Нияҙғол ауылында ғүмер кисергән Сәлимә Хәйруллинаның йортона аяҡ баҫыу менән тупһанан алып өй эсендәге бөтә нәмәнең ҡулдан бәйләнгән булыуы шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Сағыу төҫтәрҙәге үҙенсәлекле биҙәктәр менән бәйләнгән иҙән түшәктәре, ултырғыс-диван япмалары, вазалар, сәскәләр, стеналарға эленгәндәре — барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ сәнғәт өлгөләре.
— Ул-ҡыҙҙарым һәр ҡайһыһы үҫеп етеп, ояһынан осҡан ҡошсоҡтай яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡҡа таралды. Яңғыҙ ҡалһаң, төрлө уйҙар баҫа, шуға ла ҡул эшенә тотондом һәм бына хәҙер бәйләм бәйләү, тегеү — күңелем талабы, яратҡан шөғөлөм. Әйберҙәремде бер ҡасан да һатмайым, туғандарыма, күрше-тирәмә, балаларға, ейәндәремә бүләк итәм. Хатта машиналарында ла минең түшәктәр, — ти Сәлимә Хәйруллина. — Ҡыҙҙарға, ейәнсәрҙәремә башҡорт милли кейемдәре тегеп бирҙем.
Сәлимә апайҙың бәйләү-тегеүгә оҫталығынан тыш, сәсән телле, йор һүҙле, бейеүгә лә дәртле булыуын белеп ҡалған клуб мөдире уны ауылда һәм биләмәлә үткән сараларға, концерттарға, эштәре менән күргәҙмәләргә йәлеп итә башлай.
— Сәлимә Хәләфетдин ҡыҙының сәсәнлек һәләте күптәр өсөн яңылыҡ, асыш булды. Төрлө темаларға арнап ижад иткән шиғри әҫәрҙәрен халыҡ һәр ерҙә яратып ҡабул итә, алҡыштарға күмә, — ти Ташбулат мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөлфирә Ҡарағужина. — Быйыл конкурстар күпселектә онлайн режимда үткәс, Сәлимә апайҙың сығыштарын, ҡул эштәрен бәйгеләргә ебәргәйнек һәм уларҙа уның төрлө номинацияларҙа призлы урындар яулауы ҡыуаныслы. Сөнки 80-де үткән оло апайҙы төрлө кимәлдәге бәйгеләргә йөрөтөүе ҡыйын булыр ине, ә онлайн конкурстарҙа уны күрһәтеүгә өлгәштек.
Нияҙғол ауылында тыуып үҫкән Сәлимә апайҙың балалыҡ, үҫмер йылдары артта ҡалып, ошо бригаданың фермаһында һауынсы булып эш башлай ул. Яҙмышы тыуған ере менән бәйле була: ауылдашы Хаҡый Ғәлиулла улы менән тормош ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр. Ире йәшләй генә вафат булғас, ул-ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала әсә кеше. Ул осор фермаларҙағы күп ҡул көсөн талап иткән ауыр эш, ҡатын-ҡыҙҙың өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәте, өҫтәүенә береһенән береһе бәләкәй балаларҙы тәрбиәләү араһында ул-ҡыҙҙарын баштан-аяҡ бәйләм бәйләп, кейем тегеп, кейендерергә лә өлгөрә уңған ҡатын.
Бөгөн инде һәр ҡайһыһының үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөүе, ғаиләһен ҡороп, балалар үҫтереүе әсә өсөн оло бәхет. Таңсулпан, Гөлниса, Ғайса, Надир Мәскәү ҡалаһында йәшәйҙәр, Наил, Зөбәржәт Ташбулатта, Мәйсәрә Ҡырҙаста ғүмер кисерәләр.
— Балаларҙан тыш, ейән-ейәнсәрҙәремдең һәр ҡайһыһы өҙлөкһөҙ килеп хәлемде белешеп торалар. Йортома һыу үткәрҙеләр, йылы, һыуыҡ һыу бар. Газ булмағас, утынды ла йәйҙән йүнләп бирәләр. Күршеләрем һәйбәт, һәр эштә ярҙамсылдар, — тип ҡыуана Сәлимә Хәләфетдин ҡыҙы.
Беҙ булған арала килеп ингән күршеһе Римма Столярова Сәлимә апайҙың баҡса үҫтерергә яратыуын, йәшелсә-еләге емерелеп уңыуын, сәскәләре тирә-йүнде йәмләп ултырыуы хаҡында әйтте.
— Әле лә оломон тип тормай, йорттағы эштәрен йүгереп йөрөп бөтөрә, йәйен ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Бына ҡар яуыу менән уны көрәргә лә сыҡты, — тип күршеһенең уңғанлығы, шәплеге хаҡында һөйләп алды.