Оло быуын
7 Декабря 2021, 05:08

Ҡотло ғаиләнең бәхетле тормошо

«Тормошто тиң тартып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ», — тиеүҙәре алтын парҙың ҡиәфәтендә сағыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотло ғаиләнең бәхетле тормошоҠотло ғаиләнең бәхетле тормошо
Ҡотло ғаиләнең бәхетле тормошо

50 йыл бергә йәшәгән кешеләрҙе оло итеп күҙ алдына килтереүем аҡланманы. Мине алсаҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, сибек кенә апай ҡаршы алды. Юҡ, был туғанылыр, тип түрбашҡа, олораҡ инәйҙе эҙләп ашыҡтым. Ҡыҙҙары Нурзиләнең «әсәй» тигәнен абайлап ҡалып, аптырауға ҡалдым. Күп тә үтмәй ырғыта баҫып, ауыл йыйынынан йорт хужаһы килеп инде. Йәш сырайлы ағайҙы ла 75 йәшкә етеп килә тип әйтеп булмай. Әбделмәмбәт ауылынан хеҙмәт ветерандары Рәйлә һәм Әүхәҙей Ҡарамырҙиндар аяҡтарында ныҡ баҫып торған, өлгөлө донъя көткән күркәм ғаилә.
Ә. Ҡарамырҙин армияға алынып, Черновцы ҡалаһында туғыҙ ай хәрби әҙерлек үтә. Юғары кимәлдәге әҙерлек үткән танкисты Чехословакияға ебәрәләр. Ул механик-водитель булып хеҙмәт итеп, кесе сержант дәрәжәһендә яҡшы хеҙмәте өсөн ваҡытынан алда ҡайтарыла.
Әүхәҙей Әҙеһәм улы һөнәре буйынса төҙөүсе. Сибай төҙөүселәр училищеһын тамамлаған. Клуб мөдире булып хеҙмәт юлын башлаған егет төрлө урында эшләй. Әбделмәмбәттә төҙөлөштә, һарыҡсылыҡта чабан, сеймал әҙерләүсе, умартасы ла була. Ә инде колхоз тарҡалғас, вахта ысулы менән төҙөлөштә эшләй. Ауыл Советына ике саҡырылыш депутат булып һайлана. Тырыш хеҙмәте өсөн сират менән генә һатылған «Урал» мотоциклы, шунан «Москвич» автомобиле алыуға өлгәшә. Уның транспорты һәр ваҡыт төҙөк була. Ярҙамсыл Әүхәҙей ағай бер кемдең дә йомошон кире ҡаҡмай, йыш ҡына ҡатындарҙы бала табыу йортона, армияға китеүсе егеттәрҙе район үҙәгенә алып бара. Йылдар дауамында халыҡтан күп рәхмәт һүҙҙәре ишетә.
Ә. Ҡарамырҙин туғандарға бай — 11 бала араһында иң өлкәне. Бер ҡустыһы мәрхүм булған. Алты ҡустыһына, өс һеңлеһенә үрнәк һәм өлгө булып, туғанлыҡты ҡәҙер итеп ғүмер кисерә бер туғандар.
Рәйлә апайҙың атаһы — Мәхмүт ауылының Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлимйән Хәсәнов данлыҡлы Миңлеғәли Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов полкында яу юлын үтә. Йыр-моңға, музыка ҡоралдарында уйнауға әүәҫ Ғәлимйән ҡурайын да яу ҡырына алған була. Ҡыҫҡа ял ваҡыттарында ҡурайында һыҙҙырып, полкташтарының күңелен аса. Генерал Шайморатов һәм Таһир Кусимов Ғәлимйәндең ҡурайҙа һыҙҙырыуын бик әҫәрләнеп тыңлай, һәр саҡ хуплай.
Рәйлә Хәсәнова үгәй өләсәһе ҡулында үҫә. Әсәләре үлгәндә апайҙары Рәйсәгә — 10, Фәниәгә — 8, Рәйләгә — 6, ҡустылары Данилға 4 йәш була. Етемдәрҙе балалар йортона тапшырыу тураһында һүҙ сыҡҡас, өләсәләре «балаларҙы үҙем ҡарайым» тип, ҡаршы төшә. Үгәй булһа ла, изге йәнле була ул. Шулай ҙа Данилды Өфө балалар йортона алып китәләр, бер аҙҙан Стәрлегә ебәрәләр. Байтаҡ ваҡытҡа Данил менән бәйләнеш өҙөлә. Бер мәл «Совет Башҡортостаны» гәзитендә балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Хәсәнов Данил Ғәлимйән улының машина отоуы тураһында яҙыла. Әлбиттә, хәлле бер әҙәм машина эйәһе була, ә Данилға уйынсыҡ машина тотторалар. Ҡустылары табылыуға ҡыуанған апайҙары редакцияға хат яҙып, Данилды табалар, аралаша башлайҙар. Каникулдарҙа Данилды Өфө поезынан ҡаршы алалар, күстәнәстәр менән оҙаталар. Буй еткергән Данил Мәхмүттән армияға алына. Ригала хеҙмәт юлын үтә. Армиянан һуң, Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, хеҙмәт иткән яғына китергә ҡарар итә һәм шул китеүҙән ғәйеп була. Апайҙары «Жди меня» телевизион тапшырыуына ла яҙып ҡарай, һөҙөмтә юҡ. Шулай ҙа өмөт өҙмәй улар.
Рәйлә апай һигеҙенсе класты тамамлау менән педучилищеға имтихандар тапшыра киткән Фәниә апайының һыйырҙарын һауырға, колхозға эшкә сыға. Алты йыл ихласлыҡ һәм тырышлыҡ һалып, һауынсы булып эшләй. Социалистик хеҙмәт ярышында өс меңлек рубежды үткәне өсөн Фәйзрахман Хисмәтуллин ҡулынан «Хеҙмәт алдынғыһы», артабан «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы һәм туристик юллама менән бүләкләнә. Рәйлә Ғәлимйән ҡыҙы Одесса, Киев, Севастополь, Харьков ҡалаларын күреп, онотолмаҫ матур хәтирәләр менән ҡайта. Әбделмәмбәт ауылына килен булып төшкәс, һарыҡсылыҡта эшләй, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә йыйыштырыусы була.
«Тормошто тиң тартып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ», — тиеүҙәре алтын парҙың ҡиәфәтендә сағыла. Үҙ-ара татыу, бер-береһенә ныҡлы терәк-таяныс булған Ҡарамырҙиндар бер ҡыҙға, ике улға ғүмер биргән. Лайыҡлы белем алыуға ярҙам итеп, башлы-күҙле иткән. 9 ейән-ейәнсәр өләсәһе һәм олатаһы янына ашҡынып тора, каникул ваҡыттарын мотлаҡ Әбделмәмбәттә уҙғара. Рәйлә апай иһә һауынсы эшен әле лә ташламаған. Шәхси ихатаһындағы һыйыр ағын эшкәртеп, Асҡар баҙарында һатыу итә. Улар балаларын, ейәндәрен һыйыр ағынан, эре мал, ҡош-ҡорт итенән, емеш-еләктән өҙмәй. Рәйлә апай баҙарҙа саҡта, донъя тулыһынса Әүхәҙей ағай ҡарамағында. Яңыраҡ Ҡарамырҙиндар «Осҡон» гәзитенә яҙылып, бүләк отоп ҡыуанған. Ғинуар айында Рәйлә Ғәлимйән ҡыҙына 70 йәш тула. Ҡотло ғаиләнең бәхетле тормошо оҙаҡ йылдар дауам итһен.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Автор:
Читайте нас