+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
5 Февраль 2021, 12:41

Ярты быуат бергә

Ғүмер көҙөн пар ҡанаты менән ҡаршылаған, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре игелеген, изгелеген бергәләп татығандар — икеләтә бәхетле. Северный ауылында йәшәүсе Зәйнитдиновтар ҙа ярты быуат иңгә-иң терәшеп, илле йыл матур ғүмер кисерә.

Ғаилә ныҡлығын, берҙәм-леген һаҡлап оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Ғүмер көҙөн пар ҡанаты менән ҡаршылаған, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре игелеген, изгелеген бергәләп татығандар — икеләтә бәхетле. Северный ауылында йәшәүсе Зәйнитдиновтар ҙа ярты быуат иңгә-иң терәшеп, илле йыл матур ғүмер кисерә.
Миртимер Ханнан улы — Исхаҡ ауылынан. Мәктәптә ете класс белем алғандан һуң төрлө колхоз эштәрендә йөрөй. Артабан Таштимер һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Һарытау өлкәһендә әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тыуған ауылындағы хужалыҡта механизатор булып хеҙмәт юлын башлай.
1949 йылда, Ҡолғана ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуған Мәҫкүрә Дилмөхәмәт ҡыҙының да бала сағы, тормош иптәше кеүек һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Ғаиләләрендә өс малай һәм алты ҡыҙ үҫәләр, иң өлкәндәре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыуған балалар булһа, ҡалған алтауһы һуғыштан һуң доньяға килгән.
Миртимер апа менән Мәҫкүрә инәй 1970 йылда ҡауыша. Нисек танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һорағас:
— Беҙ ни, танышып торманыҡ, атай-әсәйҙәр алдан һөйләшеп ҡуйғандар ҙа, беҙҙе өйләндергәс, йәшәп алдыҡ та киттек, уға тиклем бер-беребеҙҙе белмәһәк тә шөкөр, аңлашып ҡына, татыу йәшәнек, — тип йылмайып хәтерләне йәш саҡтарын. Бер нисә йылдан һуң, Зәйнетдиновтар алдынғы «Урал» совхозына күсеп килә. Йәш ғаиләгә бында ла эш етерлек була, тракторсы апаны тәүҙә слесарь итеп тәғәйенләйҙәр, бер аҙ ваҡыттан сусҡа фермаһында сусҡаларға аҙыҡ ташыусы булып эшләй башлай. Хужабикә тәүҙә мәктәптә кочегар булып эшләй, унан фермаға эшкә инә. Ул иптәшенең шәхси тормошта ғына түгел, эшендә лә алыштырғыһыҙ терәге, ярҙамсыһы була. Икеһе лә намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сығалар.
Зәйнитдиновтар алты балаға — дүрт ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән, оло тормош юлына баҫтырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары металлургия комби-натында эшләгәндә, фажиғәле һәләк булған.
Әлеге көндә улар ғәзиздәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй, бәхетле олатай менән өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, бүләһе менән бүләсәрен дә һөйөү бәхетенә ирешкән. Һәр каникул һайын уларҙың өйҙәре бала-сағаның шат тауыштарына күмелә. Балаларының һәр береһе, тормошта үҙ урынын табып, Сибай, Магнитогорск, Белорет ҡалаларында төпләнгән. Улдары Иршат, әлеге ваҡытта ата-әсәһенә терәк булып, төп йортта йәшәй, фермерлыҡ менән шөғөлләнә.
Миртимер апа былтыр яҙ 75 йәшлек оло юбилейын да билдәләгән.
— Коронавирус тип, юбилейҙы ла, алтын туйҙы ла үткәрә алманыҡ, шулай ҙа алтын юбилярҙар булараҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы-ның ҡотлауы менән бүләген тапшырҙылар, беҙҙе онотмайҙар, — ти ул, ҡыуанысы йөҙөнә сығып.
Улар, форсаттан файҙала-нып, райондаштарға һаулыҡ, тыныс тормош, ғаилә бәхете, йәштәргә эштәрендә ыңғайлыҡтар, ололарға — ҡартлыҡ бәхете насип булһын тип, изге теләктәрен дә еткереп оҙатып ҡалды.
Ярты быуат бергә йәшәү дәүерендә кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт һәм ышаныс кәрәк. Ошо уҙған йылдар эсендә ниҙәр генә күрмәгән дә, ниндәй генә хистәр кисермәгән Миртимер апа менән Мәҫкүрә инәй. Шулай ҙа тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайынса, бер-береһенә булған һөйөү, ихтирамды һаҡлап, һоҡланғыс пар булып ғүмер итә улар.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: