Оло быуын
30 Апреля 2021, 12:05

Ауыр яҙмышҡа күндерҙе Әүжән

Данлы Еңеү байрамында тыл ветераны Сәхипъямал Оморҙаҡ ҡыҙы Усмановаға 90 йәш тула. Күп һынауҙарҙы сабырлығы менән үткәргән, яҡшы ир ҡатыны булып бәхет күргән, оло йөрәкле, эскерһеҙ инәйҙең күңелендә бала сағын, йәшлеген урлаған Әүжәнгә асыу, әрнеү юҡ.

«Көрәш» колхозына ҡараған Үтәгән ауылында тыуған Сәхипъямал Ғәбитоваға өс-дүрт йәш булғанда, урмансы булып эшләгән атаһы Оморҙаҡты атып китәләр. Ул оҙаҡ ауырып ятып донъя ҡуя. Сәхипъямал түшәктә ятҡан атаһының, янына саҡырып, башынан һыйпағанын әҙ-мәҙ төҫмөрләй. Әсәһе Нурикамал иңендә апайы Сәмсинур, ағаһы Абдулла була, ҡалған кесе өс туғаны сабый саҡтарында ауырып үлә. Сәхипъямал 2-се класта уҡып йөрөгәнендә, көҙгөһөн итеге һыуланып ҡайта. Итектәрен мейес артына киптерергә һалһа, кемдер урлап китә һәм уға уҡыу тураһында һәндерәлә ултырып хыялланырға ғына ҡала.
1942 йылда, Сәхипъямалға 11 йәш тулғанда, оҙон кәүҙәһенә ҡарап, уны өлкәндәр менән ФЗО-ға ебәрәләр. Өлкәндәр тигәне лә шул 12-13 йәшлек үҫмерҙәр була. Белоретҡа барған ыңғайы ҡар көрәп йөрөйҙәр. Йыйын үткәндән һуң, ирҙәр ауҙарған ағастарҙы ботау, сей ботаҡтарҙы яғыу була ҡыҙҙарҙың эше. Балаларға эш ауыр була, тамаҡ яғы ла таҡы-тоҡо. Бер көн дүрт ҡыҙ, бер малай Белореттан ҡасалар. Абдулла ағаһы Белоретта ҡала. Тәрән ҡарҙы йыра-йыра, эшкә биргән яңы ыштан-күлдәктәрен бер сеүәтә картуфҡа алыштырып, алтынсы көн тигәндә Буранғолға, Сәхипъямалдың әсәһенең туғанына килеп йығылалар. Ул асҡаҡһыған балаларҙы ашатып, мунса төшөрөп, йоҡлатырға һала. Иртән йәнә тамаҡтарын туйҙырып, оҙатып ҡала. Ә өйҙәренә ҡайтыуға милиционерҙар көтөп тора. Уларҙың һүҙе ҡәтғи һәм ҡыҫҡа була – йә төрмә, йә Әүжән! Ауыҙ асып һүҙ әйтер әмәл юҡ. Башҡаларының хәле ауыр булғанлыҡтан, Сәхипъямал менән Еүәйрәне генә кире алып китәләр. Меҫкендәргә ауыр яҙмыштарына күнергә тура килә.
Бер бригадала 40 кеше була. Башҡорттар менән немец ҡыҙҙары айырым барактарҙа йәшәй. Тәүҙә урмансыларға ашнаҡсылар бешереп ашата, аҙаҡ һәр кемгә нормаһының үтәлешенә ҡарап ҡоро пай бирелә башлай. Норманы тултырһаң, көнөнә 1 кило арыш икмәге, макарон, шәкәр, сәй, 200 грамм май бирелә. Ә норма 2 кубометр ярым ағасты ҡырҡып, йығып, ботап, ос яғын 4,5, төбөн 6,5 метр итеп бысып рәтләп һалып сығыу була. Урмандың эше ҡаты, икмәге татлы була шул. «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән талап менән эшләтәләр. Ял көндәрендә сосораҡтар Әүжән мәрйәләренә барып ҡар көрәп, кер йыуып, картуф алып ҡайта. Шулай, интегә-интегә, һигеҙ йыл үтеп китә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. 1949 йыл бригадаларҙы Ағиҙел буйлап сплав менән Новостройкалағы төрмәгә, Өфөгә, Ишембайға бүрәнә ауҙарыуға алып китәләр. Бер аҙ ваҡыттан тырыш эшен күрһәткән Сәхипъямалға әсәһен күсереп алырға мөмкинлек тыуа. Улар тәүҙә баракта йәшәй, аҙаҡ икеһенә айырым будка эшләп бирәләр. Үҙҙәре мейес сығарып, шунда көңгөр-ҡаңғыр булалар, көнитмештәре бер аҙ иркенәйә, норманы тултырып эшләгәс, тамаҡтары ла туя.
Сталин үлгәндә, яҡшы эшләгән 12 ҡыҙҙы, 3 егетте Әүжәнгә митингыға алып баралар. Барһалар, мәрйәләр ҡара ҡайғыға батып, зыҡ ҡубып илай. Үҙ илдәренә ҡайта алмай зарыҡҡан немец ҡыҙҙары кеме ҡул саба, кеме ҡайғыра. Митингынан һуң контораға саҡырып алдынғы эшселәрҙең ун бишенә лә «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшыралар һәм ярма, шәкәр, сәй, берәр тоҡ арыш оно ҡушып биреп ҡайтаралар. Митингынан ҡайтҡас, әсәһе ҡыуанып, икмәк бешереп алайым, тип тоҡтоң ауыҙын асып ебәрһә, унда сейенкә оно була. Был юғары сортлы ондо берәүгә лә өндәшмәй, шым ғына бешереп ашайҙар, арыш икмәгенән һуң, ул шул хәтлем танһыҡ була.
Беҙ йәшәгән барактарҙың,
Ергә батҡан яртыһы.
Тирә-яғы ҡара урман,
Төшмәй ҡояш яҡтыһы, — тип таҡмаҡ сығарып тормоштарының көйһөҙ ваҡыттарын йыр менән баҫа әүжәнселәр.
Бер мәл Сәхипъямал Ғәбитова Ағиҙелгә тығылған бүрәнәләрҙе ағыҙып ебәрергә маташҡанда һыуға ҡолап ағып китә. Бригада кешеләре яр буйлап йүгерешә, һәр кеме нисектер ярҙам итергә тырыша. Сәхипъямал бүрәнәне ҡосаҡлап һыуға бер бата, бер сыға. Ул арала бүрәнә араһында тығылып үлгән айыуҙар килеп сыға. Шулай 3-4 саҡрым ағып барғандан һуң, мастер Әбүзәр ҡотҡара уны. Бүрәнәләргә баҫып, тая-тая сығып барғанда, бер ҙур шыймалаҡ нәмәгә баҫҡанын аңғара. Баҡтиһәң, ҙур йәйен балығы бүрәнәгә бәрелеп, яраланып ятҡан була. Әбүзәр йәйенде йөкмәп алһа, ул ергә һөйрәлеп бара. Ашнаҡсылар йәйенде тәмле итеп бешерә, бер бригада эшселәре рәхәтләнеп туйына.
Бала ғына көйө килгән ҡыҙҙар буй еткереп, малайҙар ир ҡорона инеп, урман эшенә таһылланып китә. Башҡа яҡтарҙа ишетелгән йәберләү, ыҙғыш-талаш булмай был төркөм эшселәре араһында. Эш ваҡыты үткәс, ял итергә, тыныс йоҡларға мөмкинлек була. Аҫты-өҫтөлө урындыҡтарҙа ятҡан 40 кешенең именлеге яҡшы холоҡло, ипле Әбүзәрҙең яуаплылығында була. Үкенескә күрә, Белорет районы Ҡотҡорҙан (хәҙерге Ҡаһарман ауылы) булған Әбүзәрҙең фамилияһын инәй иҫләмәй. Улар Әүжәндә ҡатыны менән бергә эшләй. Сәхипъямал инәй әлеге көндә лә бик рәхмәтле уға.
12 йылы үтә Әүжән ерендә. Урман ҡырҡыу тамамланып, Тирләнгә ебәрергә йөрөгәндә, әсәһенең «мәрйәләр араһында үлтермә ҡыҙым, ҡайтыуға рөхсәт һора», тиеүен етәкселәре Әбүзәр ыңғай хәл итә. Сәхипъямал менән әсәһен Үтәгәндән ҡустыһы Ниязбай, пар ат егеп, килеп алып ҡайта.
Ҡайтһалар, халыҡ утынға тип, өй стенаһын балта менән сәрпеп алып бөткән. Колхоз ағас бирә һәм туғандары ярҙамы менән өйҙәрен бер аҙ рәтләп алалар. С. Ғәбитова колхозда һарыҡ көткәндә үҙе менән китаптар алып йөрөй, шулай тырыша торғас, уҡырға өйрәнә. Ҡыуанысынан район, республика гәзит-журналдарын алдыра башлай. Алдынғы һауынсы булып таныла, ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Сәхипъямалға 28 йәш булып китә. Мәһәҙей ағаһы, йәшең үтеп бара, тип шелтәләй. Сәхипъямалды күпме егеттәр һоратһа ла, бер ҙә ризалашмай. «Бер бисәһе үлгән, балалары булған бабайға барырмын әле», тип шаяртып юрағаны юш килә. Бер көн уларға, әйтмәксе лә, Асҡарҙан Ғәлимйән исемле байтаҡ оло ир килә. «Бисәм үлде, ике балам бар», — ти ул. Күмәкләшеп күндерәләр Сәхипъямалды үҙ тормошон башларға. Асҡарға килһәләр, өйҙөң аҫты-өҫкә әйләнгән, һауыт-һаба бысраҡ, хатта урындыҡтың таҡталары пыран-зыран килеп ята. Балалар иһә икәү түгел, етәү булып сыға. Иң бәләкәйе Рәмиләгә ике йәш кенә була. «Ҡарт булһа ла ирең, хөрт булһа ла өйөң булһын», — тигәндәр бит. Ағаһы Мәһәҙей, ире Ғәлимйән менән өсәүләп таң атҡансы өйҙө таҙалайҙар. Асҡарҙа кеше нисек йәшәй икән, һыу төшөр йылғаһы юҡ, ышыҡланыр күләгәһе юҡ, тип көфөрсөлөк итеүе Сәхипъямалдың үҙ яҙмышына тура килә.
1909 йылғы, күпкә оло Ғәлимйән Усманов бик яҡшы, тәрбиәле, белемле кеше булып сыға. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, Японияла булып алты йылдан һуң тыуған яғына күп наградалар менән ҡайтҡан ветеран була. Уртаҡ балалары Зөлфәр, Зәкирә тыуа. Юғары партия мәктәбен тамамлаған коммунист Усманов дәүләт банкыһында баш бухгалтер, аҙаҡ управляющий, колхоздар иҫәбе буйынса ревизия инструкторы булып, райпотребсоюзда, урман хужалығында өлгөлө хеҙмәт юлы үтә.
Усмановтар Таңатар урамында матур тормош кисерә, емешле баҡса тотоп дан ала. Сәхипъямал инәйҙең оҫта ҡулынан йәшелсә-емеш мул уңыш бирә. Ғәлимйән апа быяланан теплица эшләп бирә һәм улар йыл да 1 майға үҙ ҡыярҙарын ашайҙар. С. Усманова МСО ойошмаһында, «Уңыш» магазиндарында йыйыштырыусы була. Уны ире бик эшләтергә тырышмай, сөнки өй тулы бала, уларҙы ашатыу, өҫтәрен йыуып-тәрбиәләү — хужабикә иңендә. Ғәлимйән Махийән улы 77 йәшендә донъя ҡуя.
Сәхипъямал Оморҙаҡ ҡыҙы йәш сағынан ураҙа тота, доғалар уҡый. Бер нисә йыл элек Яҡты-Күлдә ғәрәптәрҙән дини ғилем эстәгәс, инәйгә аят уҡырға рөхсәт бирелә. Таңатар урамында йәшәгәнендә изге айҙа бер тәрәүихте ҡалдырмай. Әле Сәхипъямал инәй улы Зөлфәр, килене Илүзә менән Көнсығыш-1 биҫтәһендә йәшәй.
Быйыл рәте китеп тороуҙан, ураҙа тота алмаһа ла, ҡартлығына ыша бирмәй Сәхипъямал инәй. Балаларының тыйыуына ҡарамай, баҡсаға сығып, ҡый йолҡоп инһә, йәненә көс-дәрт, тәненә сихәт алып, шәбәйеп киткәндәй була. Теплицала ҡыярҙар үҫә, үрсетмәләр үҙ ваҡытын көтә. Ҡышын да өйҙә тик ултырмай ул. Түшелдерек, иҙеү, һаҡал, ҡашмауҙар эшләй. «Ҡашмауҙы урын-еренә еткереп эшләү өсөн ике йыл китә», — ти ул.
Данлы Еңеү байрамында тыл ветераны Сәхипъямал Оморҙаҡ ҡыҙы Усмановаға 90 йәш тула. Күп һынауҙарҙы сабырлығы менән үткәргән, яҡшы ир ҡатыны булып бәхет күргән, оло йөрәкле, эскерһеҙ инәйҙең күңелендә бала сағын, йәшлеген урлаған Әүжәнгә асыу, әрнеү юҡ.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас