+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
30 Ноябрь 2021, 09:45

50 йәштән өлкәндәр маркетолог һәм программистҡа уҡый

Баш ҡаланың иң алдынғы вуздары өлкән йәштәгеләр өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра

Мәскәүҙә йәшәүсе 50 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар яңы, престижлы һөнәр үҙләштерә ала. Был программа "Демография" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм пенсия йәшенә еткәндәргә үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарарға саҡыра. Мәҫәлән, ололар маркетолог, бизгнес-менеджер, программист, дизайнер кеүек популяр һөнәрҙәрҙе һайлай ала. Бының өсөн trudvsem.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Операторҙар 7 көн эсендә мәғлүмәттәрҙе ҡарай һәм уҡыуға йүнәлтмә бирә. Әйткәндәй, ололар уҡып ҡына ҡалмаясаҡ, ә ошонда уҡ үҙенә яңы эш урыны һайлай аласаҡ, сөнки вуздар эш биреүсе компаниялар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Бындай һөнәрҙәр дистанциялы эшләү мөмкинлеге биреү менән дә отошло. Мәҫәлән, өйҙән эшләгән таргетологтарҙың эш хаҡы 40 мең һумдан башлана. Ә компанияларға сығып эшләгән белгестәр 100 мең һумға хәтлем эш хаҡы ала.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: