Оло быуын
6 Апреля 2021, 05:18

Ауылды йәмләп йәшәй

Һуғыш башланыуға 80 йыл тула быйыл. Үҙҙәренең ғүмер юлын һәр саҡ һағыш менән иҫкә алған һуғыш йылы балалары ла олпат йәшкә етте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуғыш башланыуға 80 йыл тула быйыл. Үҙҙәренең ғүмер юлын һәр саҡ һағыш менән иҫкә алған һуғыш йылы балалары ла олпат йәшкә етте. Ул дәүер кешеләре атайһыҙ үткән бала сағын уйлап уфтана. Шуларҙың береһе — Исҡужа ауылында йәшәүсе Йәнбикә Ғәфиәт ҡыҙы Ғәлиуллина.
Уның атаһы Ғәфиәт Сибәғәт улы Вәлиев 1920 йылда Рауил ауылында, әсәһе Ғәйшә 1924 йылда Исҡужала тыуған. Улар 1940 йылда өйләнешеп өлгөрә, ә ноябрҙә Ғәфиәт армияға алына. 1941 йылдың мартында Йәнбикә донъяға тыуа. Ғәфиәт армиянан хат эсенә бәләкәй генә фотоһын ебәрә, ҡыҙ атаһын ошо фото буйынса ғына күҙ алдына килтерә.
Һуғыш башлана. Күп тә үтмәй Ғәфиәт Вәлиевтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡайғылы ҡағыҙ килә. Ғәйшә был ваҡытта бәләкәй Йәнбикә менән Исҡужала ата-әсәһендә йәшәй. Бала ҡарап ултырыу ҡайҙа ул, башҡалар менән бер рәттән ауыл эштәренең барыһында ла алһыҙ-ялһыҙ бил бөгөргә тура килә. Олатаһы менән өләсәһе ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтерә. Мәһәҙей олатаһы кинәт һуҡырайып һигеҙ йыл ыҙалай. Йәнбикә олатаһын һәр саҡ етәкләп йөрөтөр була. Бәхеткә күрә, операциянан һуң олатаһы ҡабат күрә башлай.
Исҡужала 4 класты тамамлағандан һуң, Йәнбикә 5-6-сы класҡа Ишҡол мәктәбенә йөрөп уҡый. Әммә, әсәһе ауырып китеп, башҡа уҡырға яҙмай. Эшкә тилбер, сос була үҙе. Үҫмер көйө колхозда бәрәстәр ҡарай, бесән сабырға бик иртә өйрәнә.
1958 йылда ауылдашы Һиҙиәт Ғәлиуллин менән тормош ҡора. Ҡайны-ҡәйнәһе менән бик татыу йәшәйҙәр, алты балаға ғүмер бирәләр. Колхозда сөгөлдөр утай, һарыҡ ҡарай, бесән саба, бер йыл ут һүндереүсе, ун йыл клубта йыйыштырыусы була.
21 йыл бергә йәшәгәндән һуң, тормош иптәше вафат була, Йәнбикә еңгәй 37 йәшендә тол ҡала. Балаларҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу өсөн шәл бәйләй, күлдәк тегә, кирбес һуғып мейес сығара, мал, ҡош-ҡорт күпләп тота. Ауыл ерендә яңғыҙ йәшәүе ҡыйын, ул икенсе тапҡыр Нуриәхмәт Йәмилхин менән бәхетен һынап ҡарай. Алһыу исемле ҡыҙҙары тыуа. Ҡаты ауырыуҙан йәшләй генә үлеп киткән ҡыҙы Гөлнараның ике балаһын ҡарап аяҡҡа баҫтыралар. Үҙ ғаиләләре менән йәшәгән балалары уларҙы тәрбиәләүгә һәр яҡлап ярҙам итә.
Йәнбикә еңгәй һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атаһын бер ваҡытта ла онотмай, уның тураһында ниндәй булһа ла хәбәр көтөп йәшәй. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан атаһының яҙмышын белеүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап, «Йәшлек» гәзитенә хат яҙа. Күп тә үтмәй хәбәрсе Зөһрә Йәһүҙина «Атайығыҙ әсирлектә үлгән» тигән яуап мәҡәлә баҫтырып сығара. Был хәл 2015 йылдың 6 февралендә була. Ғәфиәт Вәлиев һуғыштың тәүге көндәренән үк утҡа ингән һәм хәбәрһеҙ юғалған. 1941 йылдың 28 июлендә Могилев ҡалаһы янындағы алышта фашистар әсирлеккә ала, 25 декабрҙә үлә. Тотҡондар өсөн лагерь Эрбке тигән урында (хәҙерге Саксония) төҙөлә. Һуңғы иҫәп буйынса, бында 11-14 меңгә тиклем әсир һәләк була. Бына шундай яуап килә Йәнбикә апайға иле өсөн яуҙа башын һалған атаһы тураһында.
— Атай тип әйтергә зар-интизар булып үтте бала сағым. Төрлө ауырлыҡтар күрергә тура килде, атайым булһа яҡлар, ҡурсалар ине, — ти атаһын көтөп ҡартайған Йәнбикә Ғәфиәт ҡыҙы.
Тормош ҡанундары бигерәк аяуһыҙ шул. Һуңғы арала бер-бер артлы улы Ишмөхәмәт, тормош иптәше Нуриәхмәт донъя ҡуйҙы. Ошо ауырлыҡтарҙы күтәреүҙә уға дин юлы, изге Ҡөръән китабы һәм Хоҙай биргән сабырлыҡ, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышаныу ярҙам итәлер. Йәнбикә Ғәлиуллина ғүмере буйы ауыл тормошонда ҡайнап йәшәне. Ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмаларында әүҙем эшләне, ә һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Уның хеҙмәте күп маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнгән, «Хеҙмәт ветераны», «Һуғыш балалары» миҙалдары менән наградланған.
Ауылыбыҙҙың һоҡланғыс кешеһе, ағинәйебеҙҙе балалары 22 ейән-ейәнсәр, 12 бүлә-бүләсәр менән ҡыуандырған. Улар бөтәһе лә үҙе кеүек егәрле, эшһөйәрҙәр, өҙөлөп торалар, ярҙамынан ташламайҙар. Йәнбикә Ғәфиәт ҡыҙына тағы ла күп йылдар бәхетле ҡартлыҡта, сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын.
Нәйлә ЙӘМИЛХИНА,
ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас