшкән уңыштары өсөн Сәғит Ғәтиәт улы Почет Билдәһе ордены менән наградлана. Хеҙмәт йылдарының Баймаҡ осоро ошоноң менән тамамлана.
1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Өфө юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң, КПСС Өлкә комитеты уны Бөрйән районына ебәрә, бында ул 1963 йылға тиклем район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәктер: был етәксе өсөн ауыр һынау була. Социаль-иҡтисади үҫеш буйынса ул саҡта Бөрйән районы республикала артта ҡалған райондарҙан иҫәпләнә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалалары менән транспорт бәйләнеше булмай. Ауылдар араһында фәҡәт ат йә трактор менән йөрөйҙәр, күп ауылдарҙа электр уты юҡ, өйҙәр генә түгел, учреждениелар, мәктәптәр утын яғып йылытыла.
Хеҙмәткә яраҡлы бар халыҡ урман хужалығында һәм ҙур булмаған колхоздарҙа эшләй.
Комсомол һәм партия эшендә шаҡтай тәжрибә туплаған Сәғит Ғәтиәт улы иҡтисади, социаль-мәҙәни өлкәләрҙәге пландарҙы тормошҡа ашырыуға тотона. Өс йыл эсендә колхоздарҙа ит һәм һөт, леспромхоздарҙа ағас материалдары етештереү арта, клубтар, башланғыс мәктәптәр, район үҙәгендә белгестәр өсөн торлаҡ йорттар һалына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондарҙы эреләтеү осоро башланғас, Бөрйән Белоретҡа ҡушыла, башланған эштәр туҡтай, райсовет рәйесе республика етәкселегенең ҡушыуы буйынса Белорет район Советы рәйесе урынбаҫары итеп күсерелә.
Әбйәлил районы ҡайтанан тергеҙелгәс, С. Ғ. Ишбирҙин 1965 йылда беҙҙә райсовет рәйесе булып эш башлай.
Район Советы башҡарма комитеты ремонт эштәренә генә түгел, бөтә социаль өлкәне проектлауға, төҙөүгә тотона.
Тәүге өс йылда рәйестең эше иртәнән кискә тиклем почта һәм электр элемтәһе, коммуналь хужалыҡ, райпотребсоюз, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренә, медицина учреждениеларына һәм башҡаларҙың эшенә контроллек итеү һәм уларға аныҡ ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Бер нисә миҫал килтереп үтәм.
Торбалар иҫке булғанлыҡтан, район мәҙәниәт йортондағы йылытыу системаһы туңа. Шуға ла кәңәшмәләр, кинолар, концерттар һыуыҡ залда үтә. Кешеләр кейемдәрен сисмәй ултырырға мәжбүр була.
Иртәнсәктән Сибай һәм Белорет ҡалаларындағы район-ара базанан райпот-ребсоюз магазиндарына аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары ташыу, Магнитогорск тимер юлы станцияһынан почтаны алдыртыу өсөн СХТ-нан, колхоз-совхоздарҙан машина менән тәьмин итеү мәсьә-ләһен хәл итергә кәрәк була.
Партия район комитеты тарафынан предприятиеларҙың был маҡсатта тран-спорт бүлеү графигы раҫланып, даими контролдә тотолһа ла, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү райсовет рәйесе менән уның берҙән-бер урынбаҫары иңенә төшә.
Район Советы рәйесе иген һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыу буйынса дәүләт планы үтәлеше буйынса ла яуаплы була. Халыҡтан артҡан ит, һөт, йөн, тире һәм дарыу үләндәре һатып алыу буйынса ла, етештерелгән продукцияны хужалыҡ эсендә артыҡ тотонған өсөн дә республиканың Министрҙар Советы алдында иң элек райсовет рәйесе яуап бирә ине.
Көндәлек эштәренән тыш, район Советы рәйесе, секретары менән бергә (оҙаҡ йылдар был вазифаны Я. Г. Шунин башҡарҙы) планда билдәләнгән эште алып барҙы. Депутаттар корпусы 40 кешенән торҙо. Район яңынан ойошторолғандан бер ай үтеүгә халыҡ хужалығын һәм социаль өлкәне үҫтереү планын ҡабул итә депутаттар.
СССР Конституцияһы буйынса компартияға етәкселек роле бирелһә лә, партия совет йәмәғәтенең үҙәге була, партия район комитеты менән райсовет араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр етештереү һәм тәрбиәүи эштә килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе берҙәм үтәүгә ҡайтып ҡала ине. Шуға ла киләсәккә билдәләнгән социаль-иҡтисади үҫеш планын райком ныҡлы контролдә тотто, күп тапҡырҙар пленумдарҙа, бюроларҙа тикшерҙе. Сәғит Ғәтиәт улы, әйтеп үтеүемсә, партия органдары ҡарарҙарын үтәүгә етди ҡараны.
Район ҡайтанан ойошторолғас, капиталь төҙөлөш буйынса ҙур эш башҡарылды. Тәүге йылда уҡ 12 клубтың төҙөлөшө башланды, шуларҙың туғыҙы хужалыҡтар аҡсаһына һалынды. Һәр ерҙә мәктәптәр, интернаттар төҙөлөшө барҙы. Шунһыҙ мөмкин дә түгел ине, сөнки 8820 бала белем алған 65 башланғыс, 13 һигеҙ йыллыҡ һәм 8 урта мәктәп биналары авария хәлендә ине. Һигеҙ йыллыҡ дүрт кенә мәктәптең уҡыу кабинеттары һәм оҫтаханаһы булды. Артабанғы өс йылда Михайловка, Йәнгел, Хәлилдә — 320, Дәүләттә 160 урынлыҡ мәктәптәр, Әлмөхәмәттә, Йәнекәйҙә, Теләштә, Әүмештә һәм башҡа ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр үҙ ишектәрен асты. Шул ваҡытта төҙөлә башлаған Асҡар, Красная Башкирия, Байым, Ҡусҡар мәктәптәре 1969-1970 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылды.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары аҙағына бөтә урта һәм һигеҙ йыллыҡтарҙың 70 проценты типовой биналарҙа эшләне. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға индергән өлөшө өсөн С. Ғ. Ишбирҙин коллегаларынан тәүгеләрҙән булып, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде.
Ул йылдарҙа ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтар, участка дауаханалары, ФАП-тар, магазиндар күпләп төҙөлдө.
Колхоз-совхоздарҙың аҡсаһына халыҡ төҙөлөшө ысулы менән шоссе юлдар һалынды, улар хужалыҡтарҙың үҙәктәрен Асҡар менән тоташтырҙы, улар араһында автобустар йөрөй башланы.
Бөтә 15 ауыл Советында ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм төҙөү киң ҡолас алды. Быға иң төҙөк ауыл, урам, йорт өсөн иғлан ителгән конкурстар булышлыҡ итте.
Һөҙөмтәлә Асҡар Урал аръяғында иң яҡшы район үҙәге тип табылды.
Генераль планға ярашлы, район үҙәгендә район комитеты, райсовет, элемтә узелы, универмаг, көнкүреш комбинаты, милиция (хәрби комиссариат), ауыл хужалығы идаралығы, район дауаханаһының 100 койкалыҡ өс ҡатлы стационары, ике ҡатлы поликлиника, 1-се урта мәктәп, ике балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто биналары һәм тиҫтәгә яҡын ике ҡатлы торлаҡ йорт ҡалҡып сыҡты. Һыу менән тәьмин итеү яҡшырҙы, ауылдарға электр, «зәңгәр яғыулыҡ» килде. Бында райкомдың беренсе секретарынан тыш, райсовет рәйесенең шаҡтай хеҙмәте ята. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе булараҡ, С. Ғ. Ишбирҙин подряд ойошмалар объект төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәйенсә акттарға ҡул ҡуйманы.
Сәғит Ғәтиәт улы мәҙәниәтте, шул иҫәптән художество үҙешмәкәрлекте үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирҙе. «Йәшлек» ансамблен Чехословакияға сығыуға лайыҡлы әҙерләү өсөн аҡса табыуы анһат булманы, сөнки костюмдар тегергә, музыка ҡоралдарын яңыртырға кәрәк ине. Әммә район Советы рәйесе тырышлығы менән ансамбль сит илдә тейешле кимәлдә сығыш яһаны.
Сәғит Ғәтиәт улы художество үҙешмәкәрлек концерттарын ҡалдырманы, рәсми осрашыуҙарҙа Рафиҡ Сәлмәновтың район гимны булған «Әбйәлил» йырын башлап йырлаусы ла ул ине.
Етмешенсе йылдарҙа Асҡар, «Заветы Ильича», ХХII партсъезд исемендәге колхоз үҙәктәре төҙөкләндереү буйынса республикала еңеү яуланы, Башҡортостандың, РСФСР-ҙың күсмә Ҡыҙыл байраҡтарына лайыҡ булды.
Сәғит Ғәтиәт улы халыҡтың баҡса үҫтереүе яҡлы булды. «Баҡсаңда бер-ике түтәл кишер, һуған, ҡыяр үҫтермәһәң, һин ауыл кешеһе түгелһең инде», — ти торғайны ул һәм Асҡарҙа һыу менән проблема булһа ла, был эштә үрнәк күрһәтте.
Район үҫешенә ҙур үҙгәрештәр индергән етәксе хаҡында күп һөйләргә була, әммә шуныһы бәхәсһеҙ: ул тәртипле хеҙ-мәткәр, үҙенә йөкмәтелгән эште башҡарыуға етди, яуаплы ҡараған кеше, яҡшы ғаилә башлығы, тоғро дуҫ, ышаныслы иптәш булды. Өфөгә эшкә күскәс тә, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Сәғит Ғәтиәт улы 1982-1984 йылдарҙа Башҡортостан икмәк продукттары идаралығында кадрҙар бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарҙы. Сығышы менән Баймаҡтан булһа ла, Әбйәлил өсөн йән атҡан кеше булып беҙҙең хәтерҙә ҡалды.
Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы өсөн С. Ғ. Ишбирҙин ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Почет Билдәһе, III дәрәжә Дан ордендары менән наградланған. «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Хеҙмәте БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән дә билдәләнгән. Сәғит Ғәтиәт улы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Мәскәүҙә үткәрелгән хәрби парадта ҡатнашты.
Сәғит Ғәтиәт улы республиканың ветерандар ойошмаһы менән бөгөн дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Мират БИКМӘТОВ.
Читайте нас: