Оло быуын
26 Марта 2021, 05:38

Ҡартлыҡ йәме тыныслыҡта

Ыҡсым кәүҙәле, мөләйем, алсаҡ, сикәләре алһыуланып ҡына торған инәй — Рабиға Ҡужина ошо арала 80 йәшен тултырҙы.

Ыҡсым кәүҙәле, мөләйем, алсаҡ, сикәләре алһыуланып ҡына торған инәй — Рабиға Ҡужина ошо арала 80 йәшен тултырҙы.
6 йәштә атаһынан, артынса бер йылдан әсәһенән ҡалған Ишҡол ҡыҙы Рабиға етемлеклектең ни икәнен иртә татый. Әсәһе Хәспиямалды ерләгәндә ололар документы ла булмаған ҡыҙҙы ҡайҙа итергә белмәй аптырауға ҡалғанда, туғаны Зәкирә Мөхәмәтдинова етәкләп алып ҡайтып китә. Аяҡ кейеме булмағас, ҡышҡылыҡҡа өйҙә ултыра. Зәкирә инәһенең улы Фазылйән йөҙгә тиклем һанарға өйрәтеүенән бер аҙҙан уҡыуы ыңғайлап китә.
Ҡатындар бер мәл һөйләшеп ултырғанда, Магнитогорскиҙа йәшәгән Тәпән ауылы ҡыҙы Йомабикәнең ире, армияға китеп, балаһын ҡарарға кеше кәрәклеге асыҡлана. Рабиға уҡыуын ташлап, бер айға бала ҡарарға китә. Ярай әле, икмәк-тоҙлоҡ 4 класс белеме була. Йомабикә көнө буйы тыныс күңел менән эштә йөрөй, сөнки балаһы ҡараулы, Рабиғаның да тамағы туҡ, өҫтө бөтөн була. Бер айға киткән Рабиға ике йылға тәл була. Бер аҙ үҫкәс, Магнитогорскиҙа бик ҡупшы кейенгән ҡатынды осрата. Һөйләшә торғас, ул Ярлыҡап ауылынан ике туған апайы, уҡытыусы Менәүәрә Хәйбуллина булып сыға. Ул йәлләп, һеңлеһен алып ҡайтып китә. Ярлыҡапта ла Рабиға ике йыл йәшәй.
Үҙе ипле, ярҙамсыл булғанға, туғандары уны тарта, ситкә типмәй. Рабиғаға 16 йәш тула. Менәүәрә апайы уны Асҡар мәктәбенә эшкә төшөрә. 1960 йылда Үтәгән егете, киномеханик Раил Ҡужинды осратып тормошҡа сыға. Кеше киноға йыш йөрөгәс, ваҡ аҡса киномеханикта күп була. Бер мәл һатыусы магазинда, Раилға эре аҡсаһын һоноп ваҡлатыуын һорай. «Һе, миндә ней, ыуаҡ аҡса мунса ташы», — тип яуаплай киномеханик. Элек халыҡ мәрәкәгә әүәҫ була, шунда уҡ Раил Исрафил улына мунса ташы тигән ҡушаматты йәбештереп тә ҡуялар. Ә Рабиға апайҙы үтәгәндәр ҙә, асҡарҙар ҙа мунса ташының ҡатыны, тиҙәр. Үҙе лә мәрәкәсел апай бер ҙә йөҙ йыртыуҙы белмәй. Хәҙер инде ҡартын һағыныу тойғоһонандыр инде, ҡушаматты ишетеүгә лә шат. Рабиға һәм Раил Ҡужиндар өс улға ғүмер бирә. Еткәне етә тора, етмәгәненә сабыр ҡылып, аҡсалары мунса ташы уҡ булмаһа ла, уртаса йәшәй улар. Тик йорт хужаһы бик иртә мәрхүм була.
Рабиға апай артабан 10 йылға яҡын почтальон булып эшләп ала. 1967 йылда ветеринар станцияһына йыйыштырыусы булып эшкә килә һәм шунан хаҡлы ялға сыға. Үҙ эшенә яуаплы булыуы, тырышлығы, ябайлығы, кешегә ярҙам итергә ынтылыуы менән Рабиға Нурислам ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында ихтирамлы була. Етәкселәренән рәхмәт һүҙҙәре күп ишетә, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Күршеләре, урамдаштары менән бик татыу йәшәй. Үтәгәндәрҙең яратҡан еңгәһе булһа, туғандары араһында бик хөрмәтле ул.
Әлеге ваҡытта улы Вәкил менән йәшәгән Рабиға Нурислам ҡыҙы тыуған көнөн билдәләү мәшәҡәте менән яна. Вәкил ағай күп йылдар Асҡар АТП-һында автобуста эшләне. Әле лә яратҡан техникаһында 1-се һанлы Асҡар мәктәбенең Көнсығыш биҫтәләре уҡыусыларын мәктәпкә йөрөтә.
— Улым эштән ҡайтыуға, өй тотҡаһы булып, аш яраштырып ултырыуым, үҙ аяғымда йөрөүем, тыныслыҡта йәшәүем менән тормошома, ҡартлығыма һис зарым юҡ, 80 йәште тултырырға яҙҙы бит, иншалла. Ейәнем, бүләм, бүләсәрҙәрем килеп хәлемде белеп, өләсәй, тип өҙөлөп тора. Бына ергә йәнә яҙҙар етте. Тиҙҙән себештәр алып үҫтереү, уларҙы үләндә көтөү мәшәҡәттәре — үҙе бер ҡартлыҡ йәме. Һәр йомошомдо тыңлап, имен тормошом өсөн өйҙә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырған Вәкилемә рәхмәтлемен, — тип шөкөр ҡыла юбиляр.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас