+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
19 Февраль 2021, 13:51

Көслө рухлы инәй

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Ғәлимә Ушанова — ҡул эштәренә маһир гүзәл заттарҙың береһе. Уның тупһаһына баҫыу менән төрлө төҫтәге ептәрҙән бәйләнгән түңәрәк балаҫтарға күҙ төшә.

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Ғәлимә Ушанова — ҡул эштәренә маһир гүзәл заттарҙың береһе. Уның тупһаһына баҫыу менән төрлө төҫтәге ептәрҙән бәйләнгән түңәрәк балаҫтарға күҙ төшә. Ишек төбөнән башлап, өй түренә тиклем уның ижад емештәре — күҙ яуын алырлыҡ селтәрҙәр, диван-ултырғыс ябыуҙары, сағыу сәскәләр урын алған.
— Бәйләргә электән яратам, бар күңелемде һалып башҡарам, был шөғөл буш ваҡытты файҙалы үткәреүгә лә булышлыҡ итә, тынысландыра ла, — ти оҫтабикә.
Булат ауылында тыуып үҫкән Ғәлимә инәй атаһы һуғышҡа киткәндә алты айлыҡ ҡына була. Атаһы шул китеүенән фронттан әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡайғылы хәбәр генә килә ғаиләгә. Әсәләре өс бәләкәй бала менән тороп ҡала...
Мәктәптә башланғыс белем алғандан һуң, артабан уҡырға форсат теймәй ҡыҙға. Быуындары ла нығынып етмәгән бала, хәленән килгәнсә төрлө колхоз эштәренә егелә. Үҫмерлек осорона еткәс, фермала һауынсы булып эш башлай. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше — Шамил исемле егетте осрата. Йәштәр өйләнешеп, Учалы яҡтарына эш эҙләп китә һәм шунда төпләнә. Ғаиләлә бер-бер артлы ике малай тыуа, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бик ҡыҫҡа ғүмерле була. Өсөнсө улдары тыуғас, Ушановтар кире тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар итә. «Урал» совхозында ҙур төҙөлөштәр барған осор — йәштәрҙең икеһенә лә эш табыла, йәшәргә урын да бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ирле-ҡатынлы икеһе лә совхозда тир түгә. Намыҫлы хеҙмәттәре күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Тәүге йылдар совхоз биргән торлаҡта көн күрһәләр, тора-бара үҙҙәре йорт һалып инә. Төҙөлөш эшенә оҫта булған ғаилә башлығы, шпалдар, башҡа кәрәкле материалдар алып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йорт күтәрә.
Улдары Радик та, атаһы кеүек, оҫта ҡуллы. Әле ул Әбдрәштә йәшәй, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Ғаилә башлығы — Шамил Әхәт улы бер операциянан һуң, үкенескә күрә, һуҡырайып ҡала. Ауыл ерендә йәшәгән ир-уҙаман, үҙен-үҙе һаҡламай, дауаханан ҡайтыу менән ауыр эшкә тотоноуы арҡаһында шундай хәлгә тарый шул. Ғәлимә инәй хәләлен туғыҙ йыл буйы бер зарланмай ҡарай, етәкләп кенә алып йөрөй.
«Бабайымдың вафатына ете йыл да тулып китте, һуҡыр булһа ла янымда булһын ине лә ул...» — ти ул, һағышланып. Быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Ғәлимә Бәхтейәр ҡыҙын улы, туғандары ярҙамһыҙ, яңғыҙ ҡалдырмай, аҙыҡ-түлеген дә, дарыуҙарын да килтереп тора. Ошо көндәрҙә уны Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин менән ветерандар советы рәйесе Булат Шөғүров та килеп ҡотлап, бүләк тапшырған.
Өй эсендәге эштәрен үҙе теүәлләп, ҡулынан бәйләмен төшөрмәй, тормошона шөкөр итеп йәшәй күпте кисергән Ғәлимә инәй.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: