+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
22 Октябрь 2021, 10:16

Сәнғәткә ғашиҡ Вәлиевтар

Юлдаш ауылында йәшәгән Сания һәм Рафаил Вәлиевтар илле йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә

Сәнғәткә ғашиҡ Вәлиевтар
Сәнғәткә ғашиҡ Вәлиевтар

Юлдаш ауылында йәшәгән Сания һәм Рафаил Вәлиевтар илле йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә

Бергә йәшәүҙәренә 50 йылды былтыр тултырып, матур датаны туғандары, яҡындары менән гөрләтеп билдәләп үтһәләр ҙә, ЗАГС яҙыуы буйынса алтын туйҙары быйыл Вәлиевтарҙың.
Ошо матур ғаилә байрамдары уңа-йынан юбилярҙарҙы Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, биләмәнең ветерандар советы рәйесе Венера Шәйхисламова, клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина өйҙәренә барып ҡотланы. Шәрифйән Садиҡ улы Вәлиевтарға республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһы һәм бүләген тапшырыуына айырыуса ҡыуанды улар. Әлбиттә, пандемияға бәйле сикләүҙәр булмаһа, ғаилә юбилярҙарын, ғәҙәттәгесә, мәҙәниәт усағында тәбрикләрҙәр ине.
50 йыл бергә... Күршем Сания еңгәй хәтирәләргә бирелә. Рафаил ағай менән улар Йылайырҙа таныша. Магазиндан сығып килгән оҙон сәсле Ейәнсура һылыуы менән Әбйәлил егете ишек төбөндә осраша. Ҡыҙ уға бер һирпеп ҡарай ҙа, юлын дауам итә, ә егет ҡыҙ артынан бик оҙаҡ күҙәтә һәм шул уҡ кистә дөйөм ятаҡҡа, янына бара. Шулай танышып китәләр. Был мәлдә 15 йәшенән колхоз эшенә егелгән Рафаил ағай йүнәлтмә буйынса Йылайыр техникумында ветеринарға уҡып йөрөгән була, ә Сания еңгәй иһә төҙөлөштә эшләй. Йәштәр дуҫлашып оҙаҡ та йөрөмәй, Рафаил ағай ҡыҙҙы кәләш итеп тыуған яғына алып ҡайта.
Бына шулай 1970 йылда Ейәнсура районы ҡыҙы Юлдашҡа килен булып төшә. Ауылға килеү менән фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә урынлаша. Рафаил ағай йәш кәләшен ауылда ҡалдырып, әрмегә юллана. Имен-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән ул да фермала веттехник булып эш башлай.
Ул йылдарҙа колхоз-совхоздарҙа эш ҡайнап тора, социалистик ярыштар, биш йыллыҡтар осоро. Малсылар, игенселәр бер-береһе менән ярышып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үҙенең ҡарамағындағы йәш үрсемдән юғары артым алыуға өлгәшкән Сания еңгәй менән малдарҙың ауырып үлеүенә юл ҡуймаған Рафаил Нурмөхәмәт улының хеҙмәттәре юғары баһалана. Вәлиевтарҙың ул йылдарҙағы намыҫлы хеҙмәттәре бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән, «Социалистик ярыш еңеүсеһе», «Биш йыллыҡтар ударнигы» булғандар. Сания еңгәй заманында Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм бронза миҙалдарына лайыҡ булған. Уның исеме «Райондың хеҙмәт даны» китабына индерелгән. Шулай уҡ Сания Байым ҡыҙы ике тапҡыр ауыл Советына, бер саҡырылыш район Советына депутат итеп һайланды.
Ирле-ҡатынлы Вәлиевтар оҙаҡ йылдар фермала эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Рафаил ағайҙың хеҙмәт стажы 42 йылға еткән. Әле булһа, ауылда берәйһенең малы ауырып китһә, нәҡ уға күҙ төбәп киләләр. Бер ҡасан да баш тартмай, һәр кемгә ярҙамға ашыға ул.
Вәлиевтар икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ. Рафаил ағай гармунда һыҙҙырһа, Сания еңгәй уға ҡушылып йырлай. С. Вәлиева ғүмер буйына Юлдаш клубы сәхнәһенән төшмәне, ауылда ойошторолған бер генә концерт та уның ҡатнашлығынан тыш үтмәне. Әле ул ауылыбыҙҙың «Гөлғәйшә» фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы.
Ҡәйнәһе Рәзифә инәй менән 38 йыл бергә татыу йәшәп, уны һуңғы юлға ҡәҙерләп, тәрбиәләп оҙатты ул.
Рафаил менән Сания Вәлиевтар өс балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып оло тормош юлына сығарҙылар. Үкенескә ҡаршы, улдары Наил иртә гүр эйәһе булды. Ҡыҙҙары Илүзә бөгөн Урал мәктәбендә уҡыта, Эмиль Асҡарҙа төпләнгән. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән матур тормош ҡороп, балалар үҫтерәләр. Бөгөн Вәлиевтар бер ейәнсәргә һәм биш ейәнгә яратҡан һәм хәстәрлекле олатай-өләсәй. Ейәндәре Уралия менән Илсур өләсәй-олатаһына оҡшап, йыр-бейеүгә маһирҙар.
Етмеш йәште теүәлләһәләр ҙә, күршеләрем гөрләтеп донъя көтә: күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр.
Гөлзифа ҒАФАРОВА,
Юлдаш ауылының ветерандар советы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: