

Рысҡужа ауылында тыуып-үҫкән Нәйрә Әхмәтова урындағы мәктәптән һуң Амангилдегә йөрөп уҡып, урта белем ала.
— Беҙҙең заманда ҡыҙҙар мәктәпте бөтөү менән фермаға эшкә бара, йә тегенсегә уҡый ине, башҡа һөнәр хаҡында уйламағанбыҙ ҙа, күрәһең. Мин дә Амангилделә унынсыны тамамланым да, Асҡарҙағы көнкүреш йорто янындағы тегенселәр курсын бөтөп, эшкә тотондом, — тип башланы һүҙен Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы. — Хеҙмәт хаҡы аҙ ғына булды һәм типографияға эшкә кеше кәрәк, тигәнде ишетеп, шунда барҙым. Был мәлдә директор Хажиәхмәт ағай Бакиров ине. Типография эшен күҙ алдына ла килтермәһәм дә, шунда уҡ эшкә алдылар.
Декрет ялына китергә тейешле ҡулдан хәреф йыйыусы Зөлфирә апай Заһретдинова урынына тәғәйенләнә ул.
— Әлбиттә, мәҡәләләрҙе хәрефләп йыйыу серҙәренә Зөлфирә апай мине ентекләп өйрәткәндән һуң ғына отпускаға китте. Инде үҙ эшенең оҫталарына әйләнеп бөткән Баян, Сәбилә, Зөһрә һәм Гөлшат апайҙарҙың ярҙамдары ҙур булды. Ғөмүмән, гәзит сығарыу дөйөм эш, бер кеше үҙенә тәғәйен битте эшләп бөтөү менән түгел, шуға ла редакция хеҙмәткәрҙәре гәзиттәрҙе баҫыуға ҡул ҡуймайынса, бер кем дә алдан сығып ҡайтып китмәне, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, эште бөтөп, тыныс күңел менән ҡайтып китә инек, — тип һөйләй ул.
Нәйрә апай эшкә килгән мәлдә типография менән редакция хәҙерге «Башкиргаз» ойошмаһы урынындағы иҫке генә йортта була.
— Типографияла ныҡ һыуыҡ булғаны хәтерҙә ҡалған. Ҡыш көндәре аяҡтар ныҡ өшөй торғайны, ҡул инде тимер верстак, тимер хәрефтәрҙән туңыу хәленә етә. Бер генә мейес менән йылытылған бүлмәне өҫтәмә рәүештә йылытҡыстар ҡуйып та йылыта торғайнылар, — тип дауам итә Н. Ғ. Йомағужина.
Эшкә килгәс тә, Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙына «Осҡон» гәзитенең өсөнсө битен йыйыу ҡушыла.
— Күптән эшләгән апайҙар беренсе, дүртенсе битте йыя, унда клише була ғәҙәттә, йәғни хәрефтәрҙе әҙерәк йыйырға кәрәк, ә беҙгә, йәштәргә 2-3-сө биттәрҙе бирәләр ине. Дүшәмбе килеү менән гәзит сыға, шуға еңелерәк булһын өсөн йома көндәре эштән һуң ҡалып, ике бағана йыйып ҡайта инем. Гәзитте төн уртаһында бөтһәк тә, икенсе көнө биш минутҡа ла һуңға ҡалмай эшкә килә инек. Мин эшкә килгәндең икенсе йылына Рәйлә Вәлиева, тағы бер йылдан Фәрүәз Кәримова менән Нәсимә Ҡорманғәлина килделәр. Шулай коллективта йәштәр күбәйеп, шау-гөр килеп эшләп киттек. Төрлө саҡтар була, бер-берегеҙҙе алмаштырырға тейешһегеҙ, тип эш араһында һәр беребеҙҙе гәзит баҫырға ла өйрәттеләр. Йәй көндәре, бигерәк тә йыл ҡоро килгән йылдарҙа, колхоздарға ярҙамға йөрөп, ҡамыш ҡырҡтыҡ, күлдә бесән саптыҡ, — тип хәтирәләр ебен һүтә Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы.
Үҙенең йәшлек мөхәббәтен дә типографияла таба Нәйрә апай. Ул килгәнгә тиклем гәзит баҫыусы булып эшләгән Юлай Бикбулатов менән осраша башлайҙар. 1971 йылда һөйгәнен әрмегә оҙатып, ике йыл көтөп ала. Юлай хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән ғаилә ҡоралар, ҡыҙҙары Сәлимә тыуа.
Тик бергә-бергә бәхетле оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булмай йәштәргә. Юлай Әмир улы ҡаты сирләп китә һәм күп тә тормай мәрхүм була. Эшенә әүрәп, бар йыуанысы булған балаһы хаҡына артабан үҙендә йәшәүгә көс таба Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы.
— Декрет ялынан сығыуыма типография менән редакция өр-яңы бинаға күскәйне. Яҡты, йылы бинала эшләү үҙе бер бәхет ине, — ти ул эш шарттарының ҡырҡа яҡшырыуына ҡыуанып. — Өҫтәүенә, яңы типографияла ҡулдан хәреф йыйыуҙы машиналар алмаштырҙы. Яңы ҡорамалдарҙа эшләү өсөн был өлкәлә эш тәжрибәһе булған Баймаҡтан Зоя апай Ильинская, Өфөнән махсус уҡыу йортон тамамлаған Фәниә Шәйбәкова килде. Линотиптарҙы үҙебеҙҙекеләрҙән Динара апай Бикмаева, Нәсимә Ҡорманғәлина, Рәйлә Вәлиева үҙләштереп алды. Линотиптарҙа йыйылған әҙер юлдарҙы Зифа апай Бикҡолова, Зөлфирә апай Заһретдинова, Фәриҙә Хисмәтуллина һәм Фәрүәз Кәримовалар менән миңә мәҡәләләрҙең исемен генә ҡулдан йыйып, полосаларға теҙеп ултыртырға ғына кәрәк булды. Эш араһында төрлө ойошма-учреждениеларҙан килгән заявкалар буйынса бланктар ҙа йыйырға өлгөрә инек.
Был мәлдә район типографияһында директор булып эш башлаған һәм хаҡлы ялға тиклем ошо вазифаны арымай-талмай башҡарған А. М. Лоҡманов хаҡында ла тик йылы хәтирәләр һаҡлай матбуғат ветераны.
— Арслан Мотаһар улы бик талапсан булды. Байрам көндәре алдынан йыйып алып «Һеҙ барығыҙ ҙа ҡатын-ҡыҙҙар, насар ҡылыҡтарығыҙ менән исем һатып йөрөмәгеҙ, һәр берегеҙгә ҡарап, тотош коллектив хаҡында фекер йөрөтәләр тиер ине. Был һәр кемгә ғүмерлек һабаҡ булғандыр, типографияла эшләп киткәндәр араһында тәртип боҙоп йөрөүселәр булманы, намыҫлы йәшәргә тырыштыҡ. Коллектив татыу булды, бер-беребеҙҙең шатлыҡлы ваҡиғаларын уртаҡлашып, һағыш-ҡайғыларҙы күмәкләп күтәрҙек. Эшебеҙҙе күрә белделәр, типографияла эшләгән һәр кемдең бушлай ял йорттарына, шифаханаларға ял итеү мөмкинлеге булды, — тип әлдән-әле типографияла эшләгән йылдары хәтирәләренә әйләнеп ҡайта Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы.
Йылдар үтә килә, ирен юғалтыу ҡайғыһы һүрелеп, Нәйрә апай Ҡыҙыл районынан булған Йомабай Йомағужинға кейәүгә сыға. Йомабай ағай «Сельхозтехника»ға экскаваторсы булып урынлаша. Тормоштарын йәмләп улдары Динис, ҡыҙҙары Дилә тыуа.
Һәр кемде тыуған ере тарта. Йомабай ағай ҙа үҙ яғына ҡайтып йәшәүҙе хуп күрә: Ҡыҙыл районы хужалыҡтарының береһенә барып эшкә урынлаша.
— Яратҡан коллективымды ташлап китеүе ҡыйын ине. Йомабай китһә лә, ул әйберҙәрҙе күсерергә машина алып килгәс кенә, ғариза яҙып, эштән сығып, күсеп барҙым, — ти Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы. — Ситтә йәшәһәм дә ғүмерем буйына типографияла эшләгән йылдарымды һағындым, төштәремдә күрә инем... Сөнки типография-редакция коллективы кеүек татыу, берҙәм коллективты осратҡаным булманы.
Силәбе өлкәһенең Сыртинка ауылында йәшәй башлайҙар. Нәйрә апай фермаға быҙау ҡараусы булып урынлаша. 18 йыл эшләй ул малсылыҡта. Ауыл хужалығы тармағындағы намыҫлы хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
— Зарарлы производство һаналған типографияла ун биш йыл эш стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғын билдәләгән законға ярашлы хаҡлы ялға илленән киттем, — ти ул. — Йомабай ҙа пенсияға сыҡҡас, туғандарыма, йәшлек дуҫтарыма яҡыныраҡ булайыҡ тип, Асҡарға күсендек.
Тиҫтә йылдан ашыу ғүмер кисерә Нәйрә апай Асҡарҙа. Йомабай ағай ауырып ике йыл элек гүр эйәһе булған. Уның ҡарауы ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре янынан өҙөлмәй. Ял көндәре, байрам көндәре генә түгел, юл төшкән һайын әсәй янына һуғылып, уның хәлен белешмәй ҡайтмайҙар.
— Асҡарға күсеп ҡайтҡандан бирле «Осҡон»дан айырылғаным юҡ. Гәзитте көтөп алам, бер хәрефен ҡалдырмай, уҡыйым. Бынан тыш, «Йәшлек», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» баҫмаларын уҡырға яратам. Байрам айҡанлы матбуғат ветерандарын, шулай уҡ бөгөн «Осҡон», «Абзелил» гәзиттәрен уҡымлы итеп сығарыуға бар көстәрен һалған журналистарҙы һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлайым. Барыһына ла ижади уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйем.