Оло быуын
17 Сентября 2021, 09:30

Урмансы улы

Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы исемен йөрөткән Дамир Камалов урмансылыҡ эшенә 40 йылдан ашыу хеҙмәтен һалған.

Урмансы улыУрмансы улы
Урмансы улы

Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы исемен йөрөткән Дамир Камалов урмансылыҡ эшенә 40 йылдан ашыу хеҙмәтен һалған. Урмансы улы булараҡ, иҫ белгәненән урман үҫтереүгә индергән өлөшөн иҫәпкә алһаҡ, бөтә аңлы ғүмерен ошо изге эшкә арнаған ул.

— Тирә-яҡтан урман уратып алған тауҙар ҡосағындағы хозур төбәктә тыуып-үҫтем. Беҙҙең Салауат-совхоз утарында башҡа өлкәлә хеҙмәт иткән кеше лә булманы тиерлек. Буранғол урмансылығының үҙәге беҙҙә булды. Контора, пилорама, тубырсыҡ киптергес эшләп торҙо, бынан тыш леспромхоздың базаһы урынлашҡайны. Магнитогорск металлургия комбинатының ағас әҙерләү базаһы ла беҙҙең ауылда ине. Беҙ, малайҙар, уларҙың урман ташығыс ҙур машиналарын ҡыҙығып ҡарай, эмблемаларындағы һүрәт буйынса уларҙы «үгеҙ машина», «айыу машина» тип йөрөтә инек. Бәләкәйҙән әсәйгә ярҙамлашырға питомникка йөрөнөк. Тубыҡланып йөрөп ҡарағай үҫентеләре араһын утай торғайныҡ. Ун йәштәр самаһында, ҡул араһына ингәс, өлкәндәр менән бергә ағас ултыртырға йөрөнөк инде. Әсәй хаҡлы ялға сыҡҡансы питомникта эшләне. Атай ғүмер баҡый урмансы булды. Бөтә тормошобоҙ, көнитмешебеҙ урманға бәйле. Шуғалырмы, тамырҙарыбыҙҙа урмансы ҡаны аҡҡан малайҙар, уҡытыусы эшен һайлаған Гөлсәсәк һеңлебеҙҙән тыш, башҡа төрлө һөнәр тураһында уйламаныҡ та. Йәшләй мәрхүм булған Арслан ағайым урман хужалығы техникумын бөттө. Уның артынса мин шул юлдан киттем. Ҡустым Камил уҡып торманы, урмансы булып эшкә төштө, — ти династияны дауам иткән Дамир Ғимран улы.
Ғүмерлек һөнәре уға еңел генә бирелмәй. Урман техникумынан бер нисә мәртәбә кире бороп ҡайтарһалар ҙа, ныҡышлыҡ менән барыбер уҡырға инә. Дамир ағай хәти-рәләрендә тағы ла алыҫ бала сағына урап ҡайта:
— Ауыл ҙур ғына ине. Клуб, өс магазин, башланғыс мәктәп булды. Ситтән килгән эшселәр барактарҙа торҙо. Төрлө милләт халҡы йәшәгәнгә мәктәптә русса белем алдыҡ. Башланғысты бөткәс, артабан ҡайҙа уҡыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Эргәлә ятҡан Буранғолға йөрөп уҡыр инек тә, яҡшылап башҡортса белмәйбеҙ. Өҫтәүенә башҡорт мәктәбенә бер класҡа түбән ултыртыу шарты менән алалар ине. Шуға күрә атай-әсәй беҙҙе Магнитогорскиға, мәктәп-интернатҡа уҡырға бирҙе. Салауат-совхоздан ҡалаға йөрөп уҡыуы ла рәхәт булмай. Балаларҙың үҙҙәре генә ҡуйы шырлыҡ араһынан Ҡырҡтыны аша төшөп, оло юлға тиклем 18 саҡрым араны йәйәүләп үтеүҙәрен күҙ алдына килтереүҙән дә нисектер шомло булып китә. Ҡаран йылғаһы тәңгәлендә Яҡтыгүл – Магнитогорск автобусына ултырып китәләр, кире ҡайтҡанда ла ҡаршы алыусы булмай. Юлда йөрөп бешеккән балалар утарҙың эргә-тирәһендә быраулау эштәре алып барған геологтарға яҡынлап ала. Тура килгәнендә ауылдан юлға тиклем уларҙың будкалы машиналарына ултырып төшөү ҙә ҙур бәхет була. Һигеҙенсе кластан һуң урман техникумына уҡырға ингән ағаһы артынан Дамир ҙа шунда барырға ҡарар итә. Ләкин ул һигеҙенсене бөткән йылға техникумға ҡабул итеү тәртибе үҙгәрә. Урта белем менән генә алабыҙ, тип кире ҡайтаралар. Таштимерҙәге СПТУ-ға барыуҙан башҡа әмәл ҡалмай, тракторсы һөнәрен үҙләштереү менән бергә киске мәктәптә уҡый. Инде лә техникумға алырҙар тигән өмөт менән Өфөгә килгән егеттең алдында яңы кәртә хасил була: училище таныҡлығы менән генә булмай — аттестат кәрәк. Ҡайтып урмансылыҡҡа тракторсы-моторист булып эшкә төшә. Көҙгөлөккә Ташбулат мәктәбенә уҡырға барып, аттестат ала. Ләкин мәктәп тамамлауға армияға йәше тула. Ике йыл Германияла хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, урмансылыҡ йүнәлтмәһен тотоп, йәнә урман техникумының ишеген аса. Йылдарға һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ниһайәт, студент булып китә.
Кешене яҙмыш йөрөтә тиеүҙәре хаҡтыр. Әгәр тәү барғандан ҡабул итеү комиссияһынан үткән булһа, буласаҡ тормош юлдашы менән юлдары бөтөнләй киҫешмәҫ ине Дамир ағайҙың. Осраҡлы ғына ошо техникумға барып ингән Билал ауылы ҡыҙы Шәүрәне бер һүҙһеҙ уҡырға алалар. Шулай итеп улар икеһе бер төркөмдә уҡый башлай. Һуңғы курста йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Тимерҙе ҡыҙыуында һуға егет, диплом алғандан һуң Курил утрауҙарына йүнәлтмә буйынса эшкә китергә тейешле һөйгәнен янынан ебәрмәй. Дамир Камаловты баш ҡалала урман төҙөү экспедицияһына эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр, хатта фатир ҙа бирергә вәғәҙәләйҙәр, әммә ул тыуған яғына ҡайтыуҙы хуп күрә.
1981 йылда дипломлы белгестәр урман хужалығы производство берекмәһенең Баймаҡтағы баш предприятиеһына килеп эш белешә. Урал аръяғы төбәге урмансылыҡтары ошо ойошмаға ҡарай ул ваҡытта. Икеһенә лә сат йәбешеп, баш предприятиела Дамир ағайға — лесничий, Шәүрә апайға питомникта мөдир булып ҡалырға тәҡдим итәләр, яңы төҙөлгән Урмансылар урамынан торлаҡ күрһәтәләр. Ләкин ымһындырғыс тәҡдимдән дә баш тартып, ир кеше ҡайтам тигәс, уларҙы Әбйәлил урман хужалығына эшкә ебәрәләр. Ғаилә башлығын лесотехник, ҡатынын лесничий ярҙамсыһы итеп Буранғол участка урмансылығына тәғәйенләйҙәр. Ярты йылдан ирле-ҡатынлы урман белгестәрен инженер вазифаһына Асҡарға саҡыралар. Урман тергеҙеү буйынса инженер Д. Ғ. Камалов етәкселегендә ултыртылған кес кенә үҫентеләр бөгөн урман булып шаулай. Район хужалыҡтарының баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары, Асҡарҙағы Алмастау, Ҡоръятмаҫ буйҙарындағы ҡарағайҙар, район хакимиәте алдындағы күк шыршылар — уның хеҙмәт емештәре. Ул ағастарға хәҙер 40-шар йәш! Профком рәйесе, комсомол ойошмаһы секретары булған әүҙем хеҙмәткәрҙе тиҙҙән партияға кандидат итеп тәҡдим итәләр. 1983 йылда инде партия ҡушыуы буйынса Дамир Ғимран улын Буранғол урмансылығына лесничий итеп йүнәлтәләр.
Буранғолға ваҡытлыса тип килһәләр ҙә, теүәл 30 йыл ғүмерҙәре ошонда үтә Камаловтарҙың. Шәүрә Шәһит ҡыҙы ла 25 йылға яҡын урман хужалығында хеҙмәт итә, бухгалтер вазифаһынан ауыл биләмәһе хакимиәтенә эшкә күсә. «Йөрөп уҡыуҙың, бер уҡыу йортонан икенсеһенә күсеүҙең михнәттәрен үҙ елкәмдә татығанға, һуңыраҡ райүҙәккә йөрөп эшләһәм дә, балалар мәктәп тамамлағансы урын алмаштырыуға ҡырҡа ҡаршы булдым. Дүрт балабыҙ ҙа Буранғол урта мәктәбен тамамланы, Лена менән Лилиә миҙалға бөттө», — ти атай кеше. Өс бала атаһы булғас, тағы ла студент булып ала Дамир ағай. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтында уҡып, инженер һөнәрен ала.
2009 йылда Дамир Ғимран улын дәүләт урман контроленең мобиль төркөмөнә етәксе итеп ҡуялар. 2017 йылдан Әбйәлил урмансылығы буйынса бүлек начальнигы. Пенсия реформаһына тиклем хаҡлы ял йәшен тултырып өлгөрһә лә, уны тиҙ генә эшенән ебәрмәйҙәр, 65 йәшенә тиклем етәксе вазифаһын тарта. Хеҙмәте күп тапҡырҙар Рәсәй, Башҡортостан Урман хужалығы министрлыҡтарының Почет грамотаһы менән билдәләнә. Ә былтыр «Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы» исеменә лайыҡ булыуын бөтә ғүмерен биргән яратҡан хеҙмәте өсөн иң ҙур баһа итеп ҡабул иткән.
Урманға ғашиҡ, уны яратҡан кеше генә урмандың киләсәге тураһында борсолалыр. Бигерәк тә быйылғы янғындар Дамир Ғимран улының йәнен әсендерә. «Янғындарҙы ваҡытында күреп-һүндереп өлгөрмәү сәбәбе — урман хужалығында штаттарҙың ҡыҫҡартылыуына ла бәйле. Әйтәйек, Буранғол участка урмансылығы 40 меңдән ашыу гектар урманды биләй. Элек унда 14 урман ҡарауылсыһы эшләне, бынан тыш мастер, лесотехник, былай эшселәр күп ине. Ә хәҙер ошо ҙур биләмә ни бары өс хеҙмәткәр ҡарамағында. Икенсенән, хәҙер ағас ҡуртымсылар ҡулында. Ҡуртымсыларҙың урманға ҡыҙығыуы бер яҡлы — аҡса эшләү, шығырлап торған ҡарағайҙар ситкә китә. Ә шул урманда тыуып-үҫкән халыҡ көнкүреш нужаларына ла ағас ала алмай интегә. Элгәре ауылда лесник абруйлы кеше булды, халыҡҡа ағасын да бүлде, үҙе лә кешеләрҙе посадкаға алып сыға, тыңлата алды. Урман янғындары өсөн халыҡтың йөрәге янмай тиһегеҙме? Яна, тик хужаларынан хужаларса мөнәсәбәт булыуын көтә. Урман халыҡ байлығы булырға тейеш — бар сәйәсәт ошонда», — ти урман хужалығы ветераны.
Ҡыҙыл башында карьер асыуға ла ҡаршы кешеләрҙең береһе ул. Салауат-совхоз утарында тормош күптән һүнһә лә, кендек ҡаны тамған ер бигерәк тә ҡәҙерле уға. Ҡыҙҙары, улы, ейән-ейәнсәрҙәре менән йәй һайын йәнтөйәгенә ҡайтып, ял итеү ғәҙәттәренә ингән. «Бала саҡта геологоразведчиктарҙың машиналарында уҡырға йөрөүебеҙ тураһында һөйләгәйнем бит. Уларҙың һеҙҙең тирәлә баҡыр ятҡылыҡтары күп, бер ҡасан руда сығара башларҙар тигән һүҙҙәре ярты быуаттан һуң раҫҡа сығып килеүе хафаландыра. Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларын һыулаған бөтә Әбйәлилгә экологик һәләкәт янай. Быға юл ҡуйырға ярамай», — тип үҙ ҡарашын белдерә ул.
Бер йыл хаҡлы ялда атҡаҙанған урмансы. Нимә менән шөғөлләнәме? Яңы ҡорған донъяларында үҙ урманын үҫтереү менән мәшғүл. Әйткәндәй, балаларҙы уҡытып һөнәрле, ҡыҙҙарҙы башлы-күҙле иткәс, 8 йыл элек Камаловтар Асҡарға күсеп килгән. Бөгөн уларҙың шәхси биләмәһендә ниндәй генә емеш ағастары уңыш биреп һөйөндөрмәй. Дамир ағай урмандан миләш, балан, ҡурай еләге үҫентеләрен алып ҡайтып ултыртҡан. Шәүрә апайҙың баҡса гөлдәре араһында урман сәскәләре лә ярышып үҫә.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас