

Зәкирйән Йыһаннуров Әхмәт ауылында тыуған, Ҡырҙасҡа йөрөп 8 класс белем алған. 1966 йыл армияға алынғанға тиклем ул ваҡытта «Йәнгел» совхозына ҡараған бүлексәлә көтөүсе була.
Ике йыл ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Танытма алыу менән совхоз эшенә сумып хеҙмәт юлын дауам итә. Эш хаҡы ла совхозда ярайһы яҡшы түләнә.
1970 йыл Өмөтбай ауылынан кәләш ала. Флүрә Әнүәр ҡыҙы башта һауынсы, аҙаҡ мәктәптә йыйыштырыусы була. Йыһаннуровтар өс балаға ғүмер бирә, татыу йәшәй. Радик менән Илшат тыуған ауылында төпләнгән, Резеда уҡытыусы һөнәре алһа ла, торттар етештереү күңеленә ятҡан. Ул Силәбелә кондитер фабрикаһында эшләй. Атай-әсәй балаларын башлы-күҙле иткән, улар тормошта үҙ урындарын табып, матур тормош ҡорған.
«Ирҙәр һөйөр һауҙы...» тиһәләр ҙә, Флүрә Әнүәр ҡыҙы инсульт кисереп, ауырып киткәс, Зәкирйән ағай балаларына, килененә бәлә һалмай, һөйөклө ғүмер юлдашын ҡәҙерләп үҙе ҡарай. Өс һыйырын һауып, ағын эшкәртә. Донъяһын нисек бар шулай, тарҡатмай көтә.
Ошо арала алтын юбилейын билдәләгән өлкән улы Радик урындағы мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй. «Атаһы ниндәй, уланы шундай», тигәндәй, бала саҡтан техника яратып үҫә. Хәҙер тракторҙы биш бармағы кеүек белә, тиһәм дә, яңылышмам. Радик үҙ ҡулдары менән Т-25 тракторын йыйып ала. Донъяларының күпселек эше ошо «быт-быт» ярҙамында башҡарыла, ауылдаштары ла йомоштары менән йыш мөрәжәғәт итә. Уның ғүмер юлдашы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Дания әйтеүенсә, иртә яҙҙан уларҙың ҡапҡа эсе техника, ир-ат менән тула. Сөнки оҫта ҡуллы Радик бер кемдең дә йомошон инҡар итмәй, күңел һалған шөғөлөнә бар дәртен бирә. Ауылдаштарының техникаһын йүнәтеп биреүгә йыбанмай. Дания бынамын тигән, уңған хужабикә. Ғаиләһен, ҡайныһын тәмле-татлы бәлештәре, аш-һыуы, ҡомалаҡтан ғына бешерелгән икмәге менән һыйлай. Данияның атаһы ауырып киткәс, үҙҙәре янына алып, ғүмеренең ахырынаса ун йыл ҡарайҙар, ҙур сауап алалар.
Зәкирйән Муллайән улына эшегеҙҙе баһаланылармы, маҡтау ҡағыҙҙарығыҙ бармы, тип ҡыҙыҡһыныуыма «Аҡса урынына, ҡағыҙҙы бер ҡосаҡ бирҙеләр», — тине мәрәкәләп. Ул «Биш йыллыҡ социалистик ярыш алдынғыһы» тигән исемгә генә биш тапҡыр лайыҡ булған. Башҡа Почет грамоталары араһында хеҙмәт ветераны исемен алыуға булышлыҡ иткән, «Оҙаҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы ла бар.
Зәкирйән Йыһаннуров кесе улы Илшат һәм килене Луиза ғаиләһендә ҡәҙер күреп йәшәй. Күпләп тотҡан малды ҡарай, йәйгеһен һарыҡ, быҙауҙарын сығармай үҙе көтә. Ағай-эне берҙәм булып тормош йөгөн тарта, донъялары етеш, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Апһындар үҙ-ара татыу. Луиза ҡул эштәренә оҫта. Ике ғаилә йәнәш йәшәгәс, улар эштә саҡта, аталары ике донъяға күҙ-ҡолаҡ. Шулай булғас, Зәкирйән ағай әле балаларына терәк-таяныс, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы атай. Ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай. Көн дә ҡыҙы Резедаһы менән телефондан һөйләшеп хәлдәрен белешә. Гәзит килгәнен көтөп ала, телеви-зорҙағы яңылыҡтарҙы ҡарай, ғөмүмән, донъя хәлдәре менән бер тулҡында йәшәй.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.