+7 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
28 Ғинуар 2022, 10:51

Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында

Ошо көндәрҙә 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй шиғри күңелле, сәсән телле Р. Х. Әбүшахманова.

Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында
Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында

71-гә аяҡ баҫтым,
Ғүмеремдең алтын көҙөнә.
Хоҙайыма рәхмәттәрем әйтеп,
Шөкөр итәм һәр бер көнөмә.
Көҙ миҙгеле йомарт, муллыҡ мәле
Тәҡдир яҙһын ҡышҡа етергә.
Сабырлыҡтар, таҙалыҡтар менән
Туҡһанды ла үтеп китергә.
Балаларым иҫән генә булһын,
Һәр береһе — үҙе бер алтын.
Күктә һәр саҡ яҡты ҡояш булһын,
Көн дә тыныс ҡына таң атһын.
Оло бәхет берҙәм, татыу булып йәшәү,
Туғандарым, йәндәй яҡын «миләштәр»ем.
Йөрәк һыҙлағанда, күңел һыуһағанда,
Сер бүлешеп, хәл белешкән серҙәштәрем.

Ошондай матур теләктәр теләгән үҙенә ошо көндәрҙә 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән шиғри күңелле, сәсән телле Р. Х. Әбүшахманова. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килеп, бар теләктәрегеҙ ҙә бойомға ашһын, Рәсилә апай.
...Рәсилә Зәйнишева сығышы менән Хәмит ауылынан. Һигеҙ балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән ул.
— Иң ҙуры булғас, атай менән төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килде, мал да тәрбиәләнем, атта һыбай ҙа йөрөнөм, бесәндән дә ҡалманым. Ә төп тәрбиә өләсәйемдән килә, үҙемде белә-белгәндән уның өйрәткәндәрен күңелемә һала барҙым, өгөт-нәсихәте өсөн дә рәхмәтлемен. Атайым йыраусы, мәрәкәсел кеше булды. Аҡыллы ла ине атайым, әсәйемде шул тиклем яратып йәшәне: ирешкән-талашҡандарын ишетмәнем, бер-береһенә ауыр һүҙ ҙә әйтмәнеләр, — тип башланы ул үҙе хаҡында хәтирәләрен.
Ауылында һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Рәсилә апай уҡыуын артабан дауам итеү маҡсатында Амангилде мәктәбенә килә. Үҙенең буласаҡ тормош иптәше Әҡсән Әбүшахманов менән дә ошонда таныша улар.
Был йылдарҙа яҡын-тирәлә бер Амангилделә генә урта белем алыу мөмкинлеге булғанлыҡтан, буранғолдар ҙа ошо мәктәптә уҡый.
— Дәрестәр бөтөү менән малайҙар утын бысып-яра, беҙ, ҡыҙҙар ташып өйәбеҙ, башҡа эштәр ҙә сығып тора. Әҡсән ҡыҙҙарға һәр саҡ ярҙам итә ине. Өҫтәүенә, тыныс, юҡ-бар һөйләп башты ҡаңғыртмай, урынлы ғына аҡыллы фекерен әйтеп ҡуйыр ине лә... Шул яғы менән күңелемә оҡшаны, — ти ул илле йыл тормош һуҡмағынан бергә атлаған хәләл ефетенең ыңғай яҡтарын барлап.
Әҡсән ағай киләһе йылына мәктәпте тамамлау менән изге бурысын үтәргә ил һағына баҫа. Рәсилә апай тағы бер йыл уҡып, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алыу менән Өфөгә юллана.
— Ҡайҙалыр уҡыуға инеү хаҡында уйламаным да, сөнки ата-әсәйемә үҙемдән бәләкәй һеңле-ҡустыларымды ҡарашырға ярҙам итергә теләнем, — тип дауам итә йәшлек хәтирәләрен һүтеүен Рәсилә апай. — Өфөгә барыу менән фанера комбинатына эшселәр йыйыуҙары хаҡында иғлан күреп, шунда барып урынлаштым. Өс ай дауамында стажировканы уңышлы үтеп, эшләп алып киттем. Хеҙмәт хаҡы мул ғына, айына 160 һумдан кәм эләкмәй ҡулға. Тырышып эшләгәс, етәкселек тә, иптәштәрем дә хөрмәт иттеләр.
Шулай дәртләнеп эшләп йөрөүенә йыл тулыуға Әҡсән ағай әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып төшә.
— Ҡайтыу менән мине килеп табып алды. Үҙе шунда уҡ урман техникумына уҡырға инде. Күп тә тормай өйләнешергә тәҡдим яһаны, эсмәй-тартмай, өҫтәүенә уҡырға, һөнәр алырға теләһәң, уҡытам, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәҫһең, тигәс ни риза булдым да ҡуйҙым инде, — ти ул ихлас йылмайып.
Шулай никах уҡытып, бер ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Яңы йылға Буранғолға ҡайтып, ауыл Советында никахтарын рәсми рәүештә теркәйҙәр.
Береһе уҡып, икенсеһе производствола маҡталып эшләп йөрөп, йылға яҡын ваҡыт үтә. Әҡсән ағайҙың каникул мәлдәре етеү менән йәш ғаилә Буранғолға ҡайта.
— Беҙ ҡайтыуға июндә Хәмиттә, июлдә Буранғолда туй үткәрергә һөйләшеп килешеп тә ҡуйған ине үҙ-ара ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар. Алтышар дуға булып өс көн ҡыҙ яғында, өс көн кейәү яғында туй гөрләне. Ул осорҙа бөтә йолаларҙы теүәл атҡарып, үҙҙәренең ата-әсәлек бурысын үтәнеләр, — тип һүҙгә ҡушыла Әҡсән Әхәт улы. — Әсәйем яңғыҙы булғас, ҡоҙалар алдында һыр бирмәҫкә кәрәк тип, көнө-төнө туй әҙерлектәре менән сабыуыллауы ныҡ хәтерҙә ҡалған.
Туй үтеп, ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләп бөтөүгә Әҡсән ағайға уҡыуын дауам итеү өсөн Өфөгә юлланырға ваҡыт етә. Рәсилә апай ҡәйнә йортонда ҡала.
— Был мәлдә ҡәйнәмдең иң өлкән улы Әхтәм ағай ғына башҡаланған ине. Өфөлә булғас, йәй көндәре, ял, байрам ваҡыттарында ул да йыш ҡайта торғайны. Хәсән әрмелә ине, бәләкәстәре 3-сө, 5-се, 7-се класта ғына уҡыйҙар. Ҡәйнәм аҡыллы булды. Татыу йәшәнек. Һәр саҡ уның төплө кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, үҙебеҙ ҙә хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам иттек. Шуғалыр ҙа инде нәҫелдән мираҫ булып килгән һаҡалын миңә аманат итеп ҡалдырҙы, ә мин уны, үҙ сиратымда, өлкән улымдың улы Тамерландың кәләшенә инселәгәнмен, — ти Рәсилә апай.
Әҡсән ағай тағы бер йыл уҡығандан һуң практика үтергә ҡайта, уны Хәмиткә ебәрәләр. Практика осоронда үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән, тырыш студентты урмансыллыҡ етәкселеге эшкә саҡырып ҡала. Әҡсән ағай ҡулына диплом алыу менән ғаилә Хәмиттә төпләнә. Йәш белгесте урмансылыҡҡа мастер итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Был мәлдә инде ул тәрбиәләгән Рәсилә апай ауыл Советы башҡарма комитетына бухгалтер булып эшкә урынлаша.
— Ул йылдарҙа ауыл Советы рәйесе булған Салауат ағай Ғүмәров мине махсус курстарға ебәреп, уҡытып алды. Секретарь Морат Таһиров булды. Бергәләшеп шул тиклем килешеп эшләнек. Улар менән алты йыл эшләүем алты көндәй генә кеүек, — тип һүҙен дауам итә Р. Х. Әбүшахманова. — Урмансылыҡ етәксеһе булып эшләп йөрөгән Әҡсәнде ауыл Советына рәйес итеп һайланылар. Ир етәксе, ҡатын бухгалтер булырға тейеш түгел тигән закон бар бит, шуға мине Хәмит урмансылығына бухгалтер итеп күсерҙеләр.
Ауыл Советында етәксе булып ике йыл эшләп өлгөрә Әҡсән Әхәт улы, Баймаҡ ПЛХО-һы белгестәргә ихтыяж ҙур, тип уны урмансылыҡҡа кире һорап ала. Ире тағы етәксе урынды биләгәс, Рәсилә апай нормировкалаусы итеп күсерелә.
— Был яңы эшкә мине урмансылыҡта оҙаҡ йылдар мастер булып эшләп, ҙур тәжрибәгә эйә Риф ағай Зәйнишев төшөндөрҙө. Ипле, йомшаҡ һүҙле Риф Ҡотдос улы тармаҡта ҡулланылған бөтә расценкаларҙы, эшләнеш нормаларын энәһенән ебенә тиклем ентекләп өйрәтте, — тип бөгөн булһа остазына рәхмәтле Рәсилә Хәкимйән ҡыҙы.
Хәмиттә йәшәүҙәренә 13 йыл тулды тигәндә, Әҡсән ағайҙы Әбйәлил урман хужалығы янындағы хужалыҡ иҫәбендәге «Ширпотреб» бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Әбүшахмановтар Асҡарға күсенә, был мәлдә ғаиләлә ике ул, бер ҡыҙ буй еткерә.
— Шулай итеп, 1987 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе хеҙмәт юлдарыбыҙ Әбйәлил урман хужалығы менән бәйле булды, — ти Әҡсән Әхәт улы.
Өс йыл «Ширпотреб» менән етәкселек иткәндән һуң, һәр эшкә яуаплы ҡараған, үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан Әҡсән Әбүшахмановты Әбйәлил урман хужалығы директоры итеп үрләтәләр. Әлбиттә, был йылдарҙа Әҡсән ағай ситтән тороп юғары белем ала, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын тамамлай. Урмансылыҡ өлкәһендә оҙайлы намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарынан тыш, «Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы» тигән маҡтаулы исем менән лайыҡлы баһаланған.
Рәсилә Хәкимйән ҡыҙы иһә өлкән бухгалтер, иҫәп-хисап өҫтәле бухгалтеры, кадрҙар бүлеге инженеры вазифаларында эшләй. Ул да ситтән тороп юғары уҡыу йортонда иҡтисадсы-бухгалтер һөнәренә эйә була.
Һәр кемдең хәлен аңлап торған, иғтибарлы, ихтирамлы Рәсилә Хәкимйән ҡыҙын эш башлау менән коллегалары профкомға һайлайҙар. Йәмәғәт ойошмаһының эшен тергеҙеүҙә һәм Әбйәлил урман хужалығының район, хатта республика кимәлендә төрлө конкурс-бәйге-фестивалдәрҙә һәм һабантуйҙарҙа гелән призлы урындар яулауында ике тиҫтә йылға яҡын профком ағзаһы булған Р. Х. Әбүшахманованың да өлөшө, әлбиттә, ҙур була.
Бала ҡайғыһы ла урап үтмәй ғаиләне: ҡыҙҙары Әлфирә көтмәгәндә ауырып вафат була. Үтә лә ауыр ҡайғыны улдарына баҫып, эштәренә әүрәп, бер-береһенә терәк булып, артабан йәшәргә үҙҙәрендә көс таба ала ирле-ҡатынлы Әбүшахмановтар. Улдарының бөгөн үҙ нигеҙҙәрендә ғаиләләре менән донъя көтөүе, балалар тәрбиәләүе ата-әсә өсөн оло йыуаныс.
Һәр саҡ кеше араһында булып, төрлө саралар уртаһында ҡайнап йәшәргә күнеккән кеше хаҡлы ялда өйҙә сыҙап ултыра буламы ни?! Рәсилә Хәкимйән ҡыҙы ла пенсияға сығыу менән район мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Миләштәр» фольклор төркөмөнә ҡушыла. Хәҙер егерме йыллап инде ул ансамблдең алыштырғыһыҙ ағзаһы, тотҡаһы тиергә була. Сөнки ансамбль сығышы өсөн сценарийҙар нигеҙҙә Рәсилә Хәкимйән ҡыҙының ижад емеше.
— «Ҡазан һөлгөһө» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә сығыш яһап, «Миләштәр» фольк- лор ансамбле халыҡ ижадын һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауҙағы һәм үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исемен алыуы эшебеҙгә оло баһа булды. Унда сығыш яһауға «Бүҙәнә әйтеше» сценарийын мин яҙғас, «Миләштәр»ҙе Рәсәй кимәлендә таныуҙарына үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән ғорурланам, — тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша йырлы-моңло ғүмер кисергән Рәсилә апай. — Ансамбль составында район сәхнәһенән тыш, Башҡортостандың ниндәй генә ауыл-ҡалаларында сығыш яһаманыҡ, республика Хөкүмәте концерттарында даими ҡатнашабыҙ.
Ғүмерҙәре эш менән үткән Әбүшахмановтар бөгөн дә буш ултырмай: мал көтәләр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡсаларында ниндәй генә емеш ағасы үҫмәй, ниндәй генә йәшелсә уңыш бирмәй, сәскәләрҙең төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ.
— Хаҡлы ялда булһаҡ та бушамайбыҙ, үҙенә күрә эше табылып тора, таң һарыһынан торабыҙ, төнгө 12-һеҙ ятмайбыҙ, — ти улар. Шуға ла күрәһең, донъялары төҙөк, етеш, ихатала ла, йортта ла һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ.
— Бер нисә йыл элек ҡаты ауырып киттем. Табиптарҙың һәр әйткәнен үтәп, туғандарымдың, яҡындарымдың ярҙамы менән аяҡҡа баҫтым, Аллаға шөкөр. Дауалаусы врачым Рәйлә Рәшит ҡыҙына айырыуса рәхмәтлемен. Әлфирә киленем тәрбиәләне, уколын да һалды, ашатып-эсерҙе лә, хатта өс ай минең менән бер постелдә йоҡлап йөрөнө, — тип рәхмәттәрен еткерә Рәсилә апай. — Форсаттан файҙаланып, был тәңгәлдә кешеләргә әйтер һүҙем шул: ауырыуҙы йәшерергә ярамай, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Медиктарға уларҙың ярҙам итеренә ышанып барырға, әйткәндәрен үтәргә, йәғни нимә ҡушалар, шуны ашарға, эсергә кәрәк, үҙ белдегеңә дауаланыу файҙа бирмәй. Һәм, әлбиттә, үҙеңдә йәшәргә ынтылыш һәм теләк булырға тейеш.
Үткән тормошонан, бөгөнгө йәшәйешенән ҡәнәғәт булып ғүмер кисерә Рәсилә Хәкимйән ҡыҙы.
— Бәхетлемен. Йәшлек мөхәббәтемә хыянат итмәй, һөйөүемде саф килеш һаҡлауым менән. Бер ваҡытта ла иремдән ауыр һүҙ ишетмәнем, ҡағылманым-һуғылманым. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, мәрәкәләп әйтешәбеҙ ҙә бөтәбеҙ. Килендәрем ҡыҙҙарым кеүек, нәҫелебеҙ дауамы булып алты ейән-ейәнсәребеҙ үҫә, — ти ул.
Эйе, бәхет төрлө һынауҙар, тормош имтихандары аша килә, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрә белгән, шатлыҡ-һөйөнөстәре уртаҡ булған, бер-береңә ҡарата булған хистәрҙе ихтирам иткән, тормош ығы-зығыһынан өҫтөн булған парҙар ғына ғаилә булып ҡала ла инде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: