“Һуғыш осоро балаларына” түләүҙәр август-сентябрь айҙарында киләсәк, бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, тип хәбәр итәләр Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенән.
Иҫкәртеп уҙабыҙ, ағымдағы йылдың мартында республикала даими йәшәүсе һәм 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә ҡәҙәр тыуған һуғыш осоро балалары тураһында закон сыҡҡан ине. Республика Башлығының 10 августа сыҡҡан указы нигеҙендә был аҡса 1000 һум кимәлендә билдәләнде. Был аҡсаларҙы граждандар социаль түләүҙәр алған ысул менән аласаҡ. Әгәр граждандар республиканың халыҡҡа ярҙам үҙәге аша социаль түләүҙәр алмаһа ла, Пенсия фонды аша пенсия ала икән, ул ваҡытта аҡса пенсия менән бергә почта бүлексәһе аша түләнә. Бер ниндәй документтар ҙа кәрәк түгел, бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Был аҡса йыл һайын түләнәсәк, быйыл 1 мең һум тәшкил иткән, киләһе йыл был сумма артыр, моғайын.