+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
27 Ғинуар 2022, 19:45

Хыял иткән — мораҙына еткән

«Кешене эсер һыуы, ашар ризығы йөрөтә», — тип башланы һүҙҙе Зильфира.

Хыял иткән — мораҙына еткән
Хыял иткән — мораҙына еткән

«Кешене эсер һыуы, ашар ризығы йөрөтә», — тип башланы һүҙҙе әңгәмәсем. Зильфира 1967 йылда Борай районы Бостанай ауылында тыуған. Бәләкәй саҡтан етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. 8-се кластан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Өс йыл уҡығас, иптәштәре Әбйәлил районы Ишбулды ауылына туйға саҡыра.
— Рәшиҙә исемле ҡыҙҙы килен итеп алырға килдек, тик үҙем дә ошонда килен булып төшөрмөн тип башыма ла килмәне, — ти ул хәҙер. Туйҙа яҙа баҫып аяғы һына һәм дауаханаға эләгә. Ишҡол егете Мөнир Дауытов менән танышып китәләр. Зильфираны дауахананан егет тура Ишҡолға алып ҡайта. Никах, унан туй үткәреп йәшәй башлайҙар. Ләкин тормоштары берекмәй.
Зильфира Гусевҡа эшкә төшә. Асҡарға йыш йөрөй, бер саҡ юлдашы менән һүҙҙәре берегеп китә. Йор һүҙле, сибәр Зильфира Иреккә тәү күреүҙән оҡшай. Ул оҙаҡҡа һуҙмай тәҡдим яһай. Ләкин егеттең туғандары ике балалы ҡатынға ҡаршы була. Тик Ирек бер кемдең дә һүҙенә ҡарамай һәм 1992 йылда Зильфира Юлдаш ауылына килен булып төшә. Ирек күп балалы ғаиләлә үҫкән. Атаһы менән әсәһе эшкә бик шәп була. Балалар күп булғас, етешһеҙерәк тә булып киткәндер инде. Шул саҡ Ирек ғаиләм булһа, балаларыма һораған әйберҙәрен алып биреп, етеш тормошта йәшәтер инем, тип хыяллана. Тик изге ниәттәр менән кәләш алһа ла, тормоштары ыңғай бармай, ҡаршылыҡтар сығып тик тора. Зильфираны алып ҡайтҡанда Иректең әсәһе мәрхүмә ине. Бер аҙҙан атаһы ла үлеп ҡалды. Атай йортон йүнәтеп алдылар, ләкин өйҙә янғын сығып, бөтөнләй йортһоҙ ҡалдылар. Ярай әле, колхоз ваҡытынан төҙөлгән йорт була, ғаилә ваҡытлыса шунда йәшәй. Ирек фермаға эшкә төшә, Зильфира һыйыр һауа, быҙау ҡарай. Һуңынан клуб мөдире булып эшләй. Бер-бер артлы балалар тыуғас, Зильфира эшенән китә.
Колхоздар тарҡала башлай, ауылда гөрләп торған һарыҡ фермаһында ла эш туҡтай. Уның янындағы бәләкәй йортто һатып алалар. Балалар үҫә килә, һыймай башлайҙар. Ярҙам итерлек кеше юҡ, киреһенсә, һаҙға батырырға теләүселәр күбәйә. Эске мәжлестәре ауырлыҡтарҙы онотторған кеүек була. Шул саҡ ғаилә башлығы ҡатыны менән һөйләшеп, хәмер, кәйеф-сафа ҡороуҙан бөтөнләй баш тартырға һәм дин юлына баҫырға тигән ҡарарға киләләр. 2011 йылда әсәлек капиталына, йәшәлгән булһа ла, иркен, матур йорт һатып алалар. Уны ферма йортоноң ал яғына төҙөп ултырталар. Кәртәләп, ыҡсым ҡапҡа эшләтәләр. Борайҙа ҡалған өләсәһен алып ҡайталар. Ейәнсәренең өйө түрендә ҡәҙерле өләсәй булып, 86 йәшендә вафат булды ул. Ғаилә йылдан-йыл ишәйә, 8 бала булып китә. Иң өлкәне Ринат, әсәһенең тыуған районы Борайҙа төпләнгән, ғаиләле. Ҡыҙы Резеда һәм улы Тимур Белоретта йәшәй. Эльзида менән Эльзира Магнитогорскиҙа ғүмер итә. Артур һөнәрселек училищеһында уҡый. Тимерхан Гусев мәктәбендә етенсе класта, Альберт беренсе класҡа барған. Ҡыҙҙар әсәләренә оҡшап бейеүгә маһир, ә улдары аталары кеүек матур йырлайҙар. Ринат, Тимур, Артур һабантуйҙарҙа ат сабышында призлы урындар яулайҙар. Артурҙың төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып алған маҡтау ҡағыҙҙары-миҙалдары бихисап. 2019 йылда Артур ГТО нормативтарын алтын миҙалға тапшыра. Зильфира 2004 йылда М. Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алып ҡыуана. Бөгөнгө көндә улар һигеҙ балаға атай-әсәй, ун биш ейән-ейәнсәргә ҡәҙерле олатай-өләсәй булып матур ғүмер кисерәләр. Етемлектә үҫкән Зильфираның күп балалы булып, етеш тормошта йәшәргә ине тигән теләге, ә Иректең балаларымдың бөтә нәмәһе лә буласаҡ тигән матур хыялдары тормошҡа аша. Һәр балаһына инселәп йылҡы көтәләр, һәр береһенең коньки, саңғы, велосипед, мотоциклы бар, хатта ике улына машина ла алып бирҙеләр. Зильфира халыҡ медицинаһы менән булыша, уға алыҫтан да ярҙам һорап киләләр. Йылҡысылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, хатта виноград менән абрикостан мул уңыш алалар. Яңы йыл алдынан иғлан ителгән конкурста ҡатнашып, өй янына һырғалаҡ, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу эшләп, ауыл биләмәһе буйынса беренсе урын алғандар. Киләсәк көндәргә лә матур ниәттәр менән йәшәйҙәр. Атай нигеҙенә ҙур йорт һалырға һәм Таһир Кусимовтың адъютанты, олатаһы Хажиғәле Аҡмырҙин иҫтәлегенә ағастар ултыртып, парк-аллея булды-рырға һәм стела эшләтергә хыялланалар.

Гөлзифа ҒАФАРОВА.
Юлдаш ауылы.

Автор:
Читайте нас: