Оло быуын
30 Ноября 2021, 05:44

Абруйлы уҙаманға — миҙал

Ошо көндәрҙә район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Абруйлы уҙаманға — миҙалАбруйлы уҙаманға — миҙал
Абруйлы уҙаманға — миҙал

Ошо көндәрҙә район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.
Юғары награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Х. Ю. Рәхмәтуллин тапшырҙы.
— Әбйәлилдең абруйлы уҙаманы, оҙаҡ йылдар райондың ветерандар советын уңышлы етәкләгән Ансар Ғаттар улы был миҙалға лайыҡ. Ойоштороу эшен яҡшы белгән, әүҙем һәм тынғыһыҙ етәксе булараҡ оло быуын тормошона йән өрҙө, уларҙы йәмғиәт тормошона ылыҡтырыу өсөн бар көсөн һалды. Ул тырыш хеҙмәте өсөн республика ветерандар ойошмаһы президиумы ағзаһы итеп һайланған, — тине Хәлил Юлай улы. — Өлкән быуын вәкилдәре йәштәргә бар яҡтан өлгө булып, үҙҙәренең бай тәжрибәләре менән уртаҡлашып йәшәүҙәре, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеүҙәре яҡшы күренеш.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Ә. Илһамов изге теләктәргә ҡушып, ырыуҙар тураһында китап бүләк итте.
— Беҙҙең ветерандар советы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төрлө урындарға сәйәхәттәргә йөрөй, республика райондары һәм күрше өлкәләрҙә эшләүсе ветерандар советының эшмәкәрлеге менән таныша, — тине Вил Әсғәт улы. — Ансар Ғаттар улы район үҙәгендә тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына арналған һәйкәл төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның идеяһы менән үҙәк китапхана янында мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә монумент төҙөлдө.
Ансар Ғаттар улын ҡотлап, артабан да ололар мәнфәғәтендә уңышлы эшләүен теләнеләр. Беҙ ҙә юғары награда менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас