+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
17 Декабрь 2021, 10:05

Белгән эш беләк талдырмай

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тибеҙ, ә инде бына-бына етмешен тултырырға торған уҙамандың күпме һөнәргә эйә булыуын белгегеҙ киләме? Сираттағы геройым Йәнгелдән Салауат ағай Әминев булыр.

Белгән эш беләк талдырмай
Белгән эш беләк талдырмай

Күптәр ваҡыт еткерә алмай зарлана. Ә бына Салауат ағайҙың өлгөрлөгөнә ҡарап, уның сәғәте яйыраҡ йөрөйҙөр тип уйларлыҡ. Ваҡыттың бәрәкәтлеге — уны дөрөҫ бүлә белеүендә. Пенсиялағы ағайҙың йәшәйеше башҡа ауыл ир-аттарыныҡынан һис айырылмай, шул уҡ көндәлек хәстәрҙәр. Ҡышҡыһын ауыл кешеләренең тормошо күпкә еңелләшһә лә, мал тәрбиәләү, кәртә-ҡуралағы башҡа эштәр барыбер ярты көндө ала. Унан инде хәстәрлекле хужа үҙҙәре менән ҡуша ҡартайып килгән донъя-ҡаралтыһын ҡараштыра, төҙәтә, ихата тулып ултырған техникаһын көйләй, тимер-томорға «йән индереп» яңы идеяларын тормошҡа ашыра. 50 йәшенән дин тотҡан, ул мәлдә эшләп йөрөһә лә, фарыз ғәмәлдәрҙе, биш намаҙын ҡалдырмаған кеше мәсет юлын да һыуытмай, 5-6 йыл инде күрше Таштуй ауылында имам вазифаһын башҡара. Интернет селтәрендә лә ағай бик әүҙем. Матур итеп алып барған сәхифәһендәге яҙмалар, тәрән мәғәнәле шиғырҙар, доғалар, фани донъя матурлығын, хәләл көс менән табылған малдың ҡәҙерен сағылдырған, хеҙмәтте ҙурлаған фото-видеолар аҡыллыға ишара булып, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Салауат Әминев Әбделғәзе ауылы улы. Сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың бүләһе ул. Шиғырҙар яҙыу һәләтен, тел байлығын олатаһынан күскән иң ҙур рухи ҡомартҡы тип һанай үҙе. Элегерәк яҙған ике ҡалын дәфтәр тулы шиғырҙары, йәл, бөгөнгәсә һаҡланмаған. Кем берәү алып тороп юғалтҡас, шиғыр яҙыуға дәрте һү-релгән. Һуңғы йылдарҙа күңелендә тыуған шиғырҙарҙы «Бәйләнештә» төркөмөндәге сәхифәһенә теркәй башлаған.
— Башланғыс кластарҙа тик «бишле»гә генә өлгәштем. Амангилдегә йәйәү йөрөп уҡыу ғына тырышып белем алыуға ҡыҙыҡһыныуымды һүндерҙе. Мәктәпте бөткәс, шоферға уҡыным. Армиянан ҡайтҡас, Амангилдегә клуб мөдире булып урынлаштым, унан район мәҙәниәт йортонда күсмә бригадаға етәкселек итеп, үҙем водитель дә булып артистарҙы алып йөрөнөм. Бәләкәй саҡтан гармунда, баянда уйнаным, ҡурайҙа өйрәндем. 1974 йылдан «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейенем. Хеҙмәт юлым шулай шау-гөр килеп мәҙәниәт өлкәһендә башланды, — тип иҫкә ала Салауат Рәшит улы, шул осорҙа йәшләй генә ғаилә ҡамыты кейергә лә өлгөрә.
Артабан яҙмыш уны тимер юлына илтә. Армияла тимер юлы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ир-егет өсөн был өлкәлә мастер булып эшләү ауыр бирелмәй. Тимер юлы буйында йәшәү осоронда Әминевтар үҙҙәре өсөн баҡсасылыҡ шөғөлөн аса. «Күрше-тирәләге урыҫтар йәшелсә-емеш үҫтерергә әүәҫ инеләр. Шуларҙан күрмәксе, беҙ ҙә мауығып киттек. Тик балаларҙы уҡытыу мәсьәләһе киҫкен торғас, мәктәп йәшендәге өс балабыҙ менән Асҡарға күсеп ҡайттыҡ», — тип дауам итә ул.
Ғаилә башлығы райүҙәктә эш һайлап оҙаҡ йөрөмәй — хужалыҡ-ара урман хужалығының столяр цехына балта оҫтаһы булып урынлаша. «Иҫ белгәнемдән ағасҡа ҡыҙыҡһыныуым бар ине. Олатайым оҫта булды, атай көтөүсе булып йөрөгәс, уны-быны эшләп ултырырға ваҡыты ҡалмай торғайны. Шуға күрә бәләкәйҙән олатай тирәһендә уралдым. Уҡырға төшмәҫтән алда балта һапларға эшкинә инем инде», — тип тағы алыҫ үткәндәрен барлай Салауат ағай.
90-сы йылдар башында үҙгәртеп-ҡороуҙар арҡаһында матди тотороҡлолоҡ юғалғас, Салауат Әминев йәнә эшен алмаштырырға мәжбүр була. Эш хаҡын даими рәүештә түләгән «Башкирэнерго» системаһына — Йәнгел подстанцияһына электрик булып күсә. Әйтеүе генә анһат — «бөйөк күсенеү» була был. Асҡарҙағы өйөн ҡыҙына ҡалдырып, Йәнгелдә яңы йорт күтәрә. Юҡсыллыҡ ваҡыты тип тормай, бар нәмәне үҙе булдыра. Ҡулы эш белгән кешегә моңмо ни? Кухня гарнитуры, өҫтәл-ултырғыстар, карауат, стеналарға уйып эшләнгән кәштә-шкафтар. Әйткәндәй, был йорт йыһаздары бөгөн дә зауығын һис юғалтмаған. Ағастан эшләгән әйберҙәр ныҡлығы менән дә айырыла. Өйҙө эстән бүлгән таҡталар һырлап йышылған. Ишек баштары иһә көмбәҙләп уйылған. Урын-еренә еткереп, төплө уйлап эшләнелгән ҙур хеҙмәт артында оҫтаның бай ижади ҡарашын шәйләмәйенсә булмай. «Ағас эшкәртеү станогын үҙем ҡороп алдым. Эш араһында заказ буйынса тәҙрә рамдары, яҡтау, ишектәр эшләй торғайным. Кешеләр сират булып торҙо. Ҡапҡа эсендә ағас онтағы тау булып өйөлөп китә ине», — тип йылмая геройым.
Электр селтәрҙәрендә 20 йыл хеҙмәт итә Салауат ағай. Юғары көсөргәнеш аҫтында эшләүсе 4-се разрядҡа эйә электрик эште аҡ-ҡараға айырмай, бригаданың соҡор ҡаҙғыс тракторын да йөрөтә. Кәрәк булғас, иретеп-йәбештереүсе һөнәренә лә үҙ аллы өйрәнә. Бер юлы мәктәптә ҡурай түңәрәген алып барырға өлгөрә. Белгән эш беләк талдырмай инде ул.
— Дин тыйылған замандарҙа ла беҙҙең өйҙә аят тауышы тынманы. Әсәйем намаҙҙа булды. Амангилделәге Мәғрифә өләсәйем Ҡөрьәнде тәфсире менән уҡыны. Ҡышҡы сасҡауҙарҙа өләсәйҙә ятып уҡырға тура килә ине. Ул бик талапсан булды, аят-сүрәләр ятлата торғайны, намаҙ тәртибе лә шул саҡтарҙан күңелгә һеңеп ҡалған. Аллаға шөкөр, дингә юл асылғас, мин дә электән белгәндәремде иҫкә төшөрөп, эшләп йөрөһәм дә, дин юлына баҫтым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, беренсе көндән үк дини белем эстәргә мәсеткә йөрөй башланым. Шөкөр, тәжүит фәнен үҙләштереүҙе дауам итәм, ғәрәпсә уҡыйым, Ҡөрьән сығарам. Таштуйҙа мәсет төҙөй башлағастар, ауыл халҡы мине имам итеп һайлап ҡуйҙы, — ти 20 йыл дин тотҡан уҙаман.
Пенсияға сыҡҡас, Салауат Рәшит улы йорт-хужалыҡ тирәһендә быға тиклем ҡул менән башҡарылған эштәрҙе механизациялауға тотона. Башта мотоблокка руль, ултырғыс ҡуйып, шуның менән бесән саба. Өс йыл элек Учалы районынан иҫке генә мини-трактор һатып алып ҡайтып, тулыһынса үҙгәртеп ҡора. Вологданан өр-яңы двигатель яҙҙырып ала. Т-40 тракторының тәгәрмәстәрен ҡуя. Алғы дискылар — Газель машинаһынан. Хеҙмәт мөҙҙәтен үтәгән СССР мәлендәге техникаға «йән өргәс», уға һәнәк, һуҡа, тырма, сапҡыс, ике арба эшләп ала. «Ҡолонсаҡ» тип йөрөтә Салауат ағай «тимер атын». Уныһы, ысынлап та шәп, арымай-талмай хужаһына хеҙмәт итә: бесән саба, йыя, тейәй, ташый, ер һөрә, картуфты иһә үҙе сәсә, күмә, ҡаҙып ала.
Олоғайҙыҡ тимәй, баҡсасылыҡты ла ҡуймай Йомабикә һәм Салауат Әминевтар. Хәйер, ғүмер баҡый тәрбиәләп, ҡарап үҫтергән ағастарының мул уңыш биргән сағы бит әле. Емеш-еләктең ниндәйен генә үҫтермәй улар: баҡса еләге, ҡарбуз, ҡыҙыл муйыл, бөрлөгәнгә тиклем бар. Мул уңышы менән һөйөндөргән виноградтары ғына өшөп әрәм булған. Йомабикә Йәғәфәр ҡыҙы икмәк башын да үҙҙәре үҫтергән ҡомалаҡтан әсетә. Быларҙан тыш, хужабикә сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Икәүләп дарыу үләндәре йыйыуға ҙур иғтибар бүләләр. Мәле менән ҡайын, ҡарағай бөрөһөн йыялар, төрлө үләндәр киптерәләр, әлморон тирәләр, андыҙ тамырын киптереп алалар. Әйткәндәй, быйыл көҙ Салауат ағай тажзәхмәткә ныҡ итеп бирешкән хәләл ефетен ошо тәбиғәт биргән дарыуҙар менән аяҡҡа баҫтырған.
Салауат Әминевтың тағы бер яратҡан шөғөлө — балыҡсылыҡ. Көҙгө эштәрҙе теүәлләгәс, бер нисә мәртәбә күлгә балыҡ тоторға барып ҡайтыу ҙа уға етә. Ҡомһоҙланырға ярамай, ти ул. Хоҙай биргән тәғәмде тәләфләү гонаһ, тип табышын аш итә, ваҡ балыҡтарҙан иҫ киткес тәмле консерва әҙерләй. Ҡыҙыҡ булһа, был эш процесын сағылдырған видеоны ағайҙың сәхифәһенән дә ҡарай алаһығыҙ.
Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килгән Әминевтарға, улдары Илфат йәшләй фажиғәле вафат булған. Килендәрен ситкә типмәй, ейәндәрен ҡарашалар. Ҡыҙҙары Зөлфирә — Асҡарҙа, кинйәләре Азамат Яҡтыгүлдә төпләнгән. Олатай-өләсәйҙе һөйөндөрөп, 5 ейән-ейәнсәрҙәре үҫә. Ғаилә күрше-күләндәре менән дә татыу ғүмер итәләр. Йыл һайын Дуҫлыҡ урамы шыршыһына үҙҙәренең бүләктәрен элә улар. Бына әле лә ошо йоланы атҡарырға иҫәптәре...

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: