Оло быуын
1 Октября 2021, 09:39

Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер

Ғүмер көҙөн бергәләп ҡаршылау бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхеттер ул. Йәшлек мәлендәге һөйөү хистәрен юғалтмай, йылдар үтеү менән ихтирам, ҡәҙер итеү тойғолары менән нығытҡан, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған тиң парҙар һоҡландыра.

Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмерАҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер
Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер

Ғүмер көҙөн бергәләп ҡаршылау бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхеттер ул. Йәшлек мәлендәге һөйөү хистәрен юғалтмай, йылдар үтеү менән ихтирам, ҡәҙер итеү тойғолары менән нығытҡан, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған тиң парҙар һоҡландыра. Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Фазила инәй менән Рысйән апа Зариповтар ҙа оҙаҡ йылдар ғаилә йөгөн, донъя мәшәҡәттәрен парлап тартҡан, ә хәҙер, олоғайған көндәрендә, бер-береһенә терәк-таяныс булып лайыҡлы ғүмер кисерә.

Икеһе лә эшһөйәрлектәре, тырыш булыуҙары менән дан ҡаҙанғандар. Рысйән Абдулхай улы оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡта тракторҙа эшләй. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҫыу-яландарҙы иңләй. Өҫтән төшөрөлгән йөкләмәләрҙе һәр саҡ арттырып үтәгән, әйткән һүҙендә торған алдынғы механизаторҙы колхоз, район етәкселеге лә күрә. Хеҙмә-тенә күрә хөрмәте тигәндәй, намыҫлы эшен лайыҡлы баһалап, төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, сит илдәргә, төрлө ҡалаларға юлламалар менән бүләкләй. Урыны һәр саҡ сәхнә түрендә, президиумда була. Оҙаҡ ваҡыт һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләй, ауылдаштары оло ышаныс белдереп, бер нисә саҡырылыш депутат итеп һайлайҙар. Төп эшен дә, йәмәғәт бурыстарын да атҡара. Тик ауыр эш һаулыҡҡа зыян килтерә, һыуыҡ тракторҙа йөрөү эҙһеҙ үтмәй. Рысйән Абдулхай улына еңелерәк хеҙмәткә күсергә тура килә: хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡарауылсы була, тимерлектә лә эшләй.
Фазила Абдрахман ҡыҙының фотоһүрәте район гәзите биттә-ренән төшмәй. Ул Асҡар һөт заводына ауылдан һөт-май йыя. Һәр көн иртән ат арбаһына 8-шәр бидон тейәп, ауылды урап сыға.
— Беҙ эшләмәгән эш ҡалмағандыр ул. Үҙебеҙҙең питомникка үҫентеләрҙе утауға йөрөнөк, сентябрь айына тиклем хөкүмәткә мал аҙығы әҙерләнек: бесән саптыҡ, сенаж һалдыҡ, япраҡ бәйләнек. Шунан ғына үҙебеҙгә ҡышҡылыҡҡа әҙерләй инек, — ти Фазила Абдрахман ҡыҙы. — Фермала эшләгәндәргә ял бирер өсөн быҙау ҡарарға, һыйыр һауырға ла сыҡтым. Эш кешеһенә почет булды, хужалар ҙа хөрмәт итеп торҙо.
Бөтә көстәрен, күңелдәрен биреп эшләгән урындағы хужалыҡтың тарҡалыуын күреү улар өсөн дә ауыр була.
Зариповтар алты балаға ғүмер биргән. Өс ул һәм өс ҡыҙ ата-әсәһенән күрмәксе йүнсел, булдыҡлы булып үҫкән.
— Балаларыбыҙ өсөн йөҙөбөҙ ҡыҙарманы, бер ҡасан ҡырын юлға баҫманылар. Беҙҙең тәрбиә, өгөт-нәсихәтте тотоп, матур итеп донъя көтәләр, — тиҙәр Рысйән апа менән Фазила инәй.
Иң өлкәндәре Роза Ҡушый ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. Сәриә Гусевта, ул китапханала эшләп, пенсияға сыҡҡан. Хәмитйән Йәнгелдә төпләнгән, Әлмөхәмәт элеваторында эшләй. Гөлсара Буранғолда йәшәй, Амангилде дауаханаһында шәфҡәт туташы. Кинйәләре Фәнис Ҡырҙаста төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа, ата менән әсәгә бер улдарын ер ҡуйынына һалырға тура килгән.
Тыуған йорт ҡотон һаҡлап, усағын һүрелтмәй икеһе генә йәшәһә лә Зариповтар ҡартайған көндәрендә яңғыҙ түгелдәр. Балалары йә ейәндәре күмәкләшеп йомоштарын үтәп ҡайтһынмы, берәй байрам уңайынан килеп ҡотлаһындармы, туғанлыҡ, ата-әсәгә хөрмәт хисе көслө уларҙа. Ғәзиз кешеләре олоғайған көндәрендә рәхәтләнеп йәшәһен өсөн йортта бөтә уңайлыҡтар булдырғандар.
— Килгән һайын ҡыуанып ҡайтабыҙ, яҡты йөҙҙәре, йылы һүҙҙәре менән ҡаршылайҙар, оҙатып ҡалалар, — ти килендәре Зифа апай. — Гәзит килһә, ҡәйнәм иң тәүҙә ҡайныма «Осҡон»до уҡып ишеттерә.
64 йыл бергә ғүмер кисергән Фазила Абдрахман ҡыҙы менән Рысйән Абдулхай улының бәхет сере ябай. Улар бер-береһен ҡәҙерләп, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Матур ғаиләнең дауамы — 16 ейән-ейәнсәрҙә, 14 бүлә-бүләсәрҙә. Улар кейәүгә сығыр йәки кәләш алыр алдынан иң тәүҙә олатай-өләсәй фатихаһын ала. Боронғо йола буйынса ейәнсәрҙәренә бирнә менән һандыҡтар әҙерләп, үҙаллы тормош юлына оҙаталар. Ололарҙың изге теләктәрен алғанға, йәштәрҙең ғаиләләре ырыҫлы, ныҡлы.
Барыһы ла бергә йыйылған саҡтары иң күңелле мәлдәр тиҙәр Зариповтар. Ошо арала ғаилә башлығы Рысйән апаның 85 йәшлек оло юбилейын билдәләйәсәктәр. Һоҡланғыс ғаиләнең ғүмер көҙҙәре сыуаҡ, аяҙ булһын.

Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер
Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас