+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
15 Ғинуар 2021, 13:15

Ни сәсһәң — шуны урырһың

Тормоштоң был хәҡиҡәтен Асҡар ауылында йәшәүсе Рәйлә һәм Фирғәт Ниғмәтовтар үҙ балалары миҫалында күреп, ҡыуанып йәшәй. Рухлы, белемле, үҙҙәренә ныҡлы терәк, Тыуған илгә файҙалы кешеләр итеп үҫтергәндәр уларҙы.

Тормоштоң был хәҡиҡәтен Асҡар ауылында йәшәүсе Рәйлә һәм Фирғәт Ниғмәтовтар үҙ балалары миҫалында күреп, ҡыуанып йәшәй. Рухлы, белемле, үҙҙәренә ныҡлы терәк, Тыуған илгә файҙалы кешеләр итеп үҫтергәндәр уларҙы. Хаҡлы ялдағы атай-әсәйгә Яңы йылға бүләк итеп, йыл һайын тыуған йортҡа матбуғат баҫмалары яҙҙырыу балалар быуынының даими традицияһына әйләнгән.
«Осҡон» гәзите редакцияһы «Атай-әсәйгә бүләккә — район гәзите» акцияһын иғлан иткәнгә тиклем үк күркәм ғаилә йолаһына нигеҙ һалынған Ниғмәтовтар менән яҡындан танышып, һеҙҙе лә таныштырып китмәксе булдыҡ. Хәйер, ваҡытында намыҫлы хеҙмәттәре менән үҙ эш урындарын биҙәгән Рәйлә Ғилмишәриф ҡыҙын һәм Фирғәт Мәжит улын Асҡарҙа белмәгән кеше һирәктер. Шулай ҙа һәр кеше асылмаған китап, уҡылмаған гәзит кеүек — хеҙмәт ветерандары менән яҡындан әңгәмәләшеү уларҙың хәтирәләренә көйләнеп, күңел донъяларын байҡарға, шәхси һыҙаттарын тәрәнерәк асырға мөмкинлек бирҙе.
— Беҙ бер ваҡытта ла почта йәшниген етемһерәтеп, буш ҡалдырманыҡ. Гәзит килгәнен көтөп кенә торабыҙ, кемуҙарҙан ярышып уҡыйбыҙ. Элек, бөтә мәғлүмәт башлыса матбуғат баҫмалары аша еткерелгән дәүерҙә, гәзит-журналдарҙы бигерәк күп алдыра торғайныҡ. Балаларыбыҙ ҙа, беҙҙән күрепме, уҡырға өйрәнгән береһе ҡулына гәзит тотоп үҫте. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған баҫмаларҙан өҙөлмәнек. Күп уҡыған кеше белемле, мәғлүмәтле була. Шөкөр, өсөһө лә мәктәпте яҡшы тамамлап, теләгән һөнәрҙәрен алды. Әле лә матбуғатҡа битараф түгелдәр, беҙҙе лә гәзит-журналһыҙ ҡалдырмайҙар. Быйыл «Осҡон», «Йәшлек» һәм «Башҡортостан ҡыҙы»н бүләк иттеләр, — тип балаларының игелектәренә һөйөнөп бөтә алмайҙар.
Ниғмәтовтар район үҙәгенең боронғо урамдарының береһе булған М. Мирхәйҙәров урамында, халыҡ уны «Тоҡос урам» тип тә йөрөтә, йәшәй. Фирғәт ағай ошонда тыуып үҫкән. Ете балалы ғаиләләге кинйә малай булараҡ, атаһының нигеҙендә тормош ҡорған. Ишҡол ҡыҙы Рәйлә менән мәктәп йылдарынан дуҫлашалар. Һигеҙенсе класты тыуған ауылында тамамлап, артабан Асҡар урта мәктәбенә уҡырға килгән һылыуҙы егет ҡулынан ысҡындырмай. Ҡыҙ уны армияға оҙатып көтөп ала. Йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡ оло мөхәббәт хисенә әүерелә. 1976 йылдың ошондай уҡ аҡ ҡарлы ғинуарында никахҡа инәләр. Әйткәндәй, быйыл Ниғмәтовтар ғаилә ҡороуҙарының 45 йыллығын билдәләй.
Фирғәт Мәжит улы Сибайҙа ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, район ауыл хужалығы бүлегенә эшкә килә. Әбйәлилдең күренекле шәхесе Ә. Һ. Сәғәҙәтов ҡулы аҫтында эшләгән йылдарын тос хеҙмәт тәжрибәһе туплаған осоро тип билдәләй һәм шундай етәксегә эләгеүе өсөн яҙмышына рәхмәтле. Эшһөйәр, яуап-лы, булмышы менән янып торған, ойоштороу һәләттәренә эйә Ф. Ниғмәтовты Асҡар икмәк комбинатына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ике йыл ғына эшләп өлгөрә, район хакимиәтенең спорт бүлеген етәкләүҙе йөкмәтәләр. Хаҡлы ялға иһә Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенән китә. Биләмә башлығының уң ҡулы, алыштырғыһыҙ урынбаҫары булып 14 йыл эшләү дәүерендә тыуған ауылының тоғро, ғәмле патриоты Асҡарҙы төҙөк, таҙа итеүгә, йәшеллеккә, гөл-сәскәгә күмеүгә арымай-талмай тырышлыҡ һала. Рәйлә Ғилмишәриф ҡыҙы иһә «Сельхозтехника» предприятиеһында гаражға диспетчер булып урынлаша һәм ошо урында 35 йыл эшләп, пенсияға сыға.
Ғәҙәт кешене ташламай. Пенсияла ла тик ултырмай Ниғмәтовтар, гөрләтеп шәхси хужалыҡ алып баралар. Фирғәт Мәжит улы һәр ваҡыттағыса еңел хәрәкәттә, эшһөйәр. Ихатаһы ялтыратып көрәлгән, таҙа, төҙөк. Олоғайып барыуҙарына ҡарамаҫтан, мунса, гараж кеүек хужалыҡ ҡаралтыларын яңынан төҙөгәндәр. Райүҙәктә һирәк кенә ҡалған мал тотоп йәшәүселәр рәтенән төшөп ҡалырға ла уйҙары юҡ. Себеш-бәпкә миҙгелендә күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр, һуғымлыҡтарынан балаларына, яҡындарына өлөш сығаралар. Төп йортта йәшәүселәр ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандарына ла оло ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Сабыр, йомшаҡ һүҙле Рәйлә апай, ҡәйнәһе Менәүәрә Абдулла ҡыҙы менән татыулыҡта, 23 йыл бергә йәшәгән. «Ҡәйнәм менән бер һүҙҙән булдыҡ. Күп тормош һабаҡтарына, буҙа, талҡан кеүек милли ризыҡтар әҙерләү серҙәренә унан өйрәндем. Үҙебеҙ эштә саҡта балалар ҡараулы булды», — тип, тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала хәҙер үҙе өләсәй булып, ете ейән-ейәнсәр һөйгән хужабикә.
Ниғмәтовтарҙың балалары ла Асҡарҙан ҡырға китмәгән, ошонда төпләнгән. Илфат Магнитогорскиға комбинатҡа йөрөп эшләй, Гүзәл — мәғариф бүлегендә бухгалтер, Әлиә үҙәк дауаханала регистратура хеҙмәткәре. Ата-әсәләре эштә саҡта ейәндәрҙе ҡарашыуҙан ҙур кинәнес таба ололар. Хатта күрше-тирәләрҙең бала-сағалары ла уйнарға фәҡәт уларға йыйыла. Ейәндәр менән бергәләп дәрес әҙерләү, шиғыр ятлау, китап уҡыуға ҙур иғтибар бүләләр. Рәйлә Ғилмишәриф ҡыҙының был тәңгәлдә үҙ методикаһы — бала сағында мәктәп программаһынан ятлаған шиғырҙарын әле лә яҡшы хәтерләй, шуға күрә бәләкәстәре генә түгел, юғары класта уҡыусы ейәнсәрҙәре лә унан ҡалышмаҫҡа тырыша. Ә китапты өләсәй менән ярышып уҡыйҙар. Район китапханаһының даими китап уҡыусылары улар. Башҡортса әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһындыра алыуы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Бына ҡайҙа ул халыҡ педагогикаһының, өләсәйҙәр мәктәбенең күркәм өлгөһө!
— Олоғайып барғанда балаларыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисереүебеҙ йәшәү көсө өҫтәй. Пандемия булғас, өйҙән сыҡҡаныбыҙ ҙа юҡ. Аҙыҡ-түлекте, башҡа кәрәк-яраҡты килтереп, беҙҙе ҡурсалап ҡына торалар. Рәхмәт уларға, — ти үҙҙәре сәскән емештәрҙең татлы уңышын урыусы Ниғмәтовтар.
Читайте нас: