Бәхет — ул тыуған йорттоң йылы усағын һәм ҡотон һаҡлаусы әсәй менән атай. Был һис шикһеҙ шулай. Тик тормошта барыһы ла беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Ҡайһы саҡта бәхетле йәшәү өсөн өләсәй менән олатайҙың булыуы бик мөһим. Ғүмерен ейәндәренә бағышлаған өләсәй булһа, бигерәк тә...
Һүҙем инәйем — Латифа Шаһыбалова тураһында. Апам (олатайымдың ҡустыһы) инәйемде иптәш ҡыҙына ҡунаҡҡа килгәндә тап итә. Һыҙҙырып баянда уйнаған, ҡуйы ҡара сәстәрен артҡа тараған Ильяс менән һомғол буйлы, зәңгәр күҙле, беҙҙең яҡтың ҡыҙҙарына бер ҙә оҡшамаған, етен төҫлө оҙон толомдары бөгәренә тиклем төшөп торған Латифа бер-береһен тәү күреүҙән үк оҡшата. Туйыш ауылының беренсе гармунсыһы һөйгән ҡыҙына өйләнгәс, был парға күптәр көнләшеп ҡарай. Бер-береһенән тотам да айырылмаған йәштәрҙе тормош һынауҙары сит яҡтарға алып китһә лә, тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнәләр. Балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, малайҙары Илдусты өләсәйгә ҡалдырып, икеһе лә колхозға эшкә сыға. Электрик һөнәренә эйә булған ғаилә башлығы һәр ерҙә лә кәрәкле кеше була. Оҫта ҡуллы, бөтмөр Ильяс апам фермала ла, колхоз бригадаһында ла эшләп өлгөрә, техника һүтеп-йыйыуға ла маһир була. Инәйем фермала эшләй, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Көркәк тауҙары буйында урынлашҡан йәйләүгә күсәләр. Ундағы бөтмәҫ эш араһында инәйем емеш-еләк йыйып киптерә, ҡайнатма яһай, дарыу үләндәре йыя, бәшмәк тоҙлай. Илдәге үҙгәрештәр заманын да үткәреп, халыҡ күргәнде күреп йәшәйҙәр. Улдары үҫеп етеп, атаһы һымаҡ электрик һөнәрен үҙләштерә. Армия сафында яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтҡан бәһлеүәндәй егет кәләш алып, ғаилә ҡора.
Тик яҙмыш әсе һынауҙарын әҙерләй... Берҙән-бер улдары ата-әсәһен, өс балалы ғаиләһен ҡалдырып, фажиғәгә осрай. Улдарының вафатынан һуң күп тә үтмәй, килендәре лә мәрхүмә була. Ауырлыҡтарҙы күп күргән инәйем менән апам бындай уҡ ҡайғыны көтмәһәләр ҙә, бөгөлөп төшмәйҙәр. Көслө ихтыярлы Латифа инәйем барыһын да күтәрә. Балаларҙы үҫтереү, аяҡҡа баҫтырыу үҙенән генә торғанлыҡтан, бар ғүмерен уларға бағышлап йәшәй. Утыҙ йылға яҡын ҡәйнәһе менән йәшәгәндә унан үләндәр менән, доғалар ярҙамында, башҡорт халыҡ ризыҡтарын ҡулланып дауаланыуҙы ныҡлап өйрәнгәнлектән, балаларҙы ла ауырытмай ғына үҫтерә. Атаһынан ҡалғанда бер йәшлек кенә булған бәләкәстәре быйыл мәктәпте тамамларға тора. Өсәүһе лә музыка мәктәбенең бейеү класында шөғөлләнгән бынамын тигән бейеүселәр. Үҫкән һайын өләсәйҙәре тектергән сәхнә костюмдары ла күбәйә бара. Спортты яраталар, һәр төрлө ярыштарҙа еңеү яулап алған маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары ҡосаҡҡа һыйғыһыҙ, миҙалдары ла хәтһеҙ күп.
Өлкәндәре, Илсен, урта мәктәптән һуң, Сибай педколледжын тамамлап, Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәһә, Гөлназ Өфөлә медицина университетында белем ала. Илһам әле өләсәһе менән йәшәй, 11-се класта уҡый.
Балаларҙы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс, сабырлыҡ кәрәк булыуын Латифа инәйем үҙе генә белә. Тормош һынауҙарына бирешмәй, ейәндәрен тыныс, эшһөйәр, ярҙамсыл, аҡыллы итеп үҫтереп, матур тәрбиә бирҙе. Оло йөрәкле инәйемә ҡартлыҡ көнөндә ныҡлы һаулыҡ, балалар ҡыуанысын насип итһен Хоҙай. Ҡылған изгелектәре кире үҙенә ҡайтһын.
Ләйсән РАМАҘАНОВА-ШАҺЫБАЛОВА.