+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
8 Ноябрь 2021, 10:08

Иң матур еңгәйҙәрҙең береһе

Беҙ бәләкәй саҡта, ағайҙар ауылға кәләш оҙатып алып ҡайтһа, беҙҙең өсөн бер ҙур байрам булыр ине! «Валентин ағай кәләш алған, Зәйнитдин ағай кәләшен оҙатып әпкилгән! Әйҙәгеҙ, балдаҡ һорарға барайыҡ! Латифа апай кейәүгә сыҡҡан, әйҙәгеҙ, еҙнәй аҡсаһы алырға барайыҡ!» — тип, бер тиҫтер ҡыҙҙар, һеперелеп, ҡыйыуһыҙ ғына еңгәйҙәрҙән балдаҡ алып ҡыуанһаҡ, шаян еҙнәйҙәрҙән берәр тин аҡса алып, һөмһөрөбөҙ ҡойолошоп ҡайтып китер инек. Беҙҙең баласаҡ еңгәйҙәре иҫ киткес һылыу булыр ине, ҡайһыһы 16-17-18, ҡайһыһы 20 йәшлек кенә саҡтарында ауылыма килен булып төштө улар! Бөгөн арабыҙҙа күптәренең булмауы үкенесле...

Иң матур еңгәйҙәрҙең береһе
Иң матур еңгәйҙәрҙең береһе

Беҙ бәләкәй саҡта, ағайҙар ауылға кәләш оҙатып алып ҡайтһа, беҙҙең өсөн бер ҙур байрам булыр ине! «Валентин ағай кәләш алған, Зәйнитдин ағай кәләшен оҙатып әпкилгән! Әйҙәгеҙ, балдаҡ һорарға барайыҡ! Латифа апай кейәүгә сыҡҡан, әйҙәгеҙ, еҙнәй аҡсаһы алырға барайыҡ!» — тип, бер тиҫтер ҡыҙҙар, һеперелеп, ҡыйыуһыҙ ғына еңгәйҙәрҙән балдаҡ алып ҡыуанһаҡ, шаян еҙнәйҙәрҙән берәр тин аҡса алып, һөмһөрөбөҙ ҡойолошоп ҡайтып китер инек. Беҙҙең баласаҡ еңгәйҙәре иҫ киткес һылыу булыр ине, ҡайһыһы 16-17-18, ҡайһыһы 20 йәшлек кенә саҡтарында ауылыма килен булып төштө улар! Бөгөн арабыҙҙа күптәренең булмауы үкенесле...

Ауылыбыҙҙа ҡәҙерле генә өләсәй, инәй һәм беҙҙең быуын өсөн еңгәй булған һуғыш йылы балалары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалды. Уларҙы килен тип әйтерлек ҡайны-ҡәйнәләре лә, оло быуын ҡарт инәй-апалар ҙа күптән баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө. Ана шул еңгәйҙәр араһында Рамаҙанова Сәфинә еңгәйебеҙ бына-бына 80 йәшен тултырырға тора ла инде. Бөтә оло еңгәйҙәр араһында иң йәш еңгәйҙәрҙең береһе ул. Бөгөн дә беҙҙең өсөн матур, сибәр еңгә ул. Эшлекле, тырыш ҡатын, баш күтәрмәҫ һынауҙар алдында ла бирешмәҫ, көслө рухлы еңгәй булып ҡала белде.
17 йыл ғына тормош иптәше Зәйнитдин ағай менән йәшәп, иренең фажиғәле үлеменән һуң, алты бала менән ултырып ҡалғайны. Ҡайғының да ниндәйе бит... Яңғыҙ ҡатын, балалар бәләкәй, иң кесе игеҙәктәренә 2 йәш кенә. Теш ҡыҫып, һыр бирмәй, һынмай, һығылмай йәшәйһең инде! Башҡаса мөмкин дә түгел!
Килен булып килгәндән баш баҫып колхоз эшенә кереште: һарыҡ ҡырҡыу, сөгөлдөр утау, кәбеҫтә үҫтереү, ырҙын табағында иген елгәреү, бесән әҙерләү кеүек миҙгелле эштәрҙән һис кенә лә ситтә ҡалманы. Сөнки, бригада етәкселәре бәләкәй балаң йәки тәғәйен эшең булыу-булмауына ҡарамаҫтан, задание һалыр ине. Ҡатындар менән 13 кешенән торған звено төҙөп алып, һәр береһенә 13-әр центнер бесән әҙерләп тә бирҙеләр.
Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, кочегар булып эшкә инә. Ундағы ауырлыҡтарҙы эшләгән кеше үҙе генә беләлер. Лом менән туң таш күмерҙе тумырып, утыҙлыҡ биҙрә менән ҡаҙанлыҡҡа ташыуҙар, Ҡыҙылдан мискә-мискә һыу килтереүҙәр, сифаты насар күмерҙе тоҡандыра алмай ыҙалауҙар... Шулай ун йылға яҡын ирҙәр эшендә йөрөгәндән һуң, мәктәптә техничка булып, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне ул.
Атаһына «кулак» мөһөрө һалып, булған ғына милкен, йортон тартып алып, Белорет төрмәһенә ебәргәндәр. Имсәк бала менән ҡалған әсәһе, бер ниндәй яҡлаусыһыҙ, кемгә барып һыйыныр ер тапмай интегеүҙәрен әсәһенең һөйләүенән ишетеп белә ул. Атаһы төрмәнән ҡайтып, Көрәктә яңынан донъя ҡороп йәшәй башлауға, һуғыш башланып китә. Һаулығы насар булыу сәбәпле, атаһын фронтҡа алмай, Орск ҡалаһына, хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Ғаиләһенең хәлен белергә һорап ҡайтҡан арала, ике ҡыҙы менән ҡатынын үҙе менән Орскиға алып китә. Унда ике йыл йөрөп ҡайтыуға, өйҙәрен мәктәпкә әйләндереп ҡуялар. Ҡасан өйҙө кире ҡайтарып алғансы, тағы кеше тупһаһында йөрөүҙәр башлана.
Ауыр йылдар ҡоһоро төшөп, атаһының һаулығының ҡаҡшауы, әсәһенең ике бала менән ҡыйынлыҡтар кисергәнен илап-һыҡтап һөйләүҙәрен ишетеп үҫкән ҡыҙ баланың күңелендә барыһы үҙәк өҙгөс ауыр хәтирә булып, олоғайған көндә йөрәк яраларын әлдән-әле ҡуҙғытып тора.
Әле бына үҙ балалары етемлек ауырлыҡтарын нисек кисерерҙәр? Тормош иптәше үлеп киткәс: «Йәшәй алмаҫтай һымаҡ булдым», — ти алты балаһы менән яңғыҙы тороп ҡалған Сәфинә Рамаҙанова.
Яңғыҙым нисек кенә аяҡҡа баҫтырырмын балаларымды, тигән һорау борсой йәш әсәне. Кемгә күҙ терәп, танау төртөп бараһың, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы... Бар ышаныс үҙеңдә инде, ни тиклем ҡыйын булһа ла, килер ауырлыҡтарҙы әсә кеше үҙе еңеп сығырға тырышты. Балалары — бәхете, киләсәге, уларһыҙ тормошоңдоң ни матурлығы, ни йәме! Таяныр һис кем юҡ, еңгәй үҙ көсөнә үҙе ышанды, балаларҙы ыҙалаһа ла, әҙәм итергә кәрәк ине. Ғаиләһендә балаларының һөйөклө әсәһе лә, атаһы ла, ата-әсә наҙын берҙәй биреүсе лә үҙе булды. Кеше араһында балаларын хур итмәне, матур, етеш тормош көттө еңгәй. Бесән, утынын әҙерләшергә өлкәнерәктәре ҡул араһына инеп, хужалығында Уралы терәккә әйләнһә, йортоноң биҙәктәре булып, ҡыҙҙары эшкинде.
Еңгәй дәүләткә эшләп кенә ҡалмай, бушаған арала, ҡайҙан булһа ла аҡса табырға тырышты. Ул саҡтарҙа яҡын-тирәлә оҫта мейес сығарыусылар бик аҙ була. Ауыл халҡының иҫке, бәләкәй генә йорттарына алмашҡа бер-бер артлы яңы йорттар һала башлаған мәле, һәр өйгә мейес кәрәк. Йорт һалыусылар өйҙәрен һыуыҡтар төшөүгә өлгөртөп инергә тырышҡандары ла була, һыуыҡ тимәй, шунда мейесен сығарта һалыу бурысы ла килеп баҫа. Өшөп-ҡатып, һаулығын уйламай, мейесселәр кешеләрҙең үтенесен үтәп, мейес сығарып бирәләр ине. Мейесселәргә һорау шул тиклем күп булды, оҫта мейессе тип Сәфинә еңгәйҙе алып ҡайтырҙар ине. Еңгәй үҙе ғүмерендә һигеҙ ауылда йәшәүселәргә 81 мейес һалған, һәр кемдең хәленә инеп, бер мейесте иң осһоҙ хаҡҡа — 25 тәңкәгә генә сығарған. Шулай осһоҙ сығарған мейессегә һорау ҙа күп булған, күрше ауылда сығарғанда төн йоҡоларын да йәлләмәй, таңға ҡәҙәр һыуыҡтарҙа өшөп-ҡатып та эшләргә лә тура килгән. Яңғыҙ ҡатынға хужалығында ла эш муйындан, кәртә-ҡураһы ла емерелмәй тормай, кемгә генә барып баш һалһын, әлеге лә баяғы шул хужабикә иңенә төшкән бар эш тә.
Шулай, ҡалған кеше нишләһә лә көнөн күреп йәшәп китә, йәшләй үлеп киткәндәргә ҡыйын ул, тиеүҙә лә хаҡлыҡ бар. Илап-һыҡтаған саҡтары ла булмағандыр тип әйтеп булмай. «Дуҫыңдан дошманың күп» тигәндәй, ундайҙар алдында бөлөнөп йөрөмәне әсә кеше. Балаларын мәктәп белеме менән сикләндермәй, ни тиклем ҡыйын булғанда ла,теләгән һөнәрҙәренә лә юл аса.
Бөгөн балалар ҡанатланып ояларынан осоп китеп бөттөләр. Һәр береһе әсәһенә ярҙам ҡулы һуҙып тора. Янында игеҙәктең һыңары — Ленары, вахта ысулы менән эшләй. Ленар эштән ҡайтҡан арала ла уға буш ятыу мөмкинлеге юҡ. Ул шәп автоэлектрик, сит райондарҙан уны эҙләп, машиналарын ремонтлатырға киләләр. Иҫ киткес башлы, ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Табиптарҙың хатаһы арҡаһында еңгәй йылдан ашыу аяғына баҫа ла алмай түшәктә ултырҙы. Балалары әсәһе янынан өҙөлмәне. Өфө, Магнитогорск, Белорет юлдарын әҙ тапаманы улар. Сәфинә еңгәйгә иң ауыр ваҡыттарҙа ла ауыл халҡы: йәше лә, олоһо ла, әле береһе, әле икенсеһе хәл белешергә килеп кенә торҙо. Хатта һуғым, ҡорбан, ҡөрьән аят аштарынан береһе ҡалдырмай, алып килеп ауыҙ иттерҙеләр.
«Беренсенән — Хоҙайыма, икенсенән — балаларыма, ауылдаштарымдың олоһона ла, йәшенә лә рәхмәтем ҙур, хәлемдең иң ауыр мәлендә мине береһе лә яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйманы», — тип, аяттарын бағышлап, ризалығын белдереп ултыра ул.
Нисек яңғыҙын ауыл халҡы ташлап ҡуйһын, ауылыбыҙҙың ғәҙеллек яратҡан, тура, йор һүҙле, абруйлы ла, оло хөрмәткә лайыҡ оло еңгәйебеҙҙең береһе бит ул! Ана шул оло хөрмәтте ул үҙенең ыңғай булмышы, аҡылы, изге күңеллелеге менән яулап алған. Шуға күрә лә уның әхирәттәре лә, уға хөрмәт менән ҡараған йәш һәм оло йәштәге дуҫтары ла күп.
Ике тапҡыр ауыр операция үткәргәндән һуң, еңгәй аяғына баҫты, Хоҙайына шөкөрана ҡылып, бөгөн тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй.
Әле шәп сағында ауылыбыҙҙа Гөлнур Мамлеева еңгәйебеҙ етәкселегендәге «Ҡомартҡы» фольклор төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы булды. Таҡмағын да теттереп әйтеп, оҫта бейеп тә, шиғырҙарын да һөйләп, йырҙарын да йырлап йөрөгәйне. Шулай, бер мәл район сәхнәһендә әхирәттәр бергә коллектив таҡмаҡ йырларға сыҡҡандар, йыр бөткәс тә, башҡалар сығып китә, Сәфинә еңгәй яңғыҙы бер сәхнә булып «...Эх, тала, тала, тала» тигән йыр ҡушымтаһын ҡысҡырып йырлап тора икән, янындағы әхирәттәре күптән шаршау артында. «Сәфинә килен, сыҡ, әйҙә сыҡ инде», — тип Гөлнур Мамлееваның саҡырыуын да ишетмәй, йырын йырлап бөтөп сыға. Тамашасылар ҙа, жюри ла ни булғанын да һиҙмәй, шулай тейеш икән тип уйлай. Ҡусҡар сәхнәһендә Юрий Николаевич Здрогов менән дә «Золушка»ны уйнаған күңелле саҡтары бар ине шул!
Фольклор төркөмө менән ул — ҡайҙарҙа ғына әбйәлилдәрҙең данын яҡламаны икән! Һәр ерҙә еңеү яулап, беренселекте бирмәне улар.
Ауылыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар мәрхүмә булып ҡалһа, тәрбиәләүгә лә Сәфинә еңгәй йөрөнө. Нисек тәрбиәләү тәртибен дә йәштәргә өйрәтә килде. Әле һуңғы мәрхүмә булған еңгәйҙе тәрбиәләшергә лә кешенең булмауы ауылдаштарҙы аптыратты, Сәфинә еңгәйебеҙҙең дауаханала ятыуы үҙен һиҙҙертте. Башҡа яҡтар кеүек был мәсьәләлә мохтажлыҡ кисергәнебеҙ юҡ ине. Тел ярҙамы биреп ултырырға ла белгән кешенең булыуы — үҙе үк яҡшы, Сәфинә еңгәйебеҙгә һаулығын бирһен Хоҙай!
Аяҡҡа баҫа алмай ултырғанда, башына ниндәй генә уйҙар килмәй: берсә ауырыуҙан аяҡҡа баҫа алмаҫтай булып китә, берсә балалар яҙмышы, берсә тормош юлдашың менән парлы йәш ваҡыттар, берсә үтелгән ғүмер юлы күңелле йә бошорғос хәтирәләр булып бер-бер артлы иҫкә төшә... Ана шундай ауыр уйҙарҙан арынып, шиғри күңелле еңгәйебеҙ йөрәгенән урғылып сыҡҡан хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә бара:
Яңғыҙ ҡалдым, тиеп эй, иланым,
Юҡ, һис кенә лә яңғыҙ түгелмен!
Балаларым бар бит әле минең,
Балаларым, тиеп йәшәнем.
Тормош көлдөрҙө лә, ҡай саҡ илатты ла
Илай-илай үҫте балалар.
Ярҙам итер яҡын булмаһа ла,
Ярҙам итте сит-ят кешеләр.
Мин, мин тиеп, күкрәк киреп
Маҡтанып йәшәмәнем.
Һыҡтап, һыҡрап ауырлыҡҡа
Тырыштым, бирешмәнем.
Ҡурҡытмай ғүмерҙең һуңы,
Ҡасан булһа ла килер.
Түҙһә, түҙә икән кеше
Ишетеп нахаҡ һүҙен.
Мин китһәм, әгәр, балалар
Нишләрҙәр, минән ҡалғас?
Яңғыҙ донъя көтөү ауыр,
Нишләргә белмәйһең ҡайсаҡ.
Кемеһелер ҡалыр кәңәшемә,
Ярҙамыма мохтаж булып.
Кемеһелер ҡалыр әсә кешенең
Ҡәҙерен һуңлап белеп.
Мин китермен бер саҡ,
Бында исемем ҡалыр.
Юҡ тигәндә иҫкә алырға,
Зинһар, насар яҡтан түгел, яҡшы яҡтан
Һөйләрһегеҙ байғош ҡатынды!
Һөйләрһегеҙ!? Иҫләрһегеҙ!?...
Их, был тормош шундай матур!
Һис кенә лә килмәй үләһе.
Был донъяла ыҙалыҡты күп кисерҙем,
Нисек булыр теге донъяһы,
Килә шуны алдан беләһе...
— тип, өмөтһөҙлөккә бирелгән саҡтарҙа ижад ителгәндер был шиғыр.Эйе, тормош шундай матур, ғүмер ҡояшыбыҙ байыуға ыңғайлағанда ла йәшәгәндән йәшәйһе килә шул. Йәштән яңғыҙ ҡалып, балаҡайҙарын әҙәм итәйем тип тырыша әсә кеше, унан эйәле-башлы итәйем, ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтерешәйем тип ынтыла, ҡартайған көндә лә шул балалар өсөн йөрәген бирерҙәй булып ултыра. Үҙе өсөн йәшәп тә өлгөрмәй, ана шулай ғүмер үтеп тә китә икән.
Ниндәй уйҙар күңелеңде солғап алғанда ла, Сәфинә еңгәй, еңел булмаған тормош юлын намыҫлы үтә белдең, һынауҙарға, ел-дауылдарға бирешмәй ҡаршы барып, «Әсәй» тигән изге бурысыңды күптән атҡарып, бөгөн матур йәшкә еттең! Киләсәгең тағы ла яҡшыраҡ, яҡтыраҡ булып, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең ҡурсауында бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын ауылыбыҙҙың хөрмәтле еңгәйе! Оло юбилейың һәм тиҙҙән билдәләнәсәк Әсәйҙәр байрамы менән ҡотлап, оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Мөнирә КИРӘЕВА.

Автор:
Читайте нас: