+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
14 Февраль 2022, 10:05

Ысын табип ине...

14 февралдә оҙаҡ йылдар Әбйәлил халҡы сәләмәтлеге һағында торған, районыбыҙ медицинаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән табип Клара Ярулла ҡыҙы Муллағәлләмоваға 85 йәш тулыр ине.

Ысын табип ине...
Ысын табип ине...

14 февралдә оҙаҡ йылдар Әбйәлил халҡы сәләмәтлеге һағында торған, районыбыҙ медицинаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән табип Клара Ярулла ҡыҙы Муллағәлләмоваға 85 йәш тулыр ине.

Ул 1937 йылда Бүздәк районында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, 1961 йылда Асҡар үҙәк район дауаханаһында үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Өс тиҫтә йыл намыҫлы эшләп, коллектив һәм халыҡтың абруйын яулап, 1992 йылда хаҡлы ялға сыға.
Сирлеләрҙең «мине Клара Ярулловна дауалаһын» тигән үтенестәре табиптың профессионализмына иң юғары баһалыр, моғайын. Ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырған, күптәрҙе үлемдән аралағаны өсөн бихисап рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп эшләй ул. Үҙем генә белгән осраҡтарҙа тик Клара Муллағәлләмованың ярҙамы, ныҡышлығы менән кеше ғүмерҙәре ҡотҡарып ҡалынды. Беҙҙең ғаилә лә табиптың шифалы ҡулдары йылыһын, күңел мәрхәмәтлеген күп тойҙо. Тормош иптәшем ныҡ сирләп киткәс, уның хәл иткес минуттарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе арҡаһында тере ҡалды. Ләкин тормош аяуһыҙ. 1990 йылда ирем инфаркт үткәреп, яҡты донъя менән хушлашты. Биш бала менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Өс улым — мәктәп уҡыусылары. Ҡайғынан күрәһең, йыш ауырый башланым. Аҙашбикәм мине ял итергә, ауыр уйҙан арынырға кәрәк тип өгөтләй.
— Клара, әйҙә, мин һине шифаханаға ебәрәм, яҡшы дауанан был сырхауҙарың оно-толор, — тип мине күндермәксе.
— Юҡ, сирек аҙағы, уҡыусылар ни эшләр? Донъяны ҡалдырыр кешем юҡ, балалар бәләкәй, — тием.
— Ана, ирең үлде лә китте, бөтә нәмә торҙо ла ҡалды, — ти табип тыныс ҡына.— Украинаға, Киев ҡалаһына барырһың. Иптәшкә Ташбулаттан Рәүиә Бадалова менән бергә китерһегеҙ. Тик бер үтенесем бар. Миңә каштан алып ҡайт, хәҙер уларҙың сәскә атҡан мәле.
Бик матур урында ял иттем, һаулығымды нығыттым. Ҡайтыр көндәр ҙә етте. Минең башта бер уй: нисек каштан алып ҡайтырға. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән ағастар янына бармаҫҡа, теймәҫкә тиҙәр. Нисек кенә теләһәм дә, сәскә өҙөп алып ҡайта алманым. Клара Ярулла ҡыҙының үтенесе гел йөрәгемде өтөп торҙо. Хәҙер был ағасты үҙем үҫтерәм, тик оло йөрәкле табип ҡына юҡ.
Хыялым — район дауаханаһы алдына Клара Муллағәлләмоваға һәйкәл ҡуйыу, уны тирәләп каштан ағастарын ултыртыу.
Намыҫлы, ауыр эше өсөн Ленин һәм Почет билдәһе ордендары, «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, «РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһенә лайыҡлы табип тураһында онотоу яҙыҡ булыр. Клара Ярулла ҡыҙы ише шәхестәр, эшмәкәр ул-ҡыҙҙарыбыҙ беҙҙең аранан китһә лә, уларҙың юлын дауам итеүсе табиптар бар. Ауыр осорҙа улар кеше сәләмәтлеге, ғүмере өсөн арымай-талмай көрәшә. Һәр береһе беҙҙең ихтирамға, йылы һүҙебеҙгә, рәхмәтебеҙгә лайыҡ.
Район, дауахана етәкселәренә, халыҡҡа өндәшәм: үҙен аямай, эш өсөн янған, изге күңелле табипҡа һәйкәл ҡуйыуҙы хәстәрләйек. Уны белгән, яратҡан быуын тәҡдимемде хуплар тип ышанам.
Клара АБДУЛЛИНА,
хеҙмәт ветераны.
Ҡужан ауылы.

Автор:
Читайте нас: