+7 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
27 Ғинуар 2022, 18:30

Ҙур тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ

Иҫке Балапан ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән хөрмәтле әсә Зәйтүнә Көмөшбаева 85 йәшен тултырҙы.

Ҙур тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ
Ҙур тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ

Иҫке Балапан ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән хөрмәтле әсә Зәйтүнә Көмөшбаева 85 йәшен тултырҙы.

1937 йылдың ыжғыр ҡышында Өмөтбай ауылында 6 балалы ишле ғаиләлә дүртенсе булып донъяға ауаз һала Зәйтүнә инәй. Ҡыҙыҡайға дүрт йәш булғанда һуғыш башлана. Ауырыу сәбәпле атаһын һуғышҡа алмайҙар, әммә ғаилә Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай — 17-18 йәшкә еткән Сәғит менән Хажмөхәмәт ағалары фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, нахаҡ ғәйеп яғып, ғаилә башлығын да ҡулға алалар. Дүрт бала әсәйҙәре ҡарамағында ғына тороп ҡала.
Башаҡ сүпләп көн күргән ялан яҡтары балалары беҙҙән күпкә бәхетлеләрәк булған икән, тигән һығымтаға килә ул хәҙер үҙенең ас-яланғас бала сағын матбуғат биттәрендә баҫылған һуғыш балалары хәтирәләре менән сағыштырып. Ирәндек һыртындағы ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктә игенселек менән шөғөлләнеү түгел, ҡайһы бер йылдары хатта картуф та уңмай. Һуғыш осоронда ла йылдар шулай уңдырышһыҙ килә. Шуға күрә бойҙай бөртөктәренән ҡурмас ҡурып ашау түгел, туңған кәртүк тә ризыҡтарына яҙмай. Аслыҡтан миктәп кешеләр ғаиләләре менән ҡырылғанда, Зәйтүнәләр әсәһенең йүнселлеге арҡаһында ғына иҫән-имен ҡала. «Әсәйем баҡсала күп итеп башҡа йәшелсәләр ҙә үҫтерҙе. Айырыуса шалҡан уңа торғайны. Ҡул эштәренә ла маһир булды. Өҫ кейемдәренән тыш, мал тиреләрен эшкәртеп, беҙгә итектәр тегеп кейҙерер ине. Атайым табанлыҡтарҙы ҡағырға бәләкәй генә сөйҙәр эшләй торғайны», — тип алыҫ бала сағын күҙ алдынан үткәрә Зәйтүнә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Ошаҡсы-ялағайҙарҙың ялған ялыуы арҡаһында төрмәгә эләккән атаһын һаҡ аҫтында оҙаҡ тотмайҙар. Ләкин ул тамам йонсоп, көс-хәл менән ҡайтып йығыла. Илдә һуғыш барғанда төрмәнән тере ҡайтыуына ҡыуана өйҙәгеләр. Ҡатынының тәүәккәллеге менән ғаилә башлығы аяҡҡа баҫа. Атаһының ауырыуын һыпырып алған, хәл индергән мөғжизәле дарыу — баллы һыу була. Балаларын етем итмәйем тип, бал артынан әсәһенең Бөрйән районындағы туғандарына йәйәүләп барып ҡайтыуы үҙе бер тарих, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының саялығының сағыу өлгөһө. Татлы ризыҡты балалар бик ныҡ ауыҙ итергә теләһә лә, атайығыҙҙы йүнәлтергә кәрәк бит, тип әсәләре рөхсәт итмәй. Шәрбәтле һыу һәм ышаныу көсө менән атайҙары аяҡҡа баҫа. Бәхеттәренә, күкрәктәренә икешәр орден һәм миҙалдар тағып, ағайҙары ла еңеү шатлығы менән һуғыштан имен ҡайта.
Әле, олоғайған көнөндә, аяҡтары һыҙлап борсоғанына Зәйтүнә инәй зарланмай. Киреһенсә, шулай булырға тейештер ҙә инде тип, уларын аҡлап, йәлләп тә ала. Күрше Билал ауылына алты саҡрым йәйәү тәпәйләп уҡырға йөрөүенең, яҙлы-көҙлө Һаҡмар аша яланаяҡ кисеп сығыуының касафаты икәнән яҡшы аңлай. Һуңынан Темәс педагогия училищеһында уҡый башлағас, 14 йәшлек ҡыҙға аҙна һайын ауылына тиклемге 25 саҡрымды ас ҡорһаҡҡа йәйәүләргә тура килә. Шулай булһа ла, рух ныҡлығы һәм көслө теләк менән 1951-1955 йылдарҙа педучилищела уҡып сыға.
Зәйтүнә Көмөшбаева хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып тыуған ауылында башлай. Киләһе уҡыу йылында Ҡаҙмашҡа, ә 1958 йылдан Иҫке Балапан башланғыс мәктәбенә йүнәлтелә һәм, ошо ауылда тормошҡа сығып, төпләнеп ҡала. 45 йыл балалар уҡытыу дәүерендә педагогик хеҙмәт ветераны бик күптәргә белем донъяһына лайыҡлы юл күрһәтә. Уның уҡыусыһы Хәнифә Рәхимова – филология фәндәре кандидаты, байтаҡ йылдар республика Башлығы секретариатында бүлек мөдире булып эшләй. Фазыл Хәйбуллин Бәләбәй ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, ул – һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Зәйтүнә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәр уҡыусыһы менән сикһеҙ ғорурлана, тормошта үҙ урындарын табып, фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәре, матур ғаиләләр ҡороуҙары һәм кешелеклелек, изгелек сифаттарына эйә булыуҙары өсөн ҡыуана, уларҙан сәләмдәр алыуҙан, йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен ишетеүҙән күңеле була.
Төп белем орлоғо башланғыс кластарҙа һалына һәм һәр бала күңелендә тәүге уҡытыусыһының һыны айырыуса ҙур урын биләй. Мәғарифтағы был хәҡиҡәтте бер нисек тә инҡар итеп булмай. Зәйтүнә инәйҙе хеҙмәт юлы башында ҡалған беренсе уҡыусыларының онотмауҙары быға асыҡ миҫал. Улар хәҙер үҙҙәре күптән хаҡлы ялда. 1956-1957 уҡыу йылында Ҡаҙмаш мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барған 12 уҡыусыһының бишәүһе хеҙмәт юлын уҡытыусы булып үткән. Пандемияға ҡәҙәр бер йылы Фирүзә Сафина менән Зөлфиә Ильясова «Һуңғы ҡыңғырау» көнөнә тура килтереп, Иҫке Балапанға барып, беренсе уҡытыусыларын ҡотлаған. «Беҙ мәктәпкә төшөр йылы уҡыу башланыр алдынан йәш кенә уҡытыусы апай өйҙәргә йөрөп, уҡыусылар исемлеген яҙып алды. Зәйтүнә апайҙы тәүге күреүем ине. Ул яҙа, ә мин, бөгөнгөләй хәтеремдә, унан күҙҙәремде айыра алмайым. Матур апай, һор төҫтә аҡ яғалы күлдәк кейгән, икенән үрелгән оҙон толомдар, эйәгенең уртаһында соҡоро бар. Эй, шул ваҡытта уҡытыусыма һоҡланыуым! Миңә магазиндан һор төҫтәге форма һатып алдыҡ. Зәйтүнә апайға оҡшарға тырышып, сәсемде лә икенән үрҙертеп мәктәпкә барыуым ҙур бәхет булды. Ул беҙҙе бер йыл ғына уҡытты. Шулай ҙа башланғыс кластарҙа уҡытҡан алты уҡытыусы араһында иң иҫтә ҡалғаны ул», — ти мәғариф ветераны Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙы.
Ғаилә тормошона килгәндә, Зәйтүнә Ишмөхәмәт ҡыҙы иптәше Сафуан Рамаҙанов менән биш бала үҫтерәләр, барыһына ла юғары белем алыуға йүнәлеш биреп, ярҙам итәләр. Өлкән ҡыҙҙары Әлфирә, әсәһенең юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай, Красная Башкирия мәктәбендә химиянан уҡыта, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Әлмира мединститут тамамлаған, Мәләүез ҡалаһында йәшәй, үҙенең шәхси стоматология кабинетын асҡан. Гөлбикә Һамар урта мәктәбендә биологиянан уҡыта, уның уҡыусылары район олимпиадаларында гелән призерҙар рәтендә билдәләнә. Гөлгөнә тормошон медицинаға бағышлаған — оҙаҡ йылдар райондың санитар-эпидемилогик хеҙмәтендә эшләп, хәҙерге ваҡытта үҙәк район дауаханаһында табип-эпидемиолог булып хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер улдары Айтуған фажиғәле һәләк була. Бынан алты йыл элек ярты быуаттан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән тормош иптәше Сафуан Ғофран улы ла донъялыҡтан китеп барған.
Ҡасандыр тормош гөрләп тор-ған йортта бөгөн һил тыныслыҡты һаҡлай Зәйтүнә Ишмөхәмәт ҡыҙы. Ҡыҙҙарының ҡайһыһында ла һыйыныр урын булһа ла, ғүмер йылдары уҙған нигеҙен етем-һерәтеп ҡалдырығыһы килмәй уның. Әле йөрәктә дарман, аяҡ-ҡулдарҙа хәл барҙа тип, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман ике һыйыр тотоп килә. Балалары тәүҙәрәк: «Әсәй, ыҙалама, кәртә йәме өсөн тауыҡтарҙы ғына ҡалдырайыҡ», — тип өгөтләп ҡараған, әммә оло кешенең «Хәрәкәттә — бәрәкәт» тигән ныҡлы фекерен еңә алмағандар һәм хәҙер был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанғандар.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: