

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Юлдаш ауылы уҙаманы Тимербулат ағай Сәйетғәлин үҙенең 85 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.
Һуғыш осоро балаһы булған Тимербулат Сәйетғәлиндың бала сағы, үҫмер йылдары башҡа тиҫтерҙәренеке кеүек еңелдән булмай. Бәләкәйҙән ул колхоздың бер эшенән дә ҡалмай. Ҙурая төшкәс, тракторсылар әҙерләү курсын бөтөрөп, тракторға ултыра.
Һәр эшкә яуаплы ҡараған, намыҫлы йәш егетте күп тә тормай Юлдаш ауылына бригадир итеп ҡуялар. Хужалыҡ етәкселеге тиҙ арала Т. Сәйетғәлинды Ауырғазылағы урта звено етәкселәре әҙерләүсе мәктәптә уҡытып ала. Артабан Тимербулат Ҡаһараман улы ситтән тороп Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡый.
Тимербулат Сәйетғәлин оҙаҡ йылдар тыуған ауылында етәксе булған осорҙа колхозсыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында фермала заманса мал ҡуралары булдырыуға күп көс түгә. Ауылға газ, һыу үткәреүгә лә бригадир күп тырышлыҡ һала. Быға юлдаштар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән яуап бирә: һөт һауыуҙа ла, артым алыуҙа ла районда алдынғылыҡты бирмәй улар. Ул йылдарҙа юлдаштарҙың айырыуса сөгөлдөр үҫтереүҙәге уңышы республика кимәлендә киң билдәлелек яулай. Сөгөлдөрҙө бөтә ауыл менән үҫтерәләр тиһәң дә була, үҙенә бүлеп бирелгән участканы бер-береһенән уҙҙырып тәрбиәләп, мул уңыш алалар.
— Гектарынан 350-400 центнер алған ваҡыттар булды, — тип һөйләй ул йылдар хаҡында Тимербулат ағай. Ҡырсылыҡта һәм малсылыҡта бригада, хужалыҡ өлгәшкән уңыштар бригадирға ла дан килтерә: Тимербулат Сәйетғәлин ике тапҡыр Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм «СССР Халыҡ хужалығындағы уңыштары өсөн» тигән бронза миҙал менән бү-ләкләнә.
33 йыл бригадир булып эшләгән Тимербулат Ҡаһарман улының бригаданың, хужалыҡтың район үҫешенә индергән тырыш хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән лайыҡлы билдәләнә. Республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лә лайыҡ була уңған етәксе. Ул шулай уҡ «Социалистик ярышта еңеүсе», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәләре, иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнә.
Тормош иптәше республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Мәғдәнә Ғәлиастан ҡыҙы ла ауыл тип янып йәшәй. Юлдашта үткәрелгән бөтә сараларҙы, өмәләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, нәҡ ул башлап йөрөй. Тик тормош ҡороуҙарына 56 йыл тигәндә ҡатыны гүр эйәһе була.
Оло йәштәге, айырыуса ир кешегә бер үҙенә йәшәүе еңел булмай: Тимербулат ағай Фатима Һаҙый ҡыҙына өйләнә. Тик яҙмыш аяуһыҙ, Фатима апай ҙа мәңгелек донъяға күсте.
— Яңғыҙ йәшәүе бик ауыр. Кәртә бөтөнләй буш тормаһын өсөн бер нисә һарыҡ көтәм. Йәй көндәре ваҡыт уҙғарыу өсөн баҡсала бер аҙ йәшелсә лә сәсәм, — ти бөгөнгө йәшәйеше тураһында Т. Сәйетғәлин.
Бар ғүмере эш менән үткән аҡһаҡал ауылының һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙемлеген юғалтмай. Әле булһа ул руль артында.
Йыйындарҙа ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалмай. Ул ғына ла түгел, күп сараларға бағымсы булараҡ та сығыш яһай ул. Мәҫәлән, Белорет районы Ҡа-һарман ауылында Тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡманға арнап үткәрелгән йыйынға ауылдаштарының барыу, унда ҡатнашыу сығымдарын үҙ өҫтөнә алған. Бына әле киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу барған мәлдә ул күптәргә өлгө күрһәтте — яҡташтарына үҙ аҡсаһына ике дана «Осҡон» һәм бер нисә дана «Ветеран Башкортостана» баҫмаһын яҙҙырған.