Еңеү байрамы алдынан Ҡаҙмаш ауылында оло апа-инәйҙәрҙе саҡырып, йылы, матур кисә ойошторҙолар. Бала саҡ йылдарын ҡәһәрле һуғыш урлаған, күптәренең аталары һуғыш яланынан ҡайтмай етемлек ыҙаларын үҙ баштарынан үткәргән оло быуын бөгөн хаҡлы рәүештә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Мәҙәниәт усағына йыйылыусыларҙы район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ҡаҙмаштың почетлы уҙаманы Миҙхәт Рәжәпов, Амангилде биләмәһе ветерандары советы рәйесе Сабит Мортазин, хеҙмәт ветераны Иштимер Ғүмәров тылда өлкәндәр урынына егеләп эшләгән, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу өсөн фронтҡа аҙыҡ-түлек етештергән, үҙҙәре ас-яланғас булһа ла рухтары һынмаған һуғыш осоро балаларына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, һаулыҡ-именлек, тыныс ҡартлыҡ теләне.
Ҡаҙмаш ауылы ветерандар советы рәйесе Разия Ғиззәтова алып барған сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәнән һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, шиғырҙар уҡылды. Йыр-бейеүгә маһир ҡаҙмаштар сағыу байрам тамашаһы бүләк итте.
Рәсми өлөштән һуң ололарҙы бай табын артына ултырттылар. Тәмле сәй артында йәнле аралашып, үткәндәрҙе иҫләне өлкәндәр.
Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Ғаяз Ҡараҡаев шанлы йылдар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
— Атай һуғышҡа китте. Беҙ, әле быуыны ла нығынып етмәгән малай-шалай, колхоз эшендә, ат өҫтөндә. Яҙ ер һөрҙөк, йәй бесән эшләнек, кәбәнен дә ҡойоштоҡ. Өҫтә йүнле кейем юҡ, ашау яғы ла таҡы-тоҡо, шулай ҙа бирешмәйбеҙ, беҙҙең атайҙарға һуғышта ҡыйыныраҡ, улар еңеү, тыныс тормош яулау өсөн көн-төн һуғыша тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ. Балалары менән хөкүмәт эше тип йонсоған әсәйҙәребеҙгә терәк булырға тырыштыҡ, — тине Ғаяз апа.
Быйыл һикһән биш йәшен тултырған Кәримә инәй Рәхимова ла һуғыш осоро ыҙаларын үҙ иңендә татыған.
— Ярты телем икмәккә тилмергән саҡтар күп булды. Ас булғас өшөттөрә. Их, тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә атайыбыҙ ҡайтыр, ризыҡҡа тейенер, өйөбөҙ ҙә йылы булыр тип хыяллана инек. Бәләкәй балаларын ҡалдырып, әсәйебеҙ һал ағыҙыуҙа йөрөнө, — ти ағинәй, күҙҙәре йәшләнеп. — Тик һуғыш бөткәс тә, күптәребеҙҙең аталары ҡайтманы, тормош та ҡапыл иркенәйеп китмәне. Шөкөр, хәҙер тормош иркен, донъялар ғына тыныс торһон инде.
Ололарҙың иҫтәлектәрен тетрәнеүһеҙ, күҙ йәштәрһеҙ тыңлап булмай. Улар быуынына төшкән ғазаптарҙы яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Йылдан-йыл сафтары һирәгәйә барған, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылдары балалары хөкүмәт тарафынан тейешле иғтибар ҙа күрмәй ҡалды тигән ауыр үкенес күңелде ҡыя. Улар ҙа бит бөгөнгө тормошҡа нигеҙ һалған, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән кешеләр...