1956 йылда Асҡар урта мәктәбен 45 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 34-е – башҡорт, ҡалған 11-е рус класында белем ала. Уларҙың мәктәп йылдары һуғыштан һуңғы осорға тура килә. Белем алыуға ынтылыш тормош-көнкүреш ҡыйынлыҡтарынан ауырыраҡ тарта. Төрлө ауылдарҙан йыйылған балалар интернатта ятып уҡый. Шуғалырмы туғандарса яҡын хистәр ҙә бәйләй улар дуҫлығын. Бер тиҫтер генә түгел улар: йәш айырмаһында ла ауыр бала саҡтары эҙемтәһе сағыла. Иң өлкән һабаҡташтары 85 йәшен тултырһа, иң кесеһе 81-ҙә әле.