+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
19 Ноябрь 2021, 14:20

Айһылыу ағинәйебеҙ

Ишҡол ауылында ғүмер кисергән Кәримә һәм Шәрифулла Әбдрәхимовтарҙың ишле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Айһылыу.

Айһылыу ағинәйебеҙ
Айһылыу ағинәйебеҙ

Ишҡол ауылында ғүмер кисергән Кәримә һәм Шәри-фулла Әбдрәхимовтарҙың ишле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Айһылыу. Шуға ла үҙенән бәләкәй туғандарын ҡарашып, өй эштәрендә ярҙам-лашып буй еткерә уңған ҡыҙыҡай. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүе, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге менән айырылып тора.
Бала саҡтан уҡытыусы бу-лырға хыялланған ҡыҙ, һигеҙен-сене тамамлау менән Өфөләге педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына уҡытыусы дипломы алған йәш белгесте район мәғариф идаралығы Байым мәктәбенә эшкә тәғәйенләй.
Ошо ауылда ул үҙенең яҙмышын осрата — Рауил Лоҡман улы менән 1977 йылдың 7 ноябрендә гөрләтеп туй үткәреп, йәшәп китәләр.
Тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп йәшәүҙәренә лә 44 йыл ғүмер үткән. Мөхәмәтдиновтар ике улға ғүмер биреп, уларҙы ир еткергән, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып торған олатай менән өләсәй улар. Татыу ғаилә ауылдаштары араһында лайыҡлы абруй яулаған.
Улдары Руслан тыуған ауылында төпләнгән, үҙе ике балаға атай. Чечняла күп тапҡырҙар хәрби командировкаларҙа булған Айрат бөгөн вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй.
Байым мәктәбендә 10 йыл балаларға белем биргәндән һуң, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, үткер һүҙле, һәр кем менән уртаҡ тел таба алған Айһылыу Шәрифулла ҡыҙын Байым ауыл Советына эшкә күсерәләр. Сирек быуат дауамында ауыл Советы рәйесе, эштәр башҡарыусы булып эшләгән Айһылыу Мөхәмәтдинова һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тороуы, ихласлығы, ябайлығы менән ауыл биләмәһе халҡы араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеген юғалтмай. Оҙаҡ йылдар Байым ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булды. Уның етәкселегендәге йәмәғәт ойошмаһы халыҡ, айырыуса йәштәр араһында бик күп тәрбиәүи, патриотик эштәр башҡарҙы, ошо юҫыҡта төрлө саралар ойошторҙо.
Байым ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Күбәләк биҙәктәре» фольклор ансамбленең дә әүҙем ағзаһы Айһылыу Шәрифулла ҡыҙы. Был төркөм составында яҡын-тирә ауылдарҙа ғына үҙ таланттарын күрһәтмәне байымдар: «Байыҡ» телевизион бәйгеһе еңеүсеһе булараҡ, республика тамашасыһын үҙ сығышы менән һөйөндөрҙөләр.
А. Ш. Мөхәмәтдинова һайлау, халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим кампанияларҙан да ситтә ҡалмай.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн республикала тәүгеләрҙән булып «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Бынан тыш, район, республика кимәлендәге бүләкләнгән маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары етерлек. Мөхәмәтдиновтар ҡура тултырып мал тота, ҡош-ҡорт тәрбиәләй. Йәй көндәре баҡсалары мул уңышы менән һөйөндөрә, йорттарының тирә-яғы шау сәскәгә күмелә.
Йәмилә ӘБДРӘХИМОВА.

Автор:
Читайте нас: