-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
19 Ғинуар 2021, 12:59

Һәр ауыл үҙенең уңғандары менән күркәм

Йәшлегеңдә һайлаған һөнәрҙе башҡарып, хеҙмәтеңдән йәм табыу, матур ғаилә ҡороп, ҡартлығыңда терәк-таяныс булырҙай балалар үҫтереү, намыҫыңа тап төшөрмәй йәшәү өсөн күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы, оҙайлы йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәт талап ителә кешенән.

Йәшлегеңдә һайлаған һөнәрҙе башҡарып, хеҙмәтеңдән йәм табыу, матур ғаилә ҡороп, ҡартлығыңда терәк-таяныс булырҙай балалар үҫтереү, намыҫыңа тап төшөрмәй йәшәү өсөн күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы, оҙайлы йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәт талап ителә кешенән. Ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләнгән Яңы Балапан ауылынан хөрмәтле ағинәй Сәриә Малыбаева ла намыҫлы хеҙмәте һәм һоҡланғыс тормошо менән ауылдаштары ғына түгел, район халҡы араһында хаҡлы абруй ҡаҙанған, оло ихтирамға лайыҡ булған.
Асҡар урта мәктәбен тамамлаған Сәриә Тутаева алдында артабан ҡайҙа уҡырға барыу мәсьәләһе тормай ҙа. Сөнки район мәғарифы етәкселеге Әбйәлил мәктәптәрен уңышлы тамамлаған һәм немец теле буйынса яҡшы билдәләргә өлгәшкән ун ҡыҙҙы, улар иҫәбендә Сәриә лә була, һайлап алып, сит телдәр уҡытыусыларын әҙерләүсе курстарға ебәреү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Бер йыллыҡ курстарҙы тамамлап ҡайтҡан ҡыҙҙар район мәктәптәрендә эш башлай.
Сәриә Ғәле ҡыҙының өлөшөнә Яңы Балапан мәктәбе эләгә.
— «Ауылдың урынлашҡан урыны матур, мәктәбе лә шәп» тип маҡтап ебәргәйне РОНО етәксеһе Хәйбулла Алтынай улы. Әммә Яңы Балапанға барып етеүе үҙе бер ҡайғы булды, — тип көлөп хәтерләй ярты быуаттан ашыу элек булған ваҡиғаларҙы Сәриә апай. — Асҡарҙан Магнитогорскиға автобус менән барырға кәрәк, унан инде поезд менән Нияҙғолға яҡын станцияла төшөп ҡалаһың да, ауылға йәйәү атлайһың...
Шулай итеп мөғәллимлек эшенә башкөллө сума йәш уҡытыусы. Бәхетен дә Яңы Балапанда табып, ошо ауылға таштай бата. Ситтән тороп Горький ҡалаһында юғары уҡыу йортонда белем ала.
Йәмғеһе ҡырҡ йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бирә, ябай уҡытыусынан мәктәп директорына тиклем үрләй ул. Педагог мәғариф өлкәһендәге намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән төрлө кимәлдәге күп һанлы почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бер рәттән «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһенә, «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ, ул шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре исемен дә йөрөтә.
Бөгөн уҡыусылары араһында үҙенең юлынан китеп, төрлө ауыл-ҡала мәктәптәрендә сит телдәр буйынса балаларға белем биреүҙәре Сәриә Ғәле ҡыҙы өсөн оло ҡыуаныс.
— Уҡыусыларымдың бөгөн булһа, онотмай, байрамдар менән ҡотлап, хәл белешеп тороуҙары – үҙе бәхет. Уларҙың һөнәр алып, уңышлы эшләп йөрөүҙәре, матур тормош ҡороп, донъя көтөүҙәре өсөн шатланам, — ти ул.
Хөрмәтле уҡытыусының хаҡлы ялға сығыуына ла тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Шулай ҙа бушты бушҡа ауҙарып ултыра торғандарҙан түгел ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған Сәриә Ғәле ҡыҙы бөгөн дә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, 2014 йылдан алып ауылдың ағинәйҙәр ҡорон етәкләй.
Быға тиклем 34 йыл (!) ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе була. Был йылдарҙа Сәриә Малыбаева етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халҡының боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Һикһәненсе йылдар башында нәҡ Сәриә Ғәле ҡыҙының инициативаһы менән Яңы Балапанда фольклор төркөмө төҙөлә, ауылдың йыр-моңға әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренә милли кейем тегеп ала, боронғоса биҙәүестәр яһай. Шул осорҙан алып «Саңдыүҙәк» фольклор ансамблен етәкләй Сәриә апай, бөгөн был төркөмдә нигеҙҙә оло йәштәгеләр тупланған. Сәриә Ғәле ҡыҙы әйтеүенсә, был тәңгәлдә күсәгилешлелек һаҡланған: йәштәр үҙҙәренең ансамблен төҙөгән, улар ҙа һәр сарала шулай ихлас ҡатнаша, мәктәп йәшендәге балаларҙы берләштергән төркөм дә уңышлы эшләп килә икән.
— Район, республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша башлағас, милли аш-һыу әҙерләүгә лә оҫтарып алдыҡ. Ул саҡта әҙер тирмәләр булманы, шуға ла тирмә өсөн бергәләп кейеҙ ҙә баҫтыҡ, — тип дауам итә ағинәй.
Ҡыҙы Зөлфиә юғары белем алып, баш ҡалала балалар баҡсаһында эш башлағас, ҡул эштәренә ныҡлап тотона Сәриә апай: әллә күпме ҡурсаҡҡа милли кейемдәр тегеп кейҙерә, биҙәүестәрен дә эшләй. Баҡсалағы уйынсыҡ тирмәне биҙәү өсөн ҡорамалап юрғандар һырый, бәләкәй һандыҡ өҫтөнә ҡаралты япмаһын да эшләп бирә.
Бөгөн иһә милли биҙәүестәр эшләү, ҡорама ҡорау Сәриә Ғәле ҡыҙының яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Күҙҙең яуын алырлыҡ һаҡал, селтәр, хәситә, ҡашмауҙарҙы, сағыу матур биҙәкле ҡорама юрғандарҙы оҫтабикә күп һанлы туғандарына инселләп эшләй.
Тормош иптәшенән дә уңған Сәриә Ғәле ҡыҙы. Ошо ауыл егете Рәжәп Ильяс улы менән тормош ҡороуҙарына ярты быуат тулып килә. Рәжәп ағай оҙаҡ йылдар колхозда бригадир була, был осорҙа ситтән тороп уҡып, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механика факультетының дипломын ала. Хужалыҡ тарҡалғас, мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләп, пенсияға китә. 47 йыллыҡ хеҙмәте «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы, биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре, БАССР Юғары Советының, БАССР Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары менән билдәләнгән. Ауылдаштары араһында оло абруй ҡаҙанған Рәжәп Ильяс улын һайлаусылар ете тапҡыр район Советына, 13 тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлай. Йәш саҡтан әүҙем йәмәғәтсе булған Рәжәп ағай бөгөн ауылдың ветерандар советын етәкләй.
Татыу ғаиләлә ике бала буй еткергән. Шамил Белорет ҡалаһында йәшәй, өс бала атаһы. Бөгөн инде ҡатыны Гөлниса менән үҙҙәре олатай-өләсәй. Зөлфиәнең ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә.
— Дәртле халыҡ йәшәй беҙҙә, — тип маҡтай ауылдаштарын ирле-ҡатынлы Малыбаевтар. — Һайт тигәнгә тайт тип торалар. Берәй сара үткәреү тураһында әйтеп тә өлгөрмәйһең, һәр кем үҙенең тәҡдимен индереп, бергәләп ойоштороп та ебәрәбеҙ.
Яңы Балапанда бөтә саралар клуб, мәктәп, ветерандар, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары менән берлектә үткәрелә. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки уларҙың барыһының да маҡсаты — халыҡтың буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороуға, ауылдың дан ғаиләләре, хеҙмәт батырлығы күрһәткәндәр, ихтирамға лайыҡ оло быуын вәкилдәре өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала бит.
— Йыл дауамында ауыл халҡы менән бергәләп 4-5 тапҡыр концерт әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ күрше-тирә ауылдар тамашасылары алдында ла сығыш яһайбыҙ. Юбилей даталарын, 50, 55, 60 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы ла онотмайбыҙ. Байрам сәбәпселәренең туғандарын йыйып, клубта кисәләр ойошторабыҙ. Мораҡай, Йәнекәй ауылдарында йәшәгәндәрҙе лә саҡырабыҙ. Уҙған йыл башында урам байрамдары ойоштороп, унда ауылдың бөтә алты урамы халҡы ла ихлас ҡатнашты. Тик пандемия арҡаһында эштәр бер аҙ һүлпәнәйҙе. Әммә шулай ҙа ошо осорҙағы юбилярҙарыбыҙ иғтибарҙан ситтә ҡалманы: уларҙың һәр ҡайһыһын өйҙәренә барып тәбрикләнек, — тип бәйән итә ауылдаштары менән бергә атҡарылған эштәр хаҡында Малыбаевтар. — Халыҡ төҙөкләндереү эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша: иртә яҙҙан ауылдың тирә-яғын, урамдарҙы, йылға ярҙарын, юл буйҙарын таҙартыу өмәләренә сығалар. Дини байрамдарға мәсетте тәртипкә килтереүгә лә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Баҡса үҫтереүселәр күп беҙҙә, уларҙы дәртләндереп, йәшелсә-емеш сәсмәгәндәр уларҙан фәһем алһын тигән маҡсаттан сығып, былтыр йәй ауылда «Шәп баҡсасы» конкурсын ойошторҙоҡ, уңғандарҙы төрлө номинацияларҙа билдәләнек.
Уҙған йыл Яңы Балапан халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабына ҡушылғас, ауыл тормошо уғата йәнләнгән: спорт ярыштары, күңелле старттар, эстафеталар йыш үткәрелгән.
«Осҡон» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә булған Сәриә Малыбаеваның ошоларҙың барыһы хаҡындағы, шулай уҡ ауылдың йәшәйеше, уны данлаған халҡы тураһындағы, тарихҡа ҡағылышлы мауыҡтырғыс та, фәһемле лә мәҡәләләрен район, республика баҫмаларын алдырыусылар яратып уҡый.
Балапандарҙың йәшәйешен ҡыҙыҡлыраҡ, файҙалыраҡ итеп ойоштороу менән бер рәттән ауылдың тарихи үткәнен тергеҙеүҙе лә маҡсат итеп алған ирле-ҡатынлы Малыбаевтар. Был тәңгәлдә мәғлүмәт йыйыу өсөн архивтарҙа күп ултырырға тура килә уларға.
Нәҡ Рәжәп ағай һәм Сәриә апайҙың тырышлығы менән билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың тормош юлын ныҡлап өйрәнелә, был хаҡта ваҡытлы матбуғат биттәрендә мәҡәләләр донъя күрҙе, «Балапан ауылы тарихы» исемле китап нәшер ителде. Был тәңгәлдәге хеҙмәттәре өсөн ирле-ҡатынлы Малыбаевтар райондың И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Бөгөн иһә колхоздың тарихы, хужалыҡтың эшмәкәрлеге осоронда уны данлаған хеҙмәт кешеләре хаҡында мәғлүмәттәр туплау менән мәшғүл улар. Был бик мөһим эш, минеңсә, сөнки үткәнде белгән кешеләр барҙа тарихты өйрәнеп, киләсәк быуынға яҙып, ташҡа баҫтырып ҡалыу мөһим. Күп урындарҙа быға иғтибар булмауы борсой. Ә кәрәк ине, сөнки оло быуын менән бергә тарих китә.
Бына шулай ауылдың бөгөнгөһө менән йәшәп, киләсәге өсөн борсолоп ғүмер кисерә хеҙмәт ветерандары, нәҡ шундай кешеләре булыуы менән ауыл күркәм.
Читайте нас: