

...Эй, ғүмерҙең шулай тиҙ үтеүе, күҙ асып йомған аралыҡмы ни, һабаҡташтарым менән ғүмеребеҙҙең ете тиҫтәһен түңәрәкләп, һигеҙенсеһен ваҡлай башланыҡ. Барыбыҙ араһында иң кесебеҙ булған класташым Фәнүзә Зиннур ҡыҙы Биктимерова бына-бына, матур алтын көҙҙөң октябрендә 70-тең үренә менеп баҫырға ғына тора. Һүҙем шул һабаҡташым хаҡында.
Яҡын тирәлә ятҡан алты ауылдан йыйылған 40 ата балаһы, туптырлашып, 1963 йылдың 1 сентябрендә бөтөнләй ят мөхитле Ярлыҡап 8 йыллыҡ мәктәбенең 5-се класына уҡырға барҙыҡ.
Беҙ, өс Ҡусҡарҙан барған колхозсы балалары заманына күрә «арыу» ғына кейенешеп, башҡалар менән бер рәттән, буласаҡ матур ғына класс етәксебеҙ С. Ә. Ғибәҙуллина артынан, баҫҡыс буйлап, бейек кенә күтәрмәгә инеп урынлаштыҡ. Унда инеү менән күптән тәүге партаны алып өлгөргән бер матур ҡыҙ үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте: күҙҙәре күк йөҙөндәй зәңгәр генә, капрондан ғына ап-аҡ бантиклы, сәсе икенән матур ғына итеп үрелгән, килешле мәктәп формаһы кейгән, шул тиклем дә һылыу Фәнүзәбеҙ булып сыҡты. Заманаһы шулай ине: иптәшебеҙ, уҡытыусы ҡыҙы булараҡ, ҡупшы кейенеүе менән беҙҙән өҫтөн ине. Ошо һылыу ҡыҙ бөгөн дә минең күҙ алдында шул уҡ ҡиәфәттә һаҡлана, шул ваҡыттан минең күңелемде үҙенә арбаны ла, әле лә ғүмергә булған дуҫлығыбыҙ дауам итә. Дуҫлыҡ шулай ныҡлы булырға тейештер ҙә инде!
Яҡшы уҡыуы, бар яҡтан да һәләтле, шаян булған Ҡолоҡас ауылы ҡыҙыҡайы барыбыҙҙың да яратҡан һабаҡташына әүерелде. Фотоһы почёт таҡтаһынан төшмәне, райондың төрлө пионер слёттарында, конкурстарҙа, смотрҙарҙа ҡатнашты.
Мәктәп тормошондағы әүҙемлеге, класс етәксебеҙҙең уң ҡулы булыуы, үткерлеге отрядыбыҙҙың ғына түгел, дру-жинаның иң ҙур «түрәһе» итер ине Фәнүзәбеҙҙе. Сәүҙә апайыбыҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәү күргән мандолинала нота менән уйнарға өйрәткәйне. Класыбыҙҙа ике малай, өс ҡыҙ өйрәнеп алдыҡ сиртергә, арабыҙҙа иң «виртуозы» Фәнүзә булды. Сәхнәлә лә бишәүләп уйнай торғайныҡ, бөгөн апайыбыҙға бик тә рәхмәтлебеҙ. Апайыбыҙҙың һәр беребеҙгә арнап шиғри юлдар менән класс газетаһын сығарыуы ла эҙһеҙ үтмәгәндер. Шул өлгөлә мәктәп йылдарынан булған йәш «шағирә»беҙ һәм рәссамыбыҙ менән, класс етәксебеҙгә оҡшатып, барыһын хайран итеп шиғырҙар сығарып газета эшләп ҡуйыр инек! Тәнҡитле «Терпе» гәзите өсөн малайҙарҙан әҙ «өшкөрөлмәнек» инде.
Фәнүзәбеҙ гелән «5»-легә уҡыны, тик үҫә төшкәс, хеҙмәт дәресен өнәп етмәне. Шәкир ағайыбыҙ малайҙарҙы оҫтаханаға, ҡыҙҙарға сигеү, бәйләү менән булырға ҡушып сығыр ине. Дәрес бөтөүгә килеп тикшереп, тейешле баһаһын ҡуя. Беҙҙең уҡытыусыға күрһәтерлек арлы-бирле «эшебеҙ» бар, ә Фәнүзә бөтөнләй бер нәмәһеҙ. Дәрес буйы күмәкләп малайҙарҙың сумка эсендәге әйберҙәрен бер-береһенә алмаштырып һалабыҙ, ҡанат йә утын киҫәге тултырабыҙ, кейемдәренән ҡарасҡы эшләп ултыртабыҙ, Фәнүзә был эштә ойоштороусы ла, төп башҡарыусы ла. Был «этлек»тәр иптәшебеҙ өсөн эҙһеҙ ҡалмай, ағайыбыҙ журналға «2»-лене сәпәп, сиреккә лә шул ҡурҡыныс билдәне сығарып ҡуйғаны булды.
Дуҫымдың ауанлығы, шаянлығы, ҡайһы саҡ дыуамаллығы, ҡыҙыҡ мажаралары хәтерҙән һис кенә лә юйылырлыҡ түгел. Тәүге һөйөү хистәре уянып, күңел-дәрҙең иләҫ-миләҫ саҡтары, ғәҙәттә, мәктәп йылдарына тура килеүсән бит.
Тора-бара тәүге һөйөү хистәре ысын мөхәббәткә әүерелеп китеп, юҡ-юҡта осрашыуҙар башлана. Әммә яҙмыштар ҙа яңылыш була, шулай ҙа тәүге хистәр күңелдә ныҡ уйылып ҡалыусан.
Рус теленән ике сәғәт буйы изложение яҙабыҙ. Беҙ икәү бер сәғәттә яҙа һалып бөттөк тә, егеттәребеҙ хаҡында записка яҙышабыҙ, апайыбыҙ дәфтәр тикшерә, беҙҙе «күрмәй». Тәнәфестә коридорҙа төшөп ҡалған бит теге запискабыҙ. Дәрестән һуң икебеҙгә лә ҡалырға ҡушылды, ни сәбәпле — беҙгә ҡараңғы... Класс етәксебеҙ беҙҙең тетмәкәйҙе тетә генә: «...әле һеҙгә егет уйларға түгел, яҡшы уҡыу хаҡында уйларға кәрәк», — ти бит яратҡан апайыбыҙ. Мин сумаҙаным менән битемде ышыҡлап, Фәнүзәнең артында күҙемде лә күрһәтмәй йәшенеп ултырам. Әлеге ауан Фәнүзә: «Апай, «5»-кә генә уҡыһам Петя менән йөрөргә буламы?» — тип һорамаһынмы!
Бала саҡ шуҡлығы ниҙәр генә эшләтмәй, уҡыуҙан ҡайтышлай биш ҡыҙ бер йүнәлештә ҡайтҡан йыуаш ҡына һабаҡташыбыҙ Вәли Ильясовты ауылдан айырым ятҡан өйөнә тиклем сумкабыҙ менән дөмбәҫләп, көрткә сумырып, ҡарға ойпалайбыҙ. Фәнүзә 2-се яҡта ятҡан Ҡолоҡас юлынан ҡайтмай, гелән ошо мажараның уртаһында йөрөй, ә ауылдашы Фәриҙә ҡар өҫтөндә ултырып ҡалып, «һуғыш суҡмары» иптәшен көтә-көтә «көтөк» була. Вәлиҙең беҙҙән туҡмалыуының бар ғәйебе — тыйыуһыҙ Миҙәттең Фәнүзәнең сәсен урап алып, класс буйлап «ҡыуып» алып йөрөүендә ине. Миҙәткә тейерһең, теймәй ней, үҙе беҙҙең арт һабаҡты уҡытыр, «бет асыуы — һеркәгә» тигәндәй, беҙҙән күргән бар ыҙалыҡтар Вәлибеҙгә төшөр ине шул...
Эй, дыуамал баласаҡ! Хәтирәләр һандығын аҡтарып, мәктәп йылдарындағы дуҫтар, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар ҡайһы саҡ үкенерлек тә, ҡайһы саҡ һағынып һөйләрлек тә булып ҡалды.
...Әле бала инем, йәшлек үтте,
Ҡартлыҡ көтөп тора тупһала... — ти Фәнүзә үҙ шиғырында.
Эйе, ҡартлыҡҡа ла килеп еткәнбеҙ шул. Иң бәләкәсебеҙ — Фәнүзәбеҙ ҙә беҙҙең арттан бер тотам да ҡалмай эйәрә килә.
Бер яңғыҙым тарттым тормош йөгөн,
Шул яңғыҙлыҡ мине арбаны...
— Булманы шул янда яҡын кешем
Тигеҙ тартыр өсөн арбаны... —
тип яҙа ул. Эйе, малайҙар бәләкәй саҡта барлыҡ тормош мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алып, ирҙәр тартыр донъя ҡамытын да үҙе кейҙе. Бер-нисә баш һыйырын, ваҡ малын ҡыш сығарырлыҡ бесәнен дә үҙе эшләй, салғыһын йөкләп алып, көйләй-көйләй нисә саҡрымдарға бесәнлегенә йүгерә йәки «сәпите»нә атланып елдереп сығып китә. Ең һыҙғанып, ирҙәр һымаҡ ҡолас буйы киңлектә салғыһын һелтәп, тирләп-бешеп, ҡыршылдатып бакуйҙар һалып, йәйгелеген иртәнән ҡара кискәсә бесәнлектә көнөн үткәрә. Йүгерә-атлай ҡайта һалып ҡош-ҡорттарын ҡарай, баҡса эштәре менән булыша, утын хәстәрләү мәсьәләһе лә үҙ иңендә... Сослоғо, егәрлелеге, әрһеҙлеге менән донъя хәстәрен яңғыҙы тартты ла тартты...
...Тормошомда ауыр мәлдәр булды,
Күҙ йәшемде түктем күл итеп...
Бер михнәттең рәхәтенә Хоҙай
Яҡшылығын бирер күп итеп.
Бәхетлемен, шөкөр. Мин — әсәймен.
Күҙ ҡарамдай ике балам бар!
Рәхмәтле бул, балаларың иҫән
Бала үҫкән өйҙә далан бар, —
тип уландары менән ғорурлана әсә кеше.
Ышаныр, таяныр һис кеме юҡ ине малайҙар бәләкәй саҡта. Бына хәҙер әсә йортона оло терәк булып, уландар эшкинде, ҡулынан бер аҙ эш тә кәмене. Әле булһын ҡанына йәштән һеңгән кәсебен ташламай ул: ҡапҡа тулы ҡаҙ-өйрәктәре, тауыҡтары хужабикәһенең аяҡ араһында ураланып, «һөйләшеп», сутырлығы сығып мәз килә, мөңрәй-мөңрәй һыйыры «эштән» һөт алып ҡайта... Мин күпме ыҙалап мал көтмәҫкә кәңәш бирһәм дә, йомшаҡ күңелле иптәшем йәнендәй күргән мал-тыуарын тотонорға йәлләй, көңгөр-ҡаңғыр килеп мал аҫрауын дауам итә.
Ул бит башкөллө ижад кешеһе, әммә хужалыҡ мәшәҡәттәрен дә, ижадын да йәнәшә алып барып, тормошонан йәм таба, улдары ҡайтып инеүгә нигеҙендә ҡаҙыҡ булып, тәмле ризыҡтарын бешереп көтөп ултыра.
Инде байтаҡ оло йәшкә етһәк тә, төрлө тарафтарҙа йәшәгән һабаҡташтар социаль селтәрҙәрҙә аралашып, хәлдәре-беҙҙе белешеп торабыҙ. Иптәшебеҙҙең күңелебеҙгә ятышлы шиғырҙарына һис кенә лә битараф түгелбеҙ!
Фәнүзәнең бала ваҡыттан булған бар булмышы әле лә уның холоҡ-фиғелендә лә, йәшәйешендә лә сағыла. Бөгөн дә ул бар яҡтан һәләтле, торғаны менән талант эйәһе! Йырлайым тиһә — бынамын тигән моңо бар, бейейем тиһә, һомғол буйлы, матур нескә билле Фәнүзә барыһын таң ҡалдырып, сәхнә йәме булып бейеп тә китә. Әйткәндәй, «Байыҡ» конкурсынан да ҡалмай ул. Ауыр баянын күтәреп ҡырҙастарҙың сәхнәһен бер итә, һәр сара унһыҙ үтмәй, йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһаманы ҡырҙастар: район ауылдарында, Баймаҡ сәхнәләрендә һәр ваҡыттағыса Фәнүзә Зиннур ҡыҙы унда баянист, мандолинасы, сценарий авторы, нәфис һүҙ оҫтаһы! Тел маһирлығын әйтеп тораһы ла түгел, тел тигәнеңде тетеп һала! Ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, халыҡ һөйөүен яулаусан ул. Хоҙай берәүҙәргә тыумыштан һәләтте өйөп биреүсән, Фәнүзә ана шул Хоҙайҙың кешеһе инде! Күңеле хисле дуҫым үҙе яҙған шиғырҙарына лирик йырҙар ҙа ижад итә. Яҙған шиғырҙары һәр кем күңелен үҙенә арбайҙыр, сөнки, интернет селтәрҙәрендәге комментарийҙар шул хаҡта һөйләй: берҙән үҙенсәлекле, тәрән лирик йөкмәткеле, йырға һалайым тиһәң — йырларлыҡ, илайым тиһәң — иларлыҡ, ойойом тиһәң — ойоп ҡына тыңларлыҡ, һағышланырлыҡ та, шулай уҡ тыуған яғын данлауы менән ғорурланырлыҡ та шул!...
Иптәшем ғүмер буйы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Райондың уҡытыусылары араһында һөнәре буйынса иң яҡшылар рәтендә булып, «Йыл уҡытыусыһы» ярыштарында алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырманы.
Фәнүзә Зиннур ҡыҙы, «Йәйғор» ижади берекмәһе ағзаһы булараҡ, төрлө идеялар башланғысы менән сығыш яһай.
Һигеҙ йыл инде район балаларының Рәмил Ҡол-Дәүләт исемен йөрөткән әҙәби ойошмаһын алып бара. Шул уҡ ваҡытта райондың йәш сәсәндәр мәктәбен дә етәкләй. Йәш әҙәби көстәрҙе аяҡҡа баҫтырыусы ла ул. Ҡәләм тибрәтеүсе йәштәрҙең әлеге мәлдә ирешкән уңыштары ла аҙ түгел, ижад емештәре район, республика баҫмаларында сыға. «Йәйғор» ойошмаһының алмаштырғыһыҙ ойоштороусыһы ла ул. Район әҙиптәре менән генә эшләп ҡалмай, республика кимәлендә төрлө саралар ойоштороп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен күтәреү өҫтөндә бик ҙур эштәр башҡара. Пандемия шарттарында ла тик ятмай, шиғыр ижад итергә яратыусылар араһында социаль селтәрҙәрҙә «әйтеш» ойоштороп ебәрҙе. Республиканан ғына түгел, сит өлкәнән ҡатнашыусылар ҙа бихисап булды. Тел маһирлығын да һынап ҡараныҡ, йәшәйеш, тыуған телебеҙ, илебеҙ проблемаларын күтәреп сыҡтыҡ. Бәйгене, шарттары буйынса, Әбйәлилдә башланған әйтеште күрше райондарға эстафета менән тапшырып, тирмәләрендә «һыйланып», һуңғы сиктә Магнитогорскиҙағы «Аҡ ҡауырһын» исемле башҡорт ижади берекмәһендә туҡталыш яһап, «ҡунаҡ» булып, йомғаҡлап ҡуйҙыҡ.
Алла бирһә, алдағы йылда киңерәк масштабта һәр төрлө бәйгеләр ойошторолор әле, тигән өмөттә йәшәйбеҙ. Фәнүзәнең был эштәре барыбыҙға хуш килде, виртуаль дуҫтар таптыҡ, ауырыу көсәйеп, күңелдәр өмөтһөҙлөккә бирелгәндә ижад итергә дәрт-дарман өҫтәлеп, күңелдәр күтәрелеп китте.
Бар эске донъяһы, булмышы һәм яҡты энергетикаһы менән йәшен дә, олоһон да магнит һымаҡ үҙенә тартып тороусы ыңғай шәхес ул Фәнүзә! Бар эшләгән эштәре йәмғиәт башланғысында, сөнки ул бар булмышы менән ижадҡа мөкиббән киткән кеше, үҙе ҡаҙанында ғына ҡайнамай, һәр ынтылышлы кешегә ярҙам ҡулы һуҙып, уның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. Тимәк, үҙ районыбыҙ, республикабыҙ халҡы өсөн хеҙмәт итә!
Сит ерҙәрҙә дан-шөһрәттәр яулап,
Солтан булырыма шигем юҡ.
Әбйәлилем, һин бит берәү генә,
Һине аша атлар сигем юҡ.
Һиңә арнап шиғыр яҙайым да,
Ул шиғырҙы көйгә һалайым.
Сит ерҙәрҙә солтан булғанымса,
Бер олтаның булып ҡалайым...—
тип, Әбйәлиленә хеҙмәт итте һәм арымай-талмай 70 йәштә лә хеҙмәт итә Фәнүзә Зиннур ҡыҙы Биктимерова!
Бар яҡтан да килгән дуҫыма парланышып ғүмер кисереү насип булманы. Ҡәҙерен белгәндәй гүзәл зат тип ихтирам иткәндәй, ауыр саҡтарҙа терәк булырҙай кеше осраманы инде.
Зар-интизар булғандарҙы
Үҙ итмәне шул күңел.
Ғүмер буйы әйтә килде:
Был һинең яҙмыш түгел... —
тип яҙа иптәшем.
Яҙған шиғырҙарын уҡып ҡараһаң, хис-тойғоға бай дуҫымдың күңел түрендә кемгәлер урын табылған кеүек...
Бәхет беҙҙе урап үтмәҫ ине
Тап булышһаҡ икәү иртәрәк.
...Үкенесле...Яҙмыш осраштырҙы
Ғүмер көҙҙәренә етәрәк.
Мөнирә КИРӘЕВА.