21 июндән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик путевкаларҙың күпмелер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар. Бындай субсидиялау «Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһында туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү» бүлегенә ярашлы тормошҡа ашырыла. БР Туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сертификаттар Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең филиалдарында, шулай уҡ теркәлгән урын буйынса «Ғаилә» район-ара үҙәктәрҙә бирелә.