-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
8 Ноябрь 2021, 10:17

«Ҡыҙыл туй»ҙан иң затлыларына етергә яҙһын

Зөһрә менән Марсель Ниғмәтуллиндар икеһе лә бер ауылдан — Ҡаҙмаштан. Ошонда тыуғандар, буй еткергәндәр һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса төпләнгәндәр.

«Ҡыҙыл туй»ҙан иң затлыларына етергә яҙһын
«Ҡыҙыл туй»ҙан иң затлыларына етергә яҙһын

Зөһрә менән Марсель Ниғмәтуллиндар икеһе лә бер ауылдан — Ҡаҙмаштан. Ошонда тыуғандар, буй еткергәндәр һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса төпләнгәндәр. Марсель Хәмит улы колхозсы ғаиләһендә тәүге бала булып, 1950 йылда донъяға килгән. 10-сы класты тамамлағас, Ҡаҙмаш мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл армиянан һуң «Заветы Ильича» колхозының Ҡаҙмаш бүлексәһендә малсы булып эшкә килә. Һауын һыйырҙар гуртын, һуңынан һимертергә ҡуйылған башмаҡтарҙы ҡарай, эшен яратып башҡара, гел алдынғылар рәтендә була. Зөһрә Фәсхетдин ҡыҙы ла Ҡаҙмаш ауылында тыуып-үҫкән. Бала сағынан тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып, тома һуҡыр әсәһен, ике һеңлеһен ҡарап буй еткергән. Яҡшы уҡыһа ла, юғары уҡыу йортона барырға мөмкинлеге булмай. Мәктәпте тамамлау менән Ҡаҙмаш фермаһында һауынсы булып эш башлай. Әүҙем, тырыш ҡыҙ һәр ваҡыт маҡталып, алдынғылар рәтендә йөрөй. Бер фермала эшләп, кис клубта күрешеп йөрөгән йәштәр дуҫлашып китә, дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелә.
1971 йылдың 29 октябрендә йәштәр никах уҡыта. Икеһе лә алдынғы малсы, әүҙем комсомолецтар, шуға колхоз идараһы, партком ойошмаһы «ҡыҙыл туй» ойошторорға тәҡдим итә. Ниғмәтуллиндар районда тәүгеләрҙән булып, теүәл илле йыл элек — 6 ноябрҙә комсомол туйы үткәрә.
Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, өс малай, өс ҡыҙ донъяға килә. Балалар бәләкәй тип тормайҙар, үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар — малсылыҡта эшләйҙәр. «Амангилде» совхозы ойошторолғас, подряд төҙөйҙәр, яңы тыуған быҙауҙар ҡарайҙар. Марсель ағай менән Зөһрә еңгәйҙең тырыш эше совхоз идараһы тарафынан юғары баһалана. Йыл һайын малсылар көнөндә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр алалар. Район буйынса Марсель Хәмит улы һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылған. Ҡаҙмаш фермаһы бөткәнгә тиклем шунда көс түкте, аҙаҡ бүлексәлә төрлө эштәрҙә йөрөп, хаҡлы ялға сыҡты.
Зөһрә еңгәй ҙә оҙаҡ йылдар фермала хеҙмәт итте. Коммунистик хеҙмәт ударнигы, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы, совхоз буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исемдәренә лайыҡ булды. Улар икеһе лә «Осҡон» гәзите биттәренән төшмәне, маҡталып эшләне. 2002 йылда «Хеҙмәт ветераны» исемен алып, Зөһрә Фәсхетдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡты.
Зөһрә апай бала сағынан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ булып үҫкән. Мандолинала, гармунда уйнарға өйрәнеп, оҫта гармунсы булып таныла. Бер концерт та унһыҙ үтмәй. Бейеүҙәре менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Гармунсылар конкурстарында ҡатнашып, I, II дәрәжәле лауреат исемдәренә лайыҡ булған. «Сәсмәүер» халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы булып тора.
Марсель ағай менән Зөһрә еңгәйҙең иңгә-иң терәп донъя көтөүҙәренә быйыл 50 йыл. Алтын парҙы ошо күркәм юбилейҙары менән ҡотлап, бәхетле тормош теләйбеҙ.
Разия ҒИЗЗӘТОВА,
Ҡаҙмаш ауылының ветерандар советы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: