РФ Президенты В. Путин хаҡлы ялдағыларға бер тапҡыр 10 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғас та, Пенсия фонды идаралыҡтары был юҫыҡта эш башланы.
Аҡса киләһе аҙнала уҡ пенсионерҙарҙың банк иҫәптәренә күсәсәк. Улар менән бер рәттән «Һуғыш балалары» статусына эйә булғандар ҙа түләмдәр ала. 10 мең һум аҡса ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыусыларға, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарға, инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусыларға, инвалид балаларға, шулай уҡ атаһы йәки әсәһе вафат булыу сәбәпле, пенсия алыусы балаларға түләнә. Бының өсөн бер ниндәй документтар юллау талап ителмәй.