Оло быуын
30 Августа 2021, 12:30

Ололар өсөн проекттар

Беренсе ярты йыллыҡ  һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан республикаһы Башлығының “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты сараларында  320 мең өлкән йәштәге кешеләр ҡатнашҡан.  

Беренсе ярты йыллыҡ  һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан республикаһы Башлығының “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты сараларында  320 мең өлкән йәштәге кешеләр ҡатнашҡан.

Республиканың 39 муниципалитетында был проект буйынса эш планлы алып барыла. Төбәктәге   был проект  эшмәкәрлектәре  ял  ойоштороуға,  уҡытыуға, мәҙәниәткә, физик культура һәм спортҡа бәйләнгән 224 дәүләт һәм  муниципаль, 77 үҙ-аллы статуслы ойошмалар, ололарға ярҙам итеүсе волонтерҙар  ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.

Ағымдағы беренсе ярты йылда 44514 оло кеше спорт, шуларҙың 16516-ы скандинавса йөрөү, 12880 кеше йөҙөү, 3674 кеше тын юлы гимнастикаһы, 1038 кеше йога, 10406 кеше башҡа төр спорт  менән шөғәлләнгән.

Ижади эшмәкәрлеккә  оло йәштәге 249121кеше  йәлеп ителгән. Шуларҙың 6128  ҡул эштәре, 1730 кеше һынлы сәнғәт, 4703 кеше башҡа төр ижад менән мәшғүл.  12300 кеше мәҙәниәт усаҡтарында үҙешмәкәр сәнғәт буйынса шөғөл тапҡан. Ярты йылда ололар өсөн  217660 мәҙәни сара үткән.

2020 йылдың октябренән Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты эшләп килә. Уның сиктәрендә республика буйлап һалынған маршруттарҙан 7033 кеше үткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас