Оло быуын
9 Октября 2021, 07:05

Тормошобоҙҙоң ҡәҙере булды

Дәүләтша ауылы айырым Чапаев исемендәге колхоз булғанда уҡ, Әхиәр Динмөхәмәтов 7-се класты бөтөү менән, күбә тарттырыуҙа хеҙмәт юлын башлай. Ауыл Калинин исемендәге колхозға ҡушылғас, ике йыл комбайнер ярҙамсыһы була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тормошобоҙҙоң ҡәҙере булдыТормошобоҙҙоң ҡәҙере булды
Тормошобоҙҙоң ҡәҙере булды

Дәүләтша ауылы айырым Чапаев исемендәге колхоз булғанда уҡ, Әхиәр Динмөхәмәтов 7-се класты бөтөү менән, күбә тарттырыуҙа хеҙмәт юлын башлай. Ауыл Калинин исемендәге колхозға ҡушылғас, ике йыл комбайнер ярҙамсыһы була. 1954 йылдан сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, Октябрскийҙан тракторҙар алып киләләр. Ә. Динмөхәмәтов инде тракторсыларҙың береһенең ярҙамсыһы була. Сиҙәм күтәреүселәр менән бергә иген сәсә.
1955 йыл армияға алына. Армиянан ҡайтҡас, йәнә тракторға ултыра. Ишҡол ҡыҙы Хәлиса Фазулла ҡыҙына өйләнеп, матур тормош ҡороп ебәрәләр. Йәш, дәртле Динмөхәмәтовтар ғаиләһе ул дәүерҙең тырыш колхозсылары менән бер рәттән, ал-ял белмәй эшләй. Хәлиса инәй колхоздың һәр эшендә ҡатнаша, Динмөхәмәтовтар нәҫелен арттырып дүрт ул, бер ҡыҙ таба.
Әхиәр Ғәйзулла улы оҫта кукуруз үҫтереүсе булып таныла. Ул үҫтергән кукуруздар тракторынан бейегерәк була. Ишҡол урта мәктәбе интернатында ятып уҡыған балаларҙы трактор арбаһында ташығанын ул осор уҡыусылары әле лә онотмай. Халыҡ араһында абруйлы, һүҙе үткән уҙаман 14 йыл, ҙур яуаплылыҡ менән, бригадир йөгөн тарта. Тура һүҙле, ҡыйыу, йәнтөйәгенең ысын патриоты булараҡ, оҙаҡ йылдар ауыл Советының алыштырғыһыҙ депутаты итеп һайланып, ауылдаштарының күп проблемаларын хәл итә. Ул әле лә олоғайҙым тип, өйҙә ятып сыҙамай, ауылда үткәрелгән йыйындарҙан ҡалмай, төплө фекере менән сығыш яһай.
Уҙамандың һөйләр хәтирәләре, кисергәндәре етерлек.
— Ауырлыҡтар, нужалар күп күрһәк тә, бирешмәнек, тормошобоҙҙоң ҡәҙере булды. Фермаларҙың етемһерәп, емерелеп бөтөүен күреп йән әсей. Мал ҡарауҙың рәтен белгән, ауыл ығы-зығыһын үҙ иткән халыҡ эшһеҙ ҡалды. Ләкин матур йәшәүгә ынтылышы булғандар әмәлен табып, Магнитогорскиға, йә булмаһа сит өлкәлә эшләп ғаиләһен аҫырай, ир-егеттәр генә түгел, ҡатындар ҙа вахта ысулы менән эшләүгә күсте. Белем алырға теләгән, үҫеш юлында булған йәштәр ҡала мөхитен һайлай. Әммә уларҙың да тәүтөйәгендә эшләп-йәшәгеһе киләлер. Ауылда эш булһа, халыҡтың тормошо рәтләнер ине, — тип әсенеп әйтеүенән колхозсының үҙ халҡына битараф булмауын аңларға була.
Әхиәр Динмөхәмәтовтың тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалаған миҙалдары етерлек. Ул «Социалистик хеҙмәт ударнигы», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары һәм хеҙмәт юлының оло баһаһы — «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
Атауҙы һәм Бөрсөнсө күлдәре араһында ятҡан тыуған ауылы Дәүләтшаға, үҙ тупрағына ерегеп, тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән олпат кәүҙәле Әхиәр апаға 85 йәште бирерлек түгел. Хәлиса инәй менән парлы, бер-береһенә ышаныслы таяныс, ауылдаштарына үрнәк булып иҫәнлектә ғүмер итеүҙәренә 60 йыл!
Әхиәр Динмөхәмәтовтың данлы хеҙмәт юлы онотолмай. Яңыраҡ колхозсының тырыш хеҙмәте «Башҡортостандың 100 йыллығы» юбилей миҙалы менән билдәләнгән.

Автор:
Читайте нас