Оло быуын
9 Июня 2021, 04:15

“Һуғыш балалары” танытмаһы тапшырыла башланы.

Ул кемдәргә һәм ҡасан бирелә? Танытма алыусылар ниндәй хоуҡтарға эйә була?

Башҡортостанда “Һуғыш балалары” статусы биреүсе танытма тапшырыла башланы. 1927 йылдың 22 июненән башлап 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған граждандар ул статусҡа эйә була ала. Һуғыш балалары танытма нигеҙендә сиратһыҙ медицина ярҙамына, Башҡортостандыҡы булған стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына урынлашыу өсөн сиратһыҙ путевка алыуға, шул иҫәптән ваҡытлыса йәшәп тороуға хоҡуҡ ала. Республика Хеҙмәт министрлығында аңлатыуҙарынса, танытма алыу тәртибен һәр муниципалитет үҙенсә билдәләй. Был эш июнь айы дауамында барасаҡ. Бөтә һорауҙар менән халыҡ урындағы социаль яҡлау республика үҙәгенең филиалдарына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас